Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Август 2022, 15:30

"Ятаҡ тормошо теңкәгә тейҙе, шуға... Италияға киттем"

Вадим Ғилмановты тыуған көнө менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, ижади үрҙәр теләйбеҙ!

"Ятаҡ тормошо теңкәгә тейҙе, шуға... Италияға киттем""Ятаҡ тормошо теңкәгә тейҙе, шуға... Италияға киттем"
"Ятаҡ тормошо теңкәгә тейҙе, шуға... Италияға киттем"

Сибай башҡорт дәүләт драма театры артисы һәм режиссеры Вадим Ғилманов сәхнәлә егерме йылға яҡын ижад итә. Уның яҙмышындағы хәле иткес мәлдәре менән әсәһе Тәнзилә Кейекбаева уртаҡлашты.

– Сәнғәт институтынан һуң уны Башҡорт дәүләт академия драма театрына алып ҡалғайнылар. Улымдың ҡулына дипломын тотторҙом да сит илгә сығып киттем, сөнки ятакта йәшәү тамам туйҙырғайны. Улым ятаҡта доньяға килде, Өфөлә сит телдәр факультетының туғыҙ ҡатлы дөйөм ятағының баҫҡыстарынан бер менеп, бер төшөп уйнап йөрөгәне әле лә хәтеремдә.

Беренсе класҡа ул ятаҡ тупһаһын аша атлап сығып китте, ул саҡта мин Сибай ҡалаһында уҡыта инем. X класты ла ятаҡта йәшәгәндә тамамланы.

Өфөгә күскәйнек, мин телевидениела эшләнем, Өфө дәүләт сәнғәт институтының ятағында йәшәнек. Совет осоро ятаҡ тормошо булды бит, ярар әле эләкһә! Уныһы ла ҙур “блат” аша булды бит! Өфөләге тотош интеллигенция халҡы ошо ятаҡ тормошон үтте.

Мин үҙем бала саҡтан етем ҡалып, интернатта уҡыным, шулай уҡ ятаҡта йәшәнем, унан һуң институтта. Ятаҡ тормошо тамам теңкәгә тейгәйне. Шуға күрә мин улымдың ҡулына актер дипломын тоттороу менән сит илгә аҡса эшләү маҡсатында юлландым. Италияла уң йылдан ашыу йәшәп, аҡса эшләп ҡайттым, фатирлы булдым, ипотеканы түләй алдым. Улымды институттан һуң Башҡорт дәүләт академия драма театрына алдылар, дүрт йыл унда эшлане. Бик матур ролдәрҙә уйнаны, күренекле артистар менән бергә ижад итте.

Миңә сит илдә яңғыҙыма бик ауыр булды, ныҡ һағындырҙы. Әммә кире ҡайтыу юҡ, бурысҡа алған аҡсаны кешегә ҡайтарырға, ипотеканы түләп бөтөргә кәрәк.

Улым менән икәүләп эшләһәк, тиҙерәк ипотеканы ҡаплар инек тигән уйҙа уны ла Италияға эшкә саҡырҙым. Ул риза булғас, мин ҡайтып төштөм. Шулай итеп, улым театрҙан эшенән сыҡты. Италияға ул яңғыҙы килмәне, яратып йөрөгән ҡыҙын да алып китте. Икеһенә лә эш әҙерләп ҡуйҙым, йәшәргә урын да бар.

Италияла йәйҙе үткәргәс, ҡыҙ ҡайтырға ыңғайланы, улым да артынан ҡалманы, Рәсәйгә ҡайтып киттеләр... Тик уны элекке урынына эшкә алманылар. Ә Сибай дәүләт драма театрында ҡуш ҡуллап ҡабул иттеләр.

Бөгөн дә ул яҡын йортона әйләнгән театрҙа ҡолас йәйеп эшләй, төп ролдәрҙе ышанып тапшыралар. Шайморатов генералды ла уйнарға насип итте. Улымдың уңыштарын күреү - оло бәхет, – тип һөйләйеэ Тәнзилә Кейекбаева.

Вадим Ғилмановҡа ижади уңыштар теләйбеҙ!

Фото: Тәнзилә Кейекбаеваның һәм театрҙың шәхси архивынан.

 

"Ятаҡ тормошо теңкәгә тейҙе, шуға... Италияға киттем"
"Ятаҡ тормошо теңкәгә тейҙе, шуға... Италияға киттем"
"Ятаҡ тормошо теңкәгә тейҙе, шуға... Италияға киттем"
"Ятаҡ тормошо теңкәгә тейҙе, шуға... Италияға киттем"
"Ятаҡ тормошо теңкәгә тейҙе, шуға... Италияға киттем"
"Ятаҡ тормошо теңкәгә тейҙе, шуға... Италияға киттем"
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас