Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
12 Август 2022, 07:43

“Сөмбөл”дәрҙең сәмле бейеүе

Ансамбль етәкселәре – үҙ эшенең ысын оҫталары.

Дүртөйлө районында мәҙәни тормош гөрләп тора. Бер район мәҙәниәт йортонда ғына ла әллә күпме ижади коллектив эшләп килә. Шуларҙың береһе – “Сөмбөл” халыҡ бейеү ансамбле. Улар гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә үткәрелгән “Дарман” бейеү ансамблдәре араһындағы конкурста беренсе урынды яулағайны.

“Сөмбөл”дөң барлыҡҡа килеү тарихы мәшһүр Фәйзи Ғәскәровҡа бәйле. Олуғ ижадсы 1968 йылда төҙөлгән Дүртөйлө ансамбленең тәүге бейеүҙәрен һала. 1978 йылда коллектив “халыҡ ансамбле” исе­менә лайыҡ була. Әле лә был исем­гә тап төшөрмәй, оҫталыҡ­та­рын раҫлап килә. Халыҡ бейеү сән­ғәтенә һөйөү тәрбиәләүгә, уны популярлаштырыуға ғәйәт ҙур өлөш индергән ансамблгә Ринат Байморатов менән  Анфиса Дәү­ләт­динова етәкселек итә. “Сөмбөл”­дәрҙең ижади тормошо концерттар, фестиваль-конкурстарҙан айырыл­ғыһыҙ. Коллектив һәр төрлө сара­ларҙың грамоталары, дипломдарына бай.

Ансамблдең төп составы 25 – 30 йәштәге бейеүселәрҙән тора. Бынан тыш, әҙерлек төркөмдәре лә бар: “Антре” эстрада-хореография студияһында 3 йәшлек бала­ларҙан алып 17 йәшкә ҡәҙәрем үҫмерҙәр шөғөлләнһә, малайҙар өсөн айырым “Әмирхан” бейеү коллективы булдырылған. Йәш артис­тар ҙа, өлкәндәре лә бер көн дә сәхнәһеҙ тормай, сөнки профессиональ кимәлде, башҡарыу һә­ләтен әйләнгән һайын шымар­тырға, үҫтереп торорға кәрәк – был талантлы ансамбль етәкселәренең ҡәтғи талабы, ынтылышы.

Үҫеп килгән быуынды нәфис ижад өлгөләрендә тәрбиәләүҙең күркәм ысулы ул хореография. Һынын тура тотоп, еңел баҫып сәхнәгә сыҡҡан балалар матурлыҡ­ты, камиллыҡты аңларға, үҙҙәре шуны булдырырға ынтылып ҡына ҡалмай, бейеү уларҙың образлы фекерләү ҡеүәһен, фантазияһын үҫтерә, һаулыҡтарын нығытырға ла булышлыҡ ҡыла, йәғни үҫмер­ҙең физик һәр рухи үҫешенең тотороҡлолоғон тәьмин итә.

Коллективтың репертуарында төрлө халыҡ бейеүҙәре бар: башҡорт, татар, рус, мари һәм республикабыҙҙа йәшәгән башҡа милләттәрҙең сәнғәте лә ансамбль вәкилдәренең күңеленә берҙәй яҡын.

Талантлы бейеүселәргә ҡанат ҡуйған, уңыштарға дәртләндергән етәкселәре менән яҡынданыраҡ танышайыҡ.

Ринат Байморатовты үҙ эшенең фанаты, тиһәң дә хилаф булмаҫ. Ансамблдең уңыштарында, тәбиғи, уның художество етәксеһенең өлөшө ҙур. Фиҙакәр хеҙмәте күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән билдәләнгән.

– Хореография менән шөғөллә­неү организмға бер нисә спорт төрөнә торош итерлек физик көсөр­гәнешлек бирә. Бейеүҙәге хәрәкәттәр һаулыҡҡа яҡшы йоғонто яһай, ә балаларҙа, йәштәрҙә эстетик за­уыҡ­ты үҫтерергә ни ҡәҙәр ярҙам иткәне тураһында һөйләп торорға ла кәрәкмәй, – ти талантлы хореограф.

Ижад донъяһында ҡайнап йәшәгән, сәхнәгә мөкиббән Ринат Миң­ләхәт улының ғаиләһе лә сәнғәткә яҡын. Ҡатыны Лиана – бейеүсе. Ул “Антре” студияһына йөрөгән балалар менән шөғөлләнә, тимәк, ире етәкселек иткән ан­самблгә алмаш тәрбиәләй. Бейеүгә ғашиҡ ике йөрәкте Республика мәҙәниәт техникумы ҡауыштырған. “Ринат студент саҡта гел терәк булды, әле лә уның ярҙамын тойоп йәшәйем. Ул – яҡшы атай һәм тормош юлдашы”, – ти Лиана.

Ижади пар ике бала тәрбиәләй. Ҡыҙҙары Әмирәгә – 12, улдары Әмирханға – һигеҙ йәш. Икеһе лә, ата-әсәһенә оҡшап, талантлы. Әмирә һүрәт төшөрөргә әүәҫ, художество мәктәбендә уҡый. Бейей ҙә. Әмирхан балыҡ тоторға ни тиклем яратһа, шул ҡәҙәре бейеү менән дә мауыға. Уртаҡ шөғөлдәре, йәнлектәрҙе үҙ итеүҙәре апай менән ҡустыны ифрат берләштерә, улар үҙ-ара бик татыу. Ғаиләлә бергәләп эшләй ҙә, ял да итә беләләр. Урманға еләк, бәшмәк йыйырға йөрөү, бергәләшеп балыҡ тотоу ҙа – күңелдәренә ҡеүәт, дәрт өҫтәгән шөғөлдәр.

Ансамбль етәкселәренең тағы береһе – Анфиса Дәүләтдинова ғүмеренең күп өлөшө – өс тиҫтә йылға яҡыны бейеүҙән айырыл­ғы­һыҙ. Тал сыбыҡтай ғына 15 йәшлек үҫмер ҡыҙ сағынан ошо сәнғәт төрөнә мөкиббән ғашиҡ ул. Яҙмышын башҡа төрлө итеп фаразлаған ҡыҙҙы сәхнәгә алып килгән юл ҡыҙыҡлы. Барыһы ла Анфисаны спортсы булыр тип көтә. Әйтерең бармы, ҡыҙ уның етди төрҙәре – дзюдо, волейбол, хатта еңел атлетика менән уңышлы шөғөлләнә.

Күңеленә бейеү “сире” инеп оялағас, бер-береһенән йыраҡ торған ике йүнәлеште – спортты һәм сәнғәтте – берләштереп тә ҡарай башта. “Мин уҡып йөрөгән училищеның тамашалар залы спорт залы менән йәнәшә ине. Әҙ генә бейеп алам да спортзалға йомолам. Унда аҙыраҡ шөғөлләнеп өлгөрһәм-өлгөрәм, етәксебеҙ кире бейеү өйрәнгән яҡҡа саҡырып сығара. Байтаҡ йөрөлдө шулай ике арала”, – тип көлөп хәтерләй ул хәҙер. Күбәләктәй еңел, бәләкәй ҡыҙға хәрәкәттәрҙе күрһәтеүҙәре була, ул ҡабатлап та ҡуя. “Тәбиғәт талантты биргән бит, әммә бына буйы бәләкәй”, – тип көрһөнә етәксе. Шулай булһа ла, Анфиса ансамблдең солисына әүерелә.

Уҡыуын тамамлап, бухгалтер һөнәрен алып сыҡҡан ҡыҙ аптырашта ҡала: артабан нисек бейеүһеҙ йәшәр ул? Дүртөйлөнән булған ике әхирәте уны мәҙәниәт йортона эшкә килеп ҡарарға саҡыра. Бында ла башта кәүҙәгә бәләкәй булғанға күрә шикләнең­керәп ҡарайҙар, шулай ҙа эшкә алалар. Һынатмай ҡыҙ, барыһының да һоҡланыуын, хөрмәтен яулай. Шулай итеп, сәхнә, бейеү тормошонда ныҡлы урын биләй.

Инде ғаилә ҡороп, балалары булғас, Анфиса Рәхимйән ҡыҙы Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһының Өфөләге филиалын тамамлай. Профессиональ кимәлен камиллаштырыу өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләй, курстарҙа уҡып тора.

Сәхнә хәстәрҙәре менән йәшәгән әсәһенең шауҡымы ҡыҙына, улына ла ҡағылмай ҡалмағандыр, улар музыка мәктәбендә уҡыған. Ҡыҙы – хореография класында, ә улы – аккордеон буйынса. “Ҡыҙым минән күпкә яҡшыраҡ бейей, – тип һөйөнә әсә кеше. – Дүрт кенә йәшлек сағында башҡорт бейеүен шул ҡәҙәрем оҫта итеп тыпырҙап бейегәненә һоҡланғайнылар”. Иҡтисадсы-аналитик һөнәре буйынса юғары белем алып, ошо йүнәлештә эшләһә лә, кистәрен бейеүгә бағышлай – бейеү студияларында балаларға, ҡатын-ҡыҙҙарға бейеү өйрәтә. Ғаилә башлығы Раил Фән улы – полиция хеҙмәткәре, ғаиләһе ағзаларының ижади ынтылыштарын хуплай, үҙе лә йырларға ярата.

Анфиса Рәхимйән ҡыҙының ҙур хыялы тормошҡа ашырға тора: көҙҙән уның башланғыс кластар уҡыусыларынан торған үҙ балалар ансамбле эшләй башларға тейеш. Талантлы ханым был көн еткәнен түҙемһеҙлек менән көтә. 

“Сөмбөл”дәрҙең үҙ эшенең оҫталары, ҙур талантҡа эйә етәкселәре менән берлектә яулар үрҙәре алдалыр әле! Шулай була күрһен.

-   Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА

Анфиса Дәүләтдинова
Ринат Байморатов
Анфиса Дәүләтдинова
Читайте нас