Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
5 Август 2022, 06:04

Сәсән булһаң, әйт һүҙең!..

Традицияны һаҡларғамы, әллә заманға эйәрергәме?

Ата-бабаларыбыҙ беҙгә затлы рухи мираҫ ҡалдырған. Ул – бөйөк “Урал батыр” эпосы. Унан башҡа ла башҡортобоҙҙоң иҫ киткес бай йөкмәткеле, тәрән фәлсәфәле эпик әҫәрҙәре бар. Республикабыҙҙа киләһе йылда Мөхәмәтша сәсән Буранғо­ловтың тыуыуына 135 йыл тулыу билдәләнәсәк. Оло шәхескә арнап төрлө мөһим саралар, сәсәндәр ярышы ойошторолор тигән өмөт бар. Бөрйәндә үткән I Бөтә Рәсәй балалар һәм йәш сәсәндәр конкурс-фестиваленән һуң баһалама ағзаларының, сараны ойоштороусыларҙың эпос һөйләү үҙенсәлектәре тураһын­дағы фекерҙәре йәш сәсәндәргә, уларҙы конкурсҡа әҙерләгән уҡытыусыларға файҙалы булыр, моғайын.

Әңгәмәлә шағир, “Истоки” гәзитенең баш мөхәррире, “Урал батыр” эпосын рус теленә тәржемә иткән Айҙар Хөсәйенов, К. Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт коллед­жының “Урал батыр” Сәсәндәр мәк­тәбе етәксеһе, сәсәниә Асия Ғәй­нуллина, филология фәндәре докторы, фольклорсы-ғалимә, сәсәниә Розалия Солтангәрәева, филология фәндәре кандидаты, фольклорсы Ранис Алтынбаев, ойош­тороусыларҙан – Республика ха­лыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары, Башҡортостандың сәсәндәр үҙәге етәксеһе Нәфисә Тулыбаева, Республика халыҡ ижады үҙәгенең әйҙәүсе белгесе Гөлгөнә Баймырҙина ҡатнашты.

 

Асия ҒӘЙНУЛЛИНА:

– Ныҡ шатланам: сәхнәгә са­быйҙар ҙа, йәштәр ҙә сығып, халҡы­быҙ ҡомартҡыларына ихтирам күрһәтте! Тимәк, беҙ дөрөҫ юлда.

Гөлгөнә БАЙМЫРҘИНА:

– Был проект оҙон ғүмерле булырға оҡшай. Сәсәндәр бәйгеһе боронғо, ерле халыҡтарҙа ғына үткә­релә. Бөгөн беҙ “Урал батыр”­ҙан башҡа эпостарҙы ла тыңланыҡ. Киләсәктә балалар иртәктәргә, ҡобайырҙарға ла иғтибар итһен ине.

Нәфисә ТУЛЫБАЕВА:

– Ҡырғыҙстандың “Манас һәм Сыңғыҙ Айытматов милли акаде­мия­һы” дәүләт учреждениеһы президенты, филология фәндәре докторы, “Манас”ты өйрәнеүсе, һөй­ләү­се танылған сәсән Талантаалы Бакчиев конкурста жюри рәйесе булараҡ сығыш яһағанында: “Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған илаһи һүҙҙе – эпосты балаларға, йәштәргә тапшырырға тейешбеҙ. Әгәр уны үҙебеҙҙә генә ҡалдырһаҡ,  киләсәк быуын беҙҙе ғәфү итмәйәсәк”, – тине. Талантаалының тағы бер фекерен еткерәм: “Хәҙерге башҡа­рыусылар сығыштарын артыҡ биҙәп ебәрә, музыка ҡоралдарында уйнап, төрләндерергә тырыша. Шуның менән улар халыҡ эпосын башҡарыу традицияһын боҙа. Ғәҙәти башҡарыу ысулы тәү ҡараш­ҡа бик ябай күренергә мөмкин, әммә уның сафлығы ла шунда! Сакраль, изге нәмә ябай булырға тейеш”.

Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА:

– Дөрөҫ фекер. Ҡайһы бер бала­лар концертта сығыш яһаған кеүек әртисләнә, хатта ҡысҡыра башланы. Эпик әҫәрҙе театрлаштырыу менән мауығыу китте.

Асия ҒӘЙНУЛЛИНА:

– Эйе, эпосты һөйләгәндә ҡыс­ҡырмайҙар, яйлап, һалмаҡ ҡына бәйән итәләр. Бөгөн беҙгә эпос һөйләү мәҙәниәтен ҡырғыҙ, яҡут вәкилдәре күрһәтте.

Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА:

– Тойғон “Олонхо”ны аяҡ салып ултырып, ҡыбырҙамай ғына бәйән итте. Был ул йәшәгән климатҡа бәйле. 50 градус һыуыҡта кеше энергияһын һаҡларға тейеш. Ә башҡорт асылып китә ала. Климат икенсе, төрлө миҙгелдә йәшәй, менталитет башҡа. Хәрәкәт, тауыш менән уйнау ҙа кәрәк, тик мауығыр­ға ярамай. Эпосты пластика ярҙа­мында, театрлаштырып һүрәтләү коллектив башҡарышта ғына мөмкин. Яңғыҙ сығышында сәсән тыйнаҡ булырға тейеш.

