Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
6 Август 2022, 06:45

"Шумбрат!" йәки "Һаумыһығыҙ!"

Фестиваль барышында “Сода” ҡала мәҙәниәт һарайында “Мордва. Ҡурай балҡышында – 300 йыл” этнография күргәҙмәһе үткәрелде.

"Шумбрат!" йәки "Һаумыһығыҙ!""Шумбрат!" йәки "Һаумыһығыҙ!"
"Шумбрат!" йәки "Һаумыһығыҙ!"

Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Шумбрат!” тигән мордва милли мәҙәниәте республика фестивале ойошторолдо. Сара Башҡортостан “Мордва милли-мәҙәни үҙәге” төбәк йәмәғәт ойошмаһының 25 йыллығына бағышланды.

Фестиваль барышында “Сода” ҡала мәҙәниәт һарайында “Мордва. Ҡурай балҡышында – 300 йыл” этнография күргәҙмәһе үткәрелде. Был сарала Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, Башҡортостан Башлығы идаралығының ижтимағи-сәйәси мәсьәләләр буйынса кәңәшсеһе Светлана Ибәтуллина, Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина, Мордва халҡының (моҡшан һәм эрзя) төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Юрий Мишанин, Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина, Башҡортостан “Мордва милли-мәҙәни үҙәге” рәйесе Юлиә Герасимова ҡатнашты.

– Сирек быуат Мордва милли-мәҙәни үҙәге үҙ халҡының мәҙәни кодын һаҡлау һәм уны йәш быуынға таратыу кеүек яуаплы бурысты башҡара, – тине Рөстәм Ғәзизов.

Фото: Мордва милли-мәҙәни үҙәге матбуғат хеҙмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас