Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Август 2022, 11:00

Матбуғат йорто алдында үҫә бер имән...

"Хәтерләйем, ошо юлданҮткән һәр кемде:Рәмиҙәрҙе, Бикбайҙарҙы,Мостай Кәримде..." Хөрмәтле дуҫтар, һеҙҙеңсә, ошо имән ағасына нисә йәш? Нисек уйлайһығыҙ? 

Матбуғат йорто алдында үҫә бер имән...Матбуғат йорто алдында үҫә бер имән...
Матбуғат йорто алдында үҫә бер имән...

Өфөләге Матбуғат йорто алдында олпат имән үҫә. Ошо ағас тирәһенән олоһо ла, кесеһе лә өҙөлмәй. Эҫе көндәрҙә уның күләгәһендә күптәр хәл ала, көслө ел-дауылдар мәлендә ул эргә-тирәһендәге ағастарға ышыҡ ролен үтәй.

Коллегабыҙ, танылған шағир Салауат Әбүзәр был имәнгә шиғыр ҙа арнаны.

Матбуғат йорто алдында
Үҫә бер имән.
Һәр саҡ һөйләшеп үтәмен
Шул имән менән.

Һөйләй ул күргән-белгәнен,
Көрһөнөп ала:
“Донъялар шулай ҡоролған –
Кемдән дә ҡала.

Хәтерләйем, ошо юлдан
Үткән һәр кемде:
Рәмиҙәрҙе, Бикбайҙарҙы,
Мостай Кәримде.

Солтангәрәй, Шәриповтар
Торҙо төбөмдә.
Хәсән Назар, Рәшит Шәкүр
Килә бөгөн дә.

Наил, Рәлиф һыйпап китә
Минең олондо.
(Бына, һин дә был тарафҡа
Борҙоң юлыңды).

Хәтерләйем Ҡол-Дәүләтте,
Түләк, Дамирҙы...
(Донъя елдәре ҡорота
Ниндәй тамырҙы!)

Әле генә яндан үтте
Үтәбай, Мөнир...
Тимәк, тормош дауам итә,
Бар әле ғүмер!..”

Матбуғат йорто алдында
Үҫә бер имән.
Һәр саҡ һөйләшеп үтәмен
Шул имән менән.

Хөрмәтле дуҫтар? Ошо имән ағасына нисә йәш? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас