Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Август 2022, 18:00

"Бөйөк дала" рок-концерты һеҙҙе көтә!

20 августа матур йолаға әүерелгән "Бөйөк дала" рок-концерты була. Сәхнәлә яңы йырҙар һәм хиттар яңғыраясаҡ

"Бөйөк дала" рок-концерты һеҙҙе көтә!
"Бөйөк дала" рок-концерты һеҙҙе көтә!

Хәйбулла районының төп брендына әүерелгән "Бөйөк дала" рок концерты быйыл да үҙ тамашасыларын йыя. Сара "Аҡъяр", "Рух", "Майҙан" рок-төркөмдәре ҡатнашлығында Аҡъяр ауылы мәҙәниәт һәм ял паркында ойошторола. Легендар "Дәрүишхан" рок төркөмө лә тыңлаусыларҙы үҙҙәренең ижады менән ҡыуандырасаҡ.  Концерт киске сәғәт 8-ҙә башлана.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ошоға тиклем "Бөйөк дала" проекты фестиваль форматында үтте, пандемия ваҡытында ул туҡтап торҙо. Проектты ойоштороусылар булып Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Хәйбулла районы хакимиәте сығыш яһай.

Рок һөйөүселәрҙе һәм рок төркөмөндә сығыш яһаусыларҙы "Бөйөк дала" рок концерты көтөп ҡала. Килегеҙ, күрегеҙ һәм ҡатнашығыҙ!

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: