

18-28 августа Мәскәүҙәге "Зарядье" паркында Рус география йәмғиәте фестивале уҙғарыла, быйыл сара бишенсе тапҡыр үтә. Һәр хәрефтең үҙ мәғәнәһе булған "Г-Е-О-Г-Р-А-Ф-И-Я" һүҙ-шифры уның төп темаһы буласаҡ. Рус география йәмғиәте фестиваленә килеүселәр Рәсәй ғалимдарының ҡыҙыҡлы асыштары, йәмғиәттең сағыу экспедициялары, мауыҡтырғыс туристик маршруттар, Рәсәй халыҡтарының мәҙәниәте һәм йолалары, хайуандарҙың һирәк төрҙәре менән танышасаҡ.
Фестиваль программаһында билдәле ғалимдарҙың һәм сәйәхәтселәрҙең лекциялары, фотографтар һәм кинематографистар менән ижади осрашыуҙар, интеллектуаль уйындар һәм викториналар, оҫталыҡ дәрестәре, документаль фильмдар күрһәтеү ҡаралған. Рәсәй халыҡтары мәҙәниәттәре байлығына арналған форумда илебеҙҙең 50-нән ашыу төбәге, шул иҫәптән Башҡортостан да ҡатнашасаҡ. Фестиваль көндәрендә баш ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарының башҡорт халҡының милли йолалары һәм мәҙәниәте менән танышыу мөмкинлеге буласаҡ. Традицион торлаҡ зоналарында тулыһынса милли стилдә йыһазландырылған башҡорт тирмәһе урынлашасаҡ. Тарихи һәм көнкүреш әйберҙәр ҡуйылған ихаталар башҡорттарҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен күрһәтәсәк.
Бында шулай уҡ халыҡ ижады оҫталарының әйберҙәре - биҙәкле туҡымалар, балаҫтар, сигелгән таҫтамалдар, милли биҙәүестәр һәм башҡалар тәҡдим ителәсәк. Фестиваль ҡунаҡтарын шулай уҡ "Һабантуй" спорт-уйын программаһы көтә. Бынан тыш, теләгән һәр кем төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала. 26 августа, Рус география йәмғиәте фестивале барышында, Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көнө уҙғарыла. Байрамды төбәктең сәнғәт оҫталары ҡатнашлығындағы ҙур концерт биҙәйәсәк.
Фото рәсми сығанаҡтан