

Танылған йәш йырсы Рифат Йәмле Хан (Йәмлихин) социаль селтәрҙә яңы клибын тәҡдим итте. Күңелле йыр-бейеү менән оҙатылған клип “Самауыр” тип атала. Йырҙың һүҙҙәрен һәм көйөн Насип Һаҡмаров ижад иткән.
Рифат уны төшөрөү барышы тураһында ҡыҙыҡлы итеп һөйләне.
- Был клипты 12 сәғәт дауамында төшөрҙөк. Эш барышында ете самауыр сәй эселде. Съемка Сибай ҡалаһы янындағы Төйәләҫ быуаһы буйында һәм Баймаҡ районының Иҫке Сибай эргәһендәге Ирәндек тауы битләүендә булды. Төрлө ҡыҙыҡ хәлдәргә лә тарып бөттөк. Урмандағы өлөштө төшөргәндә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәлил Ишбирҙинды “юғалттыҡ”. Баҡтиһәң, юлды бутап, аҙашҡан икән. Уны 2 сәғәт самаһы эҙләргә тура килде. Клипты төшөрөүҙә Хәлил ағайҙан тыш, Арҡайым ҡасабаһы ағинәйҙәре һәм "Сибай" бейеү ансамбле солисткаһы Гөлназ Ишбулатова ҡатнашты. Уларҙың барыһына ла рәмәтлемен! – тине Рифат.
Күңелле, матур йөкмәткеле клип һеҙгә лә оҡшар, тип уйлайбыҙ.
Фото: видеояҙманан скриншот.
Видео: Р. Йәмлихиндың шәхси архивынан.