

“Өйләнәм! Өйләнәм!”, – тине Айҙар кейәү Гөлнар ҡыҙыма! Ә мин ҡаршы түгел! Ҡотлайбыҙ!” – тип уртаҡлашты йырсы Рөстәм Ғиззәтуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Ғиззәтуллиндың ҡыҙының туйы кисә Өфөлә үтте. Уны “Йыл туйы” тип атарға ла мөмкин, сөнки республика эстрадаһының сағыу йондоҙҙары бөтәһе лә тиерлек саҡырылған ине, унан тыш билдәле дәүләт эшмәкәрҙәре лә туй ҡунағы булған, йәғни артист барлыҡ дуҫтарын ситтә ҡалдырмаҫҡа тырышҡан.
Туй ҡунаҡтары араһында Радик Юлъяҡшин, Заһир Зәйнетдинов, Айрат Мусин, Азамат Ғафаров, Рәнис Алтынбаев һәм башҡа билдәле йырсылар бар. Улар һәр береһе йырлап, изге теләктәрен еткергән.
Рөстәм Ғиззәтуллиндың кейәүе – Айҙар Зәкировтың тамырҙары Белорет районының Ғәбдөк ауылына тоташа. Үҙебеҙҙең башҡорт егете!
Йәштәргә бәхетле һәм оҙон ғүмер юлы теләйбеҙ!
Фото: Рөстәм Ғиззәтуллиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.