Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
9 Август 2022, 04:50

Был йорттоң үҙенсәлекле тарихы бар

Республика уның хаҡында хәстәрлек күрә.

Офицерҙар йорто эргәһенән көн һайын меңдәрсә кеше үтә, ләкин күптәр был бинаның мәҙәни, тарихи, патриотик һәм архитектур ҡиммәтен һәм әһәмиәтен аңлап та етмәйҙер. Өфө гарнизонының 1900 йылда төҙөлгән Офицерҙар йорто бинаһы төбәк әһәмиәтендәге “Ҙур Себер ҡунаҡханаһы” архитектура ҡомартҡыһын тәшкил итә. Ул Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының тарихи-мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индерелгән һәм дәүләт тарафынан һаҡланырға тейеш.

Мәғлүм булыуынса, Офицерҙар йорто Өфөнөң бай сауҙагәре Андрей Паршин тарафынан ҡунаҡхана булараҡ финанслана. Революцияға тиклем бинаның икенсе һәм өсөнсө ҡаттарында А.М. Паршиндың ҡунаҡханаһының “комфортабелле номерҙары” урынлаша. Унда шулай уҡ ресторан, бильярд һәм концерт залдары була. Концерт залында Д.Е. Кляузников етәкселегендәге театр сығыш яһай, профессиональ һәм һәүәҫкәр труппалар спектакль ҡуя. Ә беренсе ҡатта сауҙагәр Стахеевтар, ағалы-энеле Крестовниковтар сауҙа итә, дарыуханасы Л.Я. Дворжец эшләй.

Офицерҙар йортоноң ХХ быуаттан ХХI быуатҡа күсеү осоро ла ябайҙарҙан булмай. Ул 1905 йылғы Беренсе рус революцияһын да, 1914 йылда Беренсе донъя һуғышының башланыуын да, 1917 йылғы Февраль буржуаз революцияһын да, унан һуң Октябрь социалистик революцияһын да, директория барлыҡҡа килгәнен дә, беренсе Рәсәй Ваҡытлы хөкүмәтен дә, Граждандар һуғышын да күрә.

1918 йылда бинала тарҡала барған Рәсәй империяһын ҡотҡарырға маташып ҡарайҙар. Был сара тарихҡа Өфө директорияһы булараҡ инә. 8 – 23 сентябрҙә Ҙур Себер ҡунаҡханаһында Өфө дәүләт кәңәшмәһе уҙғарыла.

Директорияны тарҡатып, илдәге власты һәм бөтә вәкәләттәрҙе үҙ ҡулына алырға ниәтләгән Рәсәйҙең юғары хакимы А.В. Колчак та 1919 йылдың майында Өфөгә сәфәре барышында тап ошо Ҙур Себер ҡунаҡханаһында туҡтала. Бер нисә ай алдан иһә, 21 ғинуарҙа, яңы ойошторолған Ҡыҙыл Армия клубында ҡыҙыл комиссар, танылған чех яҙыусыһы Ярослав Гашек Берлин эшселәре ихтилалы полиция тарафынан аяуһыҙ баҫтырылып, Германия Коммунистар партияһы етәкселәре Карл Либкнехт менән Роза Люксембургтың  һәләк булыуына бәйле сығыш яһай. Ошо уҡ йылдың июнендә ҡыҙылармеецтар Өфөнө тулыһынса алғас, ҡунаҡханала 5-се армия штабы урынлаша, ә 1926 йылдан ул Ҡыҙыл Армия йорто тип атала башлай. Был бинала коммунистар, комсомолдар, пионерҙар тантаналы ант итә. 1932 йылдың февралендә Башҡортостан яҙыусыларының республика съезына Александр Фадеев килә һәм һигеҙ айға бында ҡала. 12 апрелдә ул Ҡыҙыл Армия йортондағы осрашыуҙа әҙәби берекмәләрҙең сираттағы бурыстары тураһында телмәр тота.

