Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
12 Август 2022, 07:35

“Ҡумыҙ ярты донъяға таралған”

Донъя оҫталары рәтендә беҙҙекеләр ҙә лайыҡлы урын биләй.

Айрат Нaурмөхәмәтов.Айрат Нaурмөхәмәтов.
Фото:Айрат Нaурмөхәмәтов.

Мәшһүр ҡумыҙсы Роберт ағай Заһретдиновтан ҡала икенсе булып донъяның төрлө яғынан йыйылған баһалама ағзаларын башҡорт ҡумыҙының үҙенсә­лекле яңғырашына һоҡландырып, “Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы” исемен алып ҡайтҡан оҫта музыкант, ҡумыҙ сәнғәтен таратыуға, үҫтереүгә бар көсөн һалған шәхес. Күбегеҙ кем хаҡында һүҙ барғанын аңлағандыр ҙа инде. Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов  быйыл ҡумыҙҙа (хомуста) уйнаусыларҙың III Халыҡ-ара конкурсына почетлы ҡунаҡ итеп саҡырылды. Йола буйынса, мәртәбәле конкурс Саха (Яҡут) Республикаһында үткәрелде. Ҙур сара тураһында беҙҙә бик үк хәбәрҙар түгелдәр, шуға ла билдәле ҡумыҙсынан уның тураһында ентекләберәк һөйләүен үтендек.

 

– Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы, донъяның виртуоз ҡумыҙ­сыларын ике тиҫтә йылға бер генә билдәләйҙәр. Был уның бик етди кимәлдәге сара, уға әҙерлектең дә ентекле, хатта ҡатмарлы икәне тураһында һөйләй. Инде икенсе тапҡыр ошо ҙур форумдың уртаһында йө­рөгән кешенән уның үҙенсә­лек­тәре, әһәмиәте хаҡында ишетке килә.

– Эйе, “Донъяның виртуоз ҡумыҙ­сыһы” конкурсы быға тиклем 20 йылға бер үткәрелде, өсөнсөһө ун йылдан һуң, йәғни былтыр уҙырға тейеш ине, әммә пандемия ҡамасауланы, шуға ла уны быйыл уҙғарҙылар.

Иң беренсе конкурс 1991 йылда ойошторолоп, унда ғәжәйеп талантлы башҡорт ҡумыҙсыһы Роберт Заһретдинов туғыҙ еңеүсе иҫәбенә инеп, маҡтаулы исемде ала. 2011 йылда миңә лә ошо бейеклекте яуларға насип булды. Быйылдан индерелгән яңы ҡағиҙәгә ярашлы, бынан ары донъяның иң оҫта ҡумыҙсыларын туғыҙ йылға бер билдәләргә тейештәр. Яңы тәртип шуға бәйле: конкурстар араһында оҙаҡ ара ятһа, оҫталарҙың ҡайһы берҙәре унда ҡатнашыу бәхетенә ирешеп өлгөрмәҫкә лә мөмкин.

Быйыл ҡунаҡ булып барҙым, бының үҙ рәхәтлеге бар икән (көлә – авт.) Тулҡынлана-тулҡынлана сәхнәгә сығырға әҙерләнмәйһең, ә башкөллө байрамса мөхиткә  сумаһың, мөкиббән китеп конкурста ҡатнашыусыларҙы тыңлайһың, донъяның төрлө тарафынан йыйылған таланттар менән арала­шаһың.

Иртәнге сәғәт 6-ла яҡут еренә килеп төштөм, ә 7-лә телевидениела тура эфирҙа ултыра инем инде. Ҡайҙа йөрөһәм дә, бар сараларҙа ла ҡатнашырға, Баш­ҡор­тостан, халҡыбыҙ, мәҙәниә­те­беҙ тураһында күберәк һөйләп ҡалырға тырышам, форсатты ҡулдан ысҡындырмайым.

Яҡуттар өсөн ҡумыҙ, уларса әйткәндә, хомус – ул беҙҙең ҡурай кеүек. Был музыка сәнғәтенә республика хөкүмәте кимәлендә ғәйәт ҙур иғтибар бүленә. Әлеге конкурс та төбәк етәкселегенең туранан-тура ҡатнашлығында үтә.

Яҡутстанда ҡумыҙҙы төрлө атрибутикала күрергә мөмкин, уға һәйкәл дә бар, открыткаларҙа, сувенир әйберҙәрендә лә киң һын­ла­ныш алған. Быйыл Яҡут Рес­публикаһы 100 йыллығын билдә­ләй, шуға ла конкурс айырым иғти­бар менән солғап алынғайны, ул – оло иҫтәлекле датаға бағыш­ланған саралар теҙмәһендә иң әһәмиәтлеләр араһында.

 

– Ҡумыҙ сәнғәте әлеге ваҡыт­та күтәрелеш осоро кисерә, тип әйтһәк, хаҡ буламы?

– Эйе, ысынлап та шулай. Донъяның 200-ләп илендә ҡумыҙ таралған, уны икенсе төрлө “варган” тип тә атайҙар.  Ниндәйҙер илдә был сәнғәт юғалып ҡалған, ә ҡайҙалыр, киреһенсә, ныҡлап үҫешә. Элегерәк бөтә төрки халыҡ­тары ҡумыҙҙа уйнаһа, бәғзе берҙә­рендә ул юғалып, ә инде Европа илдәрендә таралып китте. Ни өсөн тиһәң, ҡумыҙҙа уйнау ул һаулыҡ өсөн дә файҙалы: тын юлдарын аса, йөрәккә массаж була, ҡан тамырҙарын киңәйтә – был иһә инфаркт, инсульт ҡурҡынысын кәме­тә; хатта бронхит, астма сирҙә­ренән һауығырға булышлыҡ итә.

 

– Ә ни өсөн хәҙер конкурс тап туғыҙ йылдан үткәрелә башлай? Ә, мәҫәлән, биш йә ете йылдан һуң түгел?

– Беҙҙә “7” һаны айырым, ниндәйҙер мөғжизәүи мәғәнәгә эйә булған кеүек, яҡуттарҙа ла “9” һаны – изге төшөнсә. Был шуға бәйле.

 

– Үҙегеҙгә килгәндә, 2011 йылда икенсе тапҡыр үткәрелгән халыҡ-ара конкурста иң яҡшы ҡумыҙсылар менән бер ҡатарҙан ярышыр өсөн оҙаҡ әҙерләнгәй­негеҙме?

 – Ныҡ оҙаҡ әҙерләндем. Башта 1998 йылда Австрияла халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән сарала лауреат исеменә лайыҡ булып ҡайттым. Ул өс йылға бер ойошторола һәм фестиваль булараҡ үтә. 2002 йылда Норвегиялағы фестивалдә ҡатнаштым. Был саралар ҙур тәжрибә мәктәбе булды. Төрлө илдәрҙән йыйылған көслө ҡумыҙ­сы­ларҙың уйнағанын ҡараным, тыңланым, уларҙың оҫталыҡ кимәлен  күрҙем.

Башҡорт ҡумыҙын донъя кимәленә сығарған Роберт ағай Заһ­ретдинов ҡуйған бейеклек ныҡ юғары ине, һәм мин унан түбәнерәк төшөргә түгел, киреһенсә, нығыраҡ үҫергә тейеш инем.  Шуға ла 2011 йылда Яҡутстанда иң яҡшы ҡумыҙсыларҙы йыйып, шулар араһынан да иң-иңдәрен билдә­ләргә тейешле  конкурсҡа маҡсат­лы рәүештә, ныҡлап әҙерләнергә тотондом. Был әