Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
12 Август 2022, 07:50

Тауҙар ғына осрашмай...

Нәсих Хәлисов коллажы.Нәсих Хәлисов коллажы.
Фото:Нәсих Хәлисов коллажы.

– Джур... джур... Ахчик... Майрик...*

Ауырыуҙарҙың яраларын таҙар­тып, бинт менән бәйләп йөрөгән Зиниә операциянан һуң дүрт көн аңына килмәй ятҡан һалдат янына йүгереп барҙы. Бөтә тәненән әллә күпме мина ярсығын сүпләп алып, бик күп ҡан юғалтҡан йәш ирҙе врачтар, әҙәм булмаҫ, тигән ине. Әллә ошо тәүге операцияла ассистент булғанғамы, әллә яралының хәле ҡыл өҫтөндә булғанғамы, ҡыҙ ошо һалдатты нисектер яҡын күрҙе. Көслө контузиянан һаңрауланып, ыңғырашып ятҡан, күҙҙәренә ҡан һауып, бер ни күрмәгән йәш иргә айырым иғтибар итте.

– Что, мой хороший, очнулся?

Ир күҙе-башы бәйләгән бинтты өҙөп, йолҡҡосларға кереште.

– Темно... Где я? Сестра, воды... – Һалдаттың һыуһыны ҡанғансы эскеһе килһә лә, Зиниә көрөшкәнән өс йотом ғына һыу уртлатып, ситкә ҡуйҙы.

– Артығы ярамай. Сабыр булығыҙ.

Һуғыш яланынан йыраҡ түгел брезент менән генә ҡапланған хәрби медсанчаста табиптар, шәфҡәт туташтары ал-ял белмәй яралыларға беренсе ярҙам күрһәтеп, ашығыс операциялар яһап, кеше ғүмере өсөн көрәш алып бара. Яңы ғына фронтҡа эләккән Зиниәгә көн дә үлем менән осрашыу бик ауыр бирелде. Малайлыҡтан да сығып етмәгән йәп-йәш егеттәрҙең, атай йәшендәге ир-аттың үлеме тетрәндерҙе, үҙ ағаһы менән атаһын иҫенә төшөрөп, әсенде. Бына шундай ауыр яра­лы­ларҙы оҙата барған ерҙән мәктәптә урын­лашҡан лазаретта торғоҙоп ҡал­дыр­ҙылар. Ҡыҙ төрлө милләт яугир­ҙәре араһында Зина булып китте. Йомшаҡ тауышлы, еңел ҡуллы, йылы ҡарашлы Зиниәне һалдаттар ҙа хөрмәт итте. Ҡыҙ һалдаттарҙың күҙе лә, ҡул-аяғы ла булды. Кәрәк саҡта улар исеменән яҡындарына хаттар ҙа яҙҙы.

Арам да иҫенә килеп, һөйләшә башлағас, ғаиләһенә хат яҙҙырҙы.

– Ярар, русса булһа ла яҙабыҙ инде, сестричка. Ауылда уҡытыу­сы­лар бар, уҡып бирерҙәр, – тине ул.

Немец илбаҫарҙары яғыулыҡ өсөн Кавказда ҡаты һуғыштар алып бара тип ишеткән ине, шуға Пятигорскиҙан йыраҡ түгел ауылда йәшәгән ғаиләһе өсөн ныҡ хафаланды.

Бер көн тышта саф һауала йөрөп ятҡа­нын­да ул Зиниәнең түгелеп илап ултырғанын күреп, туҡтап ҡалды:

– Ни булды, сестричка? Кем һине рәнйетте? – Арам ҡыҙҙың эргәһенә килеп ултырҙы, ҡайғыһын уртаҡлашырға була иңенән ҡосоп алды.

– Бына хат... Атайым һәләк булған! Тәүҙә ағайым, хәҙер атайым… Әсәйем бахыр нисек түҙәлер!?

– Ҡыҙ башын ирҙең яурынына терәп, һулҡылдай-һулҡылдай иланы ла иланы. Тегеһе сабыр ғына көтөп ултырҙы.

– Зина, миңә лә хат бар ине. Ни эшләптер русса яҙылған ул. Бер нимә лә аңламаным. Уҡып ҡына бир әле, һеңлем. – Ҡыҙ өсмөйөшлө хатты алып, күҙ йүгертеп сыҡты ла ап-аҡ булды. Бер хатҡа, бер иргә ҡарап, нимә әйтергә белмәй албырғап ҡалды.

– Йә, һеңлем, уҡы инде!