1939 йылда бинаны Офицерҙар йорто тип үҙгәртәләр. Унда яҙыусылар Мостай Кәрим, Ярослав Гашек, Александр Фадеев, хәрби начальник Василий Чапаев, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев кеүек танылған шәхестәр сығыш яһай.

Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк Офицерҙар йорто эшен яңы бурыстарға ярашлы үҙгәртеп ҡора. Унда мәғлүмәт һәм агитация эшмәкәрлеге йәйелдерелә, ватансылыҡ йүнәлешендәге күмәк мәҙәни эш тә туҡталмай. Танылған украин композиторы Г.Г. Веревка етәкселегендә ҡатын-ҡыҙҙар хор ансамбле ойошторола.

Һуғыштан һуң элекке ҡунаҡхана бинаһында Башҡортостан республика хәрби комиссариаты урынлаша. Унда Советтар Союзы Геройҙары Петр Рогалев, Таһир Күсимов БАССР хәрби комиссарҙары булып эшләй.

1996 йылдың 28 ноябре Өфө гарнизонының Офицерҙар йорто өсөн иҫтәлекле көн була – дүрт тапҡыр Советтар Союзы Геройы Георгий Константинович Жуковҡа бюст ҡуйыла. Уның авторы – Башҡортостандың халыҡ рәссамы, скульптор Борис Фузеев.

Әйткәндәй, Офицерҙар йорто Бөйөк Ватан һуғышының легендар батыры, халыҡ-ара партизандар отряды командиры, Башҡортостандың данлы улы Даян Баян улы Мурзин менән бәхилләшеү һәм уны һуңғы юлға оҙатыу хаҡында ла хәтирәләр һаҡлай.

Офицерҙар йорто эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен Рәсәй Ҡораллы Көстәре личный составын тәрбиәләү, хәрбиҙәр һәм Ҡораллы Көстәрҙәге граждан персоналы менән мәҙәни-тәрбиәүи, күмәк хәрби, мәғлүмәт-ағартыу, хәрби-ватансылыҡ, мәҙәни-ижади эш тәшкил итә. Коллектив Рәсәй дәүләте һәм уның Ҡораллы Көстәре тарихындағы иҫтәлекле һәм мөһим даталарға арналған байрам сараларына әҙерләнеүҙә һәм уларҙы үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша. Офицерҙар йорто китапханаһы һәр кемдең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек классик, заманса, нәфис, тыуған яҡты өйрәнеү, хәрби-тарихи әҙәбиәттән торған бай китап фондына эйә. Унда күптәрҙең эше, уҡыуы өсөн мәғлүмәттәр базаһын тәшкил иткән, ХIХ быуатта уҡ нәшерләнгән китаптар һаҡлана.

Бинала әлегә тиклем Башҡортостандың Һуғыш һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары комитеты, Айырым хәүеф подразделениелары ветерандары комитетының төбәк бүлексәһе, Башҡортостандың Запастағы офицерҙар комитеты, Локаль һуғыштарҙа һәм конфликттарҙа ҡатнашҡандарҙы социаль яҡлау фонды, “Фронтташ әхирәттәр” һуғыш ветераны булған ҡатын-ҡыҙҙар клубы эшләй.

Бинаға оҙаҡ йылдар ремонт үткәрелмәгәнгә күрә, әле экспертиза үткәрелде һәм уның авария хәлендә булыуы, файҙаланыуға яраҡһыҙ булыуы асыҡланды. Республика капиталь ремонтты финанслау йәһәтенән Офицерҙар йортона ярҙамға килде. Әле күләмле проектлау эше башҡарыла. Концепцияға ярашлы, Офицерҙар йортон төҙөкләндереү өс этапта башҡарыла. Уны Өфөнөң 450 йыллығына файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.

 

Рөстәм ҒӘЛЛӘМОВ

Читайте нас