Нәфисә ТУЛЫБАЕВА:

– Конкурс үткәреү буйынса беҙ халыҡ-ара статусҡа сығып бара­быҙ. Был йәш сәсәндәргә яуаплы­лыҡ өҫтәй. Конкурс барышында: “Сәсәнде сәнғәт институтында уҡытырға ярамай. Ул филология фа­куль­тетында уҡырға тейеш. Ун­да һүҙ бар”, – тигән фекер яңғы­раны. Әммә балаларҙы оло ярыш­ҡа әҙерләгәндә Мәҙәниәт һәм Мәғариф министрлыҡтарының бергә эшләүе шарт.

Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА:

– Бәғзе бер сығыштарҙа тауыш бар, күңел юҡ. Эпосты йөрәк аша үткәреп, күңел йылыһын биреп тамашасыға еткерергә кәрәк.

Ранис АЛТЫНБАЕВ:

– Ҡайһы бер балалар, һүҙҙәрен онотоп ҡуймайым тип, үҙен  ҡыйыу­һыҙ тота. Яңылышһа, юғалып ҡала. Ысын сәсән, яңылышһа ла, үҙ һүҙҙәре менән ялғап алып китергә тейеш.

Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА:

– Бала сәхнәгә сыҡһа, шунда уҡ: “Сәпкә тейерме был, юҡмы?” – тигән уй килә. Ҡайһы берәүҙәр эпосты ятлаған, ҡылана, әммә философия юҡ. Ысынлап та, яңылышһа, туҡтай ҙа ҡуя, сөнки импровиза­цияға китә алмай. Һигеҙ-ун юл һөйләгәндән үк күренә: сәсәнме был тыумыштан, юҡмы.

Яҡут һөйләгәндә барыбыҙ ҙа, эстәлеген, һүҙҙәрен аңламаһаҡ та, бер тулҡында булғанбыҙҙыр, сөнки эпик текстың үҙенең ритмикаһы, моңо бар. Ул милләт менән телгә бәйләнмәгән. Эпос – ул драматик әҫәр, шиғыр, поэма түгел. Илмир Ҡужабаев ни өсөн интонацияһы менән ышандырҙы? Сөнки ҡыла­ныр­ға, әртисләнергә өйрәнмәгән. Уға бер кем дә ҡулдарыңды шулай ит, былай ит, тип өйрәтмәгән. Ул эпосты бала күңеле менән нисек тоя, аңлай, шулай еткерҙе.

Айҙар ХӨСӘЙЕНОВ:

– Беҙҙең алда ике юл ята. Береһе – эпосты үҫтерергә ирек бирмәй, нисек бар – шулай һаҡлау. Шул уҡ ваҡытта бөгөнгө Европа, шул иҫәптән Рәсәй театры боронғо традицияларҙы емереү арҡаһында барлыҡҡа килгән. “Урал батыр” эпосынан яңы театр барлыҡҡа килһә, насармы ни? Бүтән милләт кеше­ләре лә беҙҙең эпос тура­һында ҡыҙыҡ­һынһа, минең уйымса, насар бул­маҫ ине. Беҙ сит ил йырҙарын, мәғә­нәһен белмәһәк тә, рәхәтләнеп тыңлайбыҙ. Башҡорт мәҙәниәте үҫешергә тейеш.

Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА:

– Һәр конкурстың үҙ йүнәлеше, стиле, концепцияһы, үҙенсәлеге. Был хаҡта положениела аныҡ яҙылған. Традицияларҙы дауам итеү, положение талаптарын үтәү зарур.

Ранис АЛТЫНБАЕВ:

– Сәсәндәр конкурсы – ул шоу, йәғни шау-шыу түгел. Башҡарыу­сылар ҡысҡырмаһын, аяҡ типмә­һен. Эпосты башҡарыу нескәлек­тәре тураһында матбуғат, радио, телевидение аша халыҡҡа еткерергә кәрәк.

Нәфисә ТУЛЫБАЕВА:

– Уҡытыусылар балаларҙы “ти” тип әйтергә өйрәтмәһен ине ул. “Тей” тип әйтелә бит.

Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА:

– Уралда, Башҡортостанда сәсән энергияһы саҡ күтәрелә башланы. Шул энергияны кире ҡайтар­һаҡ, беҙ ныҡ көслө мәктәпте ҡайта­расаҡбыҙ. Илдең энергияһын, мил­ләт идеологияһын, халыҡтың донъяға ҡарашын яңыртабыҙ тиһәк, сәсәндәр ижадына мөрәжә­ғәт итергә тейешбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүҙә әйткән фекерҙәребеҙгә алдағы йылдарҙа конкурстарҙа ҡатнашырға уйлаған сәсәндәр ҡолаҡ һалыр, халыҡ-ара кимәлдә сығыш яһап, милли мәҙәниәтебеҙҙе донъяға танытыр, тип ышанабыҙ.

 

-  Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА

Бөрйән районы

Читайте нас