

“Бухгалтерҙар колхозды ашай, бай була”, – тип әсәһе Гөлшатты уҡырға ебәрә. Күңеле тартмаһа ла, уҡып бөтөп, ауылына ҡайтҡас, ҡыҙға был һөнәр буйынса эш булмай. “Әлегә ошонда йөрөп тор инде”, – тип йәш белгесте клубҡа урынлаштыралар. Гөлшат Хәйбуллина бөгөнгәсә ҡыуана ул саҡта бухгалтер урынының буш булмағанына. Мәҙәниәт усағында уға шундай оҡшай!
Бейеүгә мөкиббән киткән Гөлшат йәш быуынға ла шул “ауырыуҙы” йоҡторор өсөн 42 йәшендә Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумында ситтән тороп уҡып ҡайта. Яҡшембәттә Ермолаевка сәнғәт мәктәбенең филиалы асылғас, шунда күсә. Клубта халыҡ театрын етәкләүен дауам итә. Яҡшембәт мәҙәниәт йортоноң “Көйөргәҙе” халыҡ театры коллективына Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры артисы Рәсил Сынбулатов та ярҙам итеп тора, яҡташтарына ихлас консультация бирә.
Уңған мәҙәниәт әһеле балалар менән төшкә тиклем сәнғәт мәктәбендә, кисен – клубта. Тегеүсе булғас, балаларға төрлө бейеүгә костюмдар тегеп бирә.
Гөлшат Хәйбуллинаның иң ҙур ғорурлығы – Рәсәй, Европа, Ҡытай һәм Америка тамашасыларын хайран ҡалдырған балет артисы Рөстәм Исхаҡов. Матурлыҡ донъяһына тәүге аҙымдарын сәнғәт мәктәбендә яһаған баланың һәләтен тойоп, уҡытыусы кәңәшенә ҡолаҡ һалып, ата-әсәһе Рөстәмде Рудольф Нуриев исемендәге хореография колледжына уҡырға бирә. “Бигерәк шуҡ ине ул. Класҡа инһәм – юҡ. Тәҙрә ҡорғанына урала ла тора. Шул арала бейеүсе ҡыҙҙарҙың сәсенән тартып өлгөрә. Ниндәй хәрәкәт өйрәндек, ҡабатла, тиһәм, ҡорғанынан сиселеп килеп сыға ла тиҙ генә күрһәтеп бирә. Отҡор, сос инде. Тәбиғәттән бирелгән һәләт уны бейек үрҙәргә алып менде”, – ти Гөлшат.
Башҡорт опера һәм балет театры солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Исхаҡовты “башҡорт сәхнәһенең Спартагы” тип тә йөрөтәләр. 20 генә йәшендә башҡорт егете Юрий Григоровичтың данлыҡлы балетында төп ролде башҡара. “Корсар”ҙа Конрад, “Йоҡоға талған һылыу”ҙа – Дезире, “Аҡҡош күле”ндә – Зигфрид, “Щелкунчик”та – Принц, “Сыңрау торна”ла Йомағол ролдәрен һынландыра. “Жизель”, “Мөхәббәт тураһында легенда” һ.б. балеттарҙа төп партияларҙы уйнай.
БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлшат Хәйбуллина йәш таланттарҙан “Йондоҙсоҡтар” өлгөлө балалар бейеү ансамбле төҙөгән. Балаларҙы бейеүгә йәлеп иткәндә Рөстәмде өлгө итеп ҡуйып: “Бына һеҙ ҙә, тырышһағыҙ, ағайығыҙ кеүек сит илдәрҙе күрәсәкһегеҙ, уның кеүек “текә” машинала ауылға ҡайтып йөрөйәсәкһегеҙ. Рөстәмгә йәш кенә көйө фатир бирҙеләр”, – тип ҡыҙыҡһындыра. Ысынлап та, сәнғәт мәктәбенән һуң вузға ингән егеттәр-ҡыҙҙар унда ла бейеүҙе ташламай. Остазына улар: “Һеҙҙең арҡала бейергә өйрәндек. Бейеү арҡаһында донъя күрәбеҙ, юғары стипендия алабыҙ”, – ти.
Станок янында сәғәттәр буйы төрлө хәрәкәттәр эшләү ҡыҙҙарға ныҡ оҡшай. Малайҙар ялҡып китә. Уларҙың урамда йүгереп йөрөгөһө килә. Аяғым ауырта, тип уҡырға килмәй ҡалғандар ҙа булғылай икән. “Сәхнә эше эш түгел”, – тип әйткән ата-әсәләргә Гөлшат: “Бейеүсе бер ваҡытта ла ас булмай. Киләсәктә тамадаға эйәреп булһа ла аҡса эшләй ала. Ҙур сәхнәгә сыға алмағандарҙың да кәүҙәһе төҙәйә, атлауы матурая. Бейеү – ул гимнастика, спорт кеүек йыйнаҡлыҡҡа, эшһөйәрлеккә өйрәтә, ихтыяр көсө тыуҙыра, үҙ-үҙеңә ышаныс уята. Балаларығыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ. Ыңғайына тормағыҙ. Бөтә шарттар бар, файҙаланһындар, бейеһендәр”, – ти.
Уҡытыусы өсөн иң ҙур маҡсат – һәләттәр асыҡланһын, балалар интернетта әҙерәк ултырһын, урамда эт һуғарып йөрөмәһен, яман ғәҙәттәрҙән ситләшһен. Имен булмаған ғаиләләрҙән килгән балалар сәнғәт мәктәбендә йыуаныс, ҡыуаныс таба, үҙҙәренә иғтибар тойоп, ҡанатланып китә. Хореограф, “Йондоҙсоҡтар” балалар бейеү ансамбле менән әүҙем шөғөлләнеүҙән тыш, сәләмәт тормошто пропагандалауға ла күп көс һала. “Бейеү яратыусылар” клубына өлкән апайҙар, ағинәйҙәр йөрөй.
Гөлшат Хәйбуллина кеүек үҙ эшен, балаларҙы яратҡан шәп белгес барҙа донъя кимәлендә Рөстәм Исхаҡов кеүек сағыу балҡыған йондоҙҙар тағы ла үҫеп сығыр, тип ышанабыҙ.
- Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА
Көйөргәҙе районы

