Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
5 Август 2022, 06:06

Ул – моделдәр яһау оҫтаһы

Айбулаттың караптары менән музейҙа танышығыҙ.

Нәсих Хәлисов фотолары.Нәсих Хәлисов фотолары.
Фото:Нәсих Хәлисов фотолары.

Рәсәй, Башҡортостан Журналистар союздары ағзаһы, “Йәшлек” гәзите хәбәрсеһе, һуңғы йылдарҙа төрлө авиамоделдәр төҙөү менән мауыҡҡан Айбулат Ишназаровтың моделизм өлкәһендә ун йыллыҡ тәжрибәһе бар. Ул совет осороноң пассажир самолеттарын йыйған, аҙаҡ СССР һәм Рәсәй автомобилдәре, махсус техника өлгөләрен туплаған. Бөгөн Айбулат Салауат улы менән әңгәмәбеҙ – ошолар һәм башҡалар хаҡында.

– Айбулат, оперативлыҡ, етеҙлек кеүек сифаттар талап иткән журналистика менән бер рәттән моделизм менән шөғөлләнер өсөн дә ваҡыт табаһың...

– Былтыр декабрь айынан алып карап моделдәрен эшләргә тура килде. Бының менән эштән һуң буш ваҡытым булһа йә иһә ял көндәрендә булышам. Быға тиклем самолет, автомобиль моделдәрен йыя инем. Ағас менән эшләүе шул тиклем ҡыҙыҡ, мәҫәлән, ул тиҙ генә лакты үҙенә һеңдерә. Ә моде­лизмға килгәндә, ул техниканың бар деталдәрен өйрәнеүҙе, үҙ-үҙең өҫтөндә даими эшләүҙе, прото­типтарҙы эҙләүҙе талап итә.

– Күптән түгел өсөнсө моде­леңде – Полоцк шхунаһын Өфөләге В.И. Альбанов исемен­дәге Ҡотопсолар музейына илттең түгелме?

– Эйе, шулай. Был караптың моделен эшләү еңел булманы: дүрт ай ярым ваҡыт талап ителде. Башта – корпусын, артабан карап деталдәрен бер-бер артлы йый­ҙым.

“Полоцк” – Рәсәй империяһының Ҡара диңгеҙ флотына ҡараған судно. 1787 –1791 йылдарҙа Төркиә менән һуғышта, Синопҡа, Керасун­даға һөжүм итеүҙә һәм башҡа алыштарҙа ҡатнашҡан. Был шхунаның оҙонлоғо – 23,2 метр, киңлеге 7,3 метр тәшкил иткән. Экипаж 120 кешенән торған, суднола сөгөн пушка урынлашҡан. Караптың исеме 1772 йылда Рәсәй империяһына ингән Полоцк ҡалаһы исеменән алынған. 1788 йылда ул адмирал Ф.Ф. Ушаков эскадра­һының сигналдарҙы биреүсе шхунаһы булған.

– Быға тиклем дә ошо уҡ музейға моделдәр тапшырғай­ның, ахырыһы?

– Эйе, быға тиклем Помор кочын һәм дубель-шлюпканы музейға тапшырғайным. Беренсе карап музейҙың Арктиканы үҙләштереү залында урын алды. Оҙонлоғо 16-17 метр тирәһе тәшкил иткән судно йылдың төрлө миҙгелендә бихисап йылғаларҙа йөҙөү мөмкинлеген бирә икән.

Был коч ниндәйҙер айырым бер прототип түгел, күпселек осраҡта дөйөмләштереү һөҙөмтәһендә хасил булды. Тап ошондай модель Рәсәй Арктикаһы тарихында ҙур урын биләгән, XI быуатта помор­ҙарҙың Төньяҡ Боҙло океан буйлап ошо үҙенсәлекле, хатта ниндәйҙер кимәлдә йомортҡаны хәтерләткән конструкция ярҙа­мында тотҡар­лыҡһыҙ хәрәкәт иткән.

Дубель-шлюпка иһә XVIII быуатта Рус флотында йылғаларҙа, диңгеҙ ярына яҡын урындарҙа йөҙөү өсөн файҙаланылған. Уның күсермәһе 72 тапҡырға бәләкәй. Ул Өфөләге В.И. Альбанов исе­мендәге Ҡотопсолар музейы заказы буйынса эшләнде. Ваҡытында судно менән 24 ишкәксе һәм тағы ел идара иткән. Хәҙерге шарттар менән сағыштырһаң, был бик ауыр. Өҫтәүенә, капитандан, боцмандан, штурмандан һәм экипаждан төплө белем, таҫыллыҡ, тырышлыҡ һәм түҙемлек талап ителгән.

– Автомобилдәр коллекцияһы ла күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уята...

– Эйе, “Икарус”, “ЛиАЗ”, “ПАЗ” автобустары һәм автомобилдәр моделдәрен йыйыу менән күптән шөғөлләнәм. Бынан тыш, коллекциямда “Ту-144” пассажирҙар лайнеры, күптәргә “Илюша-йөк машинаһы” булараҡ таныш “Ил-76МД” һәм башҡа техника прототиптары бар. Был моделдәрҙең күбеһе совет осорона ҡарай, шулай уҡ хәҙерге Рәсәй, сит ил машиналарын эшләнем.

