

Күренекле яҡташыбыҙ Зәйнәб апай Биишеваның тыуыуына 114 йыл тулып, инде беҙҙең аранан киткәненә 26 йыл үтеп барһа ла, уны халҡы менән бәйләгән рухи ептәр иҫ киткес ныҡ. Һис ҡасан күҙгә лә күренмәҫ илаһи нур ебе булып күңелдең ҡылдарына тоташа кеүек. 1994–1996 йылдарҙа миңә лә шәхсән аралашып, әҙибәнең үҙ ҡулдары йылыһын һалып әҙерләгән ризыҡтарын ашау, яһаған сәйҙәрен эсеү бәхете тейҙе.
Ҡулыма радиотелекомпанияларҙа әүҙем эшләп, әлеге ваҡытта Мәләүез ҡалаһында йәшәгән яҡташым, рухташым, замандашым Роберт ағай Собханғолов яҙған “Зәйнәб апайҙың яҙғандарынан...” тигән мәҡәлә килеп эләкте. Уның был бай йөкмәткеле эшенә баһалама яҙырға теләгем тыуҙы һәм, күңел донъям исеменән рәхмәт әйтеп, әленән-әле ҡайтанан уҡып, ҡулыма ҡәләм алдым.
Һуңғы йылдарҙа хөрмәтле ил инәһенең әҫәрҙәренә күҙ һалып, ижади байҡау эшләгәндәр бик аҙ, тип әйтергә теләр инем. “Яҡтыға” трилогияһының иҫ киткес бай, халыҡсан тел менән яҙылыуы, өҙөктәрҙән тарих төпкөлөндә ятҡан һүҙ хазиналарын ҡулланып бирелгән әҫәр өлгөләрен уҡыу Зәйнәб Абдулла ҡыҙының китаптарына ҡайтанан тотонорға, тағы ла һоҡланырға, туған телебеҙҙең ни тиклем бай икәненә инанырға мәжбүр итте.
Быйыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты тарафынан Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы иғлан ителеүе ана шундай ынйы кеүек әллә ҡайҙан балҡып торған, һөнәрсенең көршәктәренә оҡшап, ваҡыт ни тиклем күп үтһә лә, үҙ ҡиммәтен юғалтмаған рухи байлыҡтарыбыҙҙың матди байлыҡтан өҫтөн икәне хаҡында тағы ла бер мәртәбә халҡыма өндәшкем, башҡортомдоң бөйөклөгө хаҡында әйткем килде.
Был мәҡәләһе менән Роберт Шакир улы, әлбиттә, күп нәмәләргә иғтибар итергә саҡыра, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе белергә өндәй, шул уҡ ваҡытта Зәйнәб Биишеваның үҙ ауыҙынан әйтелгән (үҙем шаһит булдым) “Ҡәҙерленең ҡәҙерлеһе ҡәҙерһеҙгә ҡалмаһын” тигән тылсымлы һүҙҙәренә ҡеүәт бирә. Илаһи ихласлыҡ аша әйтелгән был һүҙҙәрҙе апайыбыҙҙан ишетеп рухланғайным, үҙемдең уға арнап яҙған ҡобайырымда ла ҡулландым. Ниндәй тәрән мәғәнәле фекер! Ул бит кешелеккә, беҙгә, халҡыбыҙға өндәшә. Балаһын баҡҡан, тәрбиәләгән мәлдә лә был хәҡиҡәтте һәр әсә аңларға тейеш. Балаң рухи ғәрип булмаһын тиһәң, был тылсымлы моңдо, фәһемле кәңәште уның рухи офоғона яҙып ҡуй! Үҙ телен дә белмәгән кеше ошо тиклем ижади эштәрҙе аңлай алмаҫ, тәрән нескәлектәрен тоймаҫ бит. Аяныслы хәлдәрҙе үҙебеҙ тыуҙырабыҙ, ә ваҡыт үткәс, кемделер ғәйепләргә тырышабыҙ түгелме?!
Күренекле яҡташыбыҙҙың әҙәби мираҫы – ул үҙе бер хазина. Тасуирлау, образлаштырып, һүрәтләү алымдарын ҡулланыу көйлө, моңло телебеҙҙең бар асылдарын аса. Роберт Собханғолов та ошо әҫәрҙәрҙең бәләкәй генә бер өлөшөн миҫал аша еткерергә тырыша. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр, өлкән класс уҡыусылары өсөн ниндәй кәрәкле мәғлүмәт унда. Яманлыҡ менән яҡшылыҡ, изгелек менән мәрхәмәтһеҙлек йәнәш атлағанда, күңелебеҙҙе юшҡын тутыҡтары тарайтҡан мәлдә шул тиклем ижади ҡомар аша бирелгән байлыҡҡа күҙ һалмай үтһәк, мин замандаштарымды йәлләр инем. Ә был хаҡта бит әҙибә бала сағынан уйланған, төндәрен йоҡламаған, кешене яҡшы, изге күңелле итер өсөн сара табырға тырышҡан. Изгелекле күңел генә рухи бейеклеккә ынтыла, тип әйтә алам, һәм дә ундайҙарҙы мәҙәни яҡтан үҫешкән шәхес тип тә күрергә мөмкин.
Йыл һайын районыбыҙ тарафынан әҙибәбеҙҙең изге мираҫын, ғорур исемен ҙурлау маҡсатынан булдырылған премия тапшырыла. Уның лауреаттары араһында халҡыбыҙға әле лә булһа тоғро хеҙмәт иткән тележурналист, хәбәрсе, публицист Роберт Шакир улы Собханғоловтың да булыуы күңелгә ҡыуаныс өҫтәй.
Рәзилә ҠОТЛОГИЛДИНА