– И-и-и-х!.. Һеҙҙең хәлдәр тағы ла аяныслыраҡ... Бөтә ғаиләгеҙ бомба аҫтында ҡалып һәләк булған, – бер тынала әйтте лә, ҡурҡып, ауыҙын усы менән ҡапланы. Ай-һай, бигерәк тә ҡыйын икән кешегә бындай хәбәр еткереү!

Арам шаңҡыны, яҙыуға ышанғыһы кил­мәй, хатты әйләндереп-әйләндереп текләп ҡараны. Инде ярайһы шәбәйеп, киренән фронтҡа китәм тип йөрөгәндә аяҡтан йы­ғырлыҡ хат алырмын тип кем уйлаһын инде! Ул уҫлаптай ҡулы менән эргәләге ҡайынға килтереп тондорҙо, ағастың ҡабыҡтары, ярылып, ян-яҡҡа осто. Шунан, ҡыҙға күҙ йәштәрен күрһәткеһе килмәй, тештәрен шығырҙатып тешләне лә хатты йомарлап тотҡан килеш ағас араһына инеп китте.

Йөрәгенә сыҙашмай, үрһәләнеп уйланып йөрөнө лә Арам, баш табип янына барып, фронтҡа китергә рөхсәт һораны.

– Элек Тыуған илемде фашист илба­ҫар­ҙ­арынан азат итер өсөн һуғышһам, хәҙер ғаиләм өсөн дә һуңғы тамсы ҡаныма тиклем үс аласаҡмын. Үтенеп һорайым, ебәрегеҙ мине! Һауыҡтым инде, ҡасып булһа ла китәсәкмен.

Аңланы табип. Ошондай ваҡытта ысын ир түҙеп ятамы ни, тип, кәрәкле документ­тарға ҡул ҡуйҙы.

– Арам ағай, Аллаһ бирһә, һуғыш бөткәс, тура Өфөгә килегеҙ. Минең дә әсәйемдән башҡа бер кемем дә ҡалманы бит, – тип Зиниә хушлашҡанда адресын бирҙе. Уларҙы әллә уртаҡ ҡайғы, әллә булмыштары, әллә яҙмыш ҡушыуы бер-береһенә яҡынайтҡай­ны. Арам ошо алсаҡ, йылмайып торған ҡараҡай ҡыҙҙы үҙенең һеңлеһенә оҡшатып, туғанылай яҡын күрә башлағайны.

Ул ваҡытта оҙон-оҙаҡ өс йылдан һуң ғына осрашырҙарын был икәү белмәй ине әле.

Ҡайғы көсһөҙҙәрҙең кәрен ала, көс­лөләрҙе баҙығайта. Һөйөклө ҡа­ты­нын, ғәзиз балаларын юғалт­ҡан Арам үҙен аяманы, гел алғы һыҙыҡта бул­ды, “мине пуля алмай” тип, атакаға бе­рен­селәрҙән булып ташланды. Ысынлап та, Хоҙай хикмәтеме, башҡа бер тапҡыр ҙа яраланманы.

Еңел һөйәкле, ут бөрсәһендәй Зиниә һуғыштың бөтә нужа һурпаһын эсеп, бер нисә тапҡыр яраланып, еңеү яҙында ғәзиз тыуған өйөнә ҡайтып етте. Еңеү көнөн Өфөлә ҡаршыланы. Хәле арыуланғас, шәфҡәт тута­шы булып эшләй башланы.

Бер көн өйөнә ҡай­тып килһә, ҡапҡа төбөндә моңһоу ғына йыл­майып бер яугир торғанын күрҙе. Инде өмөтөн өҙгән ҡыҙ шатлығынан Арамдың ҡосағына ташланды.

– Һуғыш мине аяны, ләкин йөрәгемдә һаман ут дөрләй. Нисек һағынһам да, көткән кешем булмағас, тыуған яғыма ҡайта алма­йым. Зиниә, әйҙә, тормош юлын бергә үтәйек, – тип тәҡдим яһаны утты-һыуҙы кискән уҙаман.

Баҫһа – баҡыр иҙерҙәй, типһә тимер өҙөр­­ҙәй ир заты ҡулын һорағас, ҡыҙ ике­лә­неүһеҙ риза булды. Аслыҡ-яланғаслыҡ­ты, бө­тә ауырлыҡты бергә тигеҙ күтәрҙеләр. Тик көндәр боҙолоп, яуынға йә ҡар-буранға киткәндә, яралары һыҙлап, төн йоҡоларынан яҙыуы ғына ауыр булды. Ике ҡыҙ балаға ғүмер бүләк итте улар. Донъялары гөлтләп торҙо. Ҡыҙҙары нефть техникумын уҡып бөтөрөп, береһе эргәләрендә, Өфөлә, ҡалды, икенсеһе Ташкентта йәшәп ята.