Автомобилдәр – бала сағымдың бер өлөшө ул. Коллекциялағы барлыҡ моделдәрҙе тиерлек үҙем күрҙем, уларҙа үҙемдең йөрөгәнем бар йә иһә туғандарым, дуҫтарым уларға ултырып ҡараған. Ғөмүмән, һәр ваҡыт техника хәрәкәтен күҙәтә инем, уларға арналған бихисап журналдарҙы уҡыным, Йәш техниктар станцияһында шөғөлләндем һәм уҡыным. Ә бына моделдәрҙе яһау менән 2012 йылдан алып мауығам. Быйыл яратҡан шөғөлөмә 10 йыл тула. Башта авиамоделдәр менән мауыҡһам, 2014 йылдан автомоделизм менән ныҡлап шөғөлләнәм.

– Коллекцияңдағы һәр моделде ҡороуға күпме ваҡыт сарыф итәһең?

– Һәр моделде уйлауға һәм тормошҡа ашырыуға бер ай тирәһе китә, ҡай саҡ унан да күберәк ваҡыт үтергә мөмкин. Моделдәр инструкция һәм ысын машинаның прототибы буйынса туплана, уларға эмблемалар, һандар һәм башҡалар ҡуйыла. 

– Ошо моделдәреңдән нин­дәйҙер күргәҙмә ойошторғаның бармы?

– 2016 йылда Баймаҡ Йәш техниктар станцияһында эштәрем ҡуйылғайны. Бынан бер нисә йыл элек Өфөнөң Матбуғат йортонда автомоделдәр коллекцияһын тамашасыларға тәҡдим иттем. Ретро-күргәҙмә Рәсәй матбуғаты көнөнә арналғайны. Шәхсән үҙем автомобилдәр донъяһына битараф түгелмен. Бер нисә тапҡыр иле­беҙҙең баш ҡалаһындағы  “Мәскәү транспорты” ретро-автомобилдәр музейындағы экспонаттар менән таныштым.

– Ошо үрҙә әйтеп үтелгән моделизм, тағы төрлө тәңкәләрҙе йыйыу йәки нумизматика, бынан тыш, республикабыҙ ҡалалары, райондары значоктарын туплау кеүек шөғөлдәрең бар, буғай?

– Белемем буйынса тарихсы булараҡ, был фәндең нумизматика һәм фалеристика өлөштәре оҡшай. Металл аҡсалар элек ҡулға эләгә торғайны, яйлап туплай башланым. 2012 йылдан алып махсус альбом-папкаларҙа һаҡлайым. Миндә әле 1812 йылғы Ватан һуғышына 200 йыл тулыуға, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына, 1980 йылғы Мәскәү, 2014 йылғы Сочи Олимпиадаларына арналған юбилейлы һум туп­ланмалары, Америка долларының дүрттән бер өлөшө – квотер тип аталған 25 центлыҡ аҡсалары, Ҡаҙағстан тәңкәләре һаҡлана. Рәсәй ҡалаларына, төбәктәренә, ваҡиғаларына, хәрби дан ҡала­ларына арналған 10 һумлыҡтарҙың айырым папкалары бар. Һанай башлаһаң, күп инде. Әйткәндәй, 2015 йылдан алып нумизматика менән шөғөлләнеүем туҡтап ҡалды. Бар көс автомоделдәргә китә, әммә коллекцияны туҙҙырмайым, һаҡ­лайым.

Значоктарға килгәндә, уларҙы 2013 йылдан алып йыям. Биттәре кейеҙҙән булған ике альбом бар – шуларға ҡаҙайым. Айырым система, йәғни темалар буйынса туплайым: авиация, йыһанды өйрәнеү, спорт, Мәскәү Олимпиадаһы, йәнлектәр, автомобилдәр, байрамдар, караптар, Ленинград-Санкт-Петербург темаһы.

Иң һи­рәк осрағаны һәм айырыуса ҙур ғорурлығым булғаны – Башҡортостан геральдикаһы (республика райондары һәм ҡалалары гербтары), совет Өфөһөнә һәм БАССР-ға арналған значоктар. Бында “БАЛ” авиакомпанияһының, “Башкиравтодор” ойошмаһының корпоратив значоктарын, 1988 йылда Мәскәүҙә үткән Башҡортостан мәҙәниәте көндәренә бағышланған тимер тамғаны, “Йәшлек” гәзитенең 1993 йылда эпоксид ыҫмаланан ҡойолған тамғаһын, республика ҡалаларының элекке гербтарын, журналистарҙың Шәһит Хоҙай­бирҙин  премияһының ике төрлө миҙалын, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзының төрлө йылдарҙағы тамғаларын күрергә мөмкин. Әйткәндәй, значоктарҙы интернеттағы төрлө аукциондарҙа, Өфөләге бәләкәй баҙарҙарҙа алмашып, һатып алып туплайым.

– Әңгәмә өсөн рәхмәт! Уңыштар һиңә, Айбулат!

 

-   Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас