Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Айҙар Ғәлимов йәш сағында кем булып эшләгән?

Артистың тормошонан 17 ҡыҙыҡлы мәғлүмәт. Баҡтиһәң, яратҡан артисыбыҙ Башҡортостанда тыумаған икән...

Айҙар Ғәлимов йәш сағында кем булып эшләгән?
Айҙар Ғәлимов йәш сағында кем булып эшләгән?

“Татар эстрадаһы” социаль төркөмөндәге сәхифәлә Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов тураһында 17 ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән уртаҡлаштылар. 

Тыуған ере – Ҡаҙағстан ССР-ы, Целиноград өлкәһе, Мәҙәниәт ауылы.

11 февраль – әсәһенең тыуған көне, 16 февраль – атаһыныҡы, 23 февраль – үҙенеке.

Атаһы ғүмер буйы - шофер, ә әсәһе уҡытыусы булып эшләгән.

Бала саҡтан хоккейҙы яратып уйнаған, шуға ла ҡушаматы “Харламов” булған.

Өсөнсө класта уҡығанда ҡулын һындырған.

Өфө автотранспорт техникумын ҡыҙыл дипломға тамамлай.

Ике юғары белемгә эйә.

42 тапкыр парашют менән һикергән.

Армиянан ҡайткас, Миәкә районының “Сулпан” колхозында шофер булып эшләгән.

Улына футболсы Динияр Биләлетдиновтың хөрмәтенә уның исемен ҡушҡан.

Йырсының яраткан шөғөлө – спорт. Хоккей, футбол уйнай, теннис ярата, тау саңғыһы менән мауыға.

”Салауат Юлаев” хоккей командаһы көйәрмәне.

Селин Дион, София Ротару, Иосиф Кобзондың репертуарын тыңларға ярата.

Ҡасандыр “Айҙар” студияһы иғлан иткән кастингка йырсы Земфира ла килгән була. Тик Айҙар Ғәлимов быны үҙе хәтерләмәй.

Яратҡан шағиры – Әнғәм Атнабаев.

Имзаһын космонавт Юрий Гагариндыҡына оҡшатып ҡуя.

Йорт бесәйенең ҡушаматы – Патрик.

Фото: Айҙар Ғәлимовтың социаль селтәрҙәге диуарынан.

Айҙар Ғәлимов йәш сағында кем булып эшләгән?
Айҙар Ғәлимов йәш сағында кем булып эшләгән?
Айҙар Ғәлимов йәш сағында кем булып эшләгән?
Айҙар Ғәлимов йәш сағында кем булып эшләгән?
Айҙар Ғәлимов йәш сағында кем булып эшләгән?
Айҙар Ғәлимов йәш сағында кем булып эшләгән?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в