Егерме һигеҙ йыл иңгә-иң терәшеп йәшәгәс, майы бөткән шәм һымаҡ, бер көн шым ғына китеп барҙы Зина-Зиниәһе. Яңғыҙлыҡтан толҡа тапмай йөрөгәнендә, дәүләт Пятигорскиҙағы шифаханаға юллама бирҙе. Бер юлы тыуған яҡтарға ла барып етеп ҡайтырмын тип уйлап, ризалашты ир.

– Атай, шундай оҙон юлға бер үҙеңде ебәр­мәйбеҙ, беҙ ҙә һинең менән, – тип Ташкент­тан ялға ҡайтҡан ҡыҙы менән кейәүе лә барырға булды.

Нисәмә йылдар Башҡортос­тандан бер ҡайҙа ла сыҡҡаны булмағас, Арам юл буйы донъяның шул тиклем яҡшырғаны, матур­ланғанына иҫе китеп барҙы. “Тыуған ауылыма барып етеп, күрмәй ҡайтһам, мәңгелек үкенес булыр. Ауыл нигеҙен күреп, ата-әсәм, ҡатыным, балаларым рухтарын ризалатып булһа ла китермен”, – тип уйланды. Яҙмыштың үҙенә ниндәй көтөлмәгән ваҡиға әҙерләгәнен белһә, йөрәге бөтөнләй түҙмәҫ ине уның...

Тыуған яғы һауаһын һулап, гүзәл тәби­ғәтенә һоҡланып, берсә шатланды, берсә мо­ңайҙы. Иленә яҡынайған һайын йөрәге ел­кенде. Күңеленең шулай иләҫ-миләҫ мәл­дәрендә балаларының эргәлә булғанына һө­йөндө. Шифаханала иһә үҙе кеүек олпат, хөрмәтле һуғыш батырҙары ял иткәне күңеленә хуш килде. Хөкүмәттең Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын ҡәҙерләп, шундай оло хөрмәт күрһәткәненә күңеле булып иҙерәп йөрөнө. Өҫтәл артында үҙенә тиҫтер бер ир-уҙаман тура килгәне бигерәк яйлы булды. Уның да күкрәген орден-миҙалдар биҙәй.

Үҙен Армен тип таныштырған ветеран Арам­ға текләп ҡарап йөрөнө лә һорамай түҙмәне:

– Һеҙ үҙегеҙҙе Башҡортостандан тип әйтәһегеҙ, ә былай беҙҙең яҡ кешеһенә оҡшап тораһығыҙ. Күҙҙәрегеҙ ҙә миңә таныш һымаҡ.

– Мин ни, бынау Пятигорск эргәһендәге бәләкәй генә ауылданмын. Белмәйем инде, хәҙер ул ауыл бармы икән?

Армен ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе:

– Шулайҙыр тинем дә! Һин Алиянмы?

Арам ағарып китте, башына ҡан йүгерҙе, ҡолаҡтары шауланы. Үҙе күҙҙәре менән генә “эйе” тигәнде аңлатты. Кем булыр был ир уҙаманы, мине яҡшы белгәнгә оҡшаған, тип хәтерләргә тырышты.

– Ара, был һинме??? Һуң, мин Чапай! Чапай Армен!

Арамға урам малайҙары менән туҙан туҙҙырып, сыр-сыу килеп уйнауҙары, “Мин – Чапай, һеҙҙең командир”, – тип йөрөгән таҙа кәүҙәле малай күҙенә салынғандай булды. Армен сабырһыҙланып ҡысҡырҙы:

– Беҙ бит ҡорҙаштар. Бала саҡта бергә уйнап үҫтек тәһә! Һеҙҙән өҫтәрәк урамда йәшәнек!

– Чапай!!! Арми?! Һинме был??? – Ике олпат ир бер-береһенә оҙаҡ итеп һынашып ҡарап торҙо ла, иң яҡын туған­дарҙай, ҡосаҡлашып алды. Күҙ­ҙәренән йәштәре атылып сыҡты. Атаһының хәле бөтөп киткәнен күргәс, ҡыҙы тиҙ генә тел аҫтына нитроглицеринын ҡаптырҙы.

Тау менән тау ғына осрашмай. Бына күпме йылдан һуң яҙмыш елдәре осраштырған ауылдаштар яйлап ҡына аллея буйлап атлап китте. Һөйләшеү танһыҡ әрмән телендә барҙы. Уларҙың уртаҡ һөйләшер хәбәрҙәре күп ине.

 

-  Гөлназ НАФИҠОВА-ҒӘБИТОВА

(Аҙағы бар).

Читайте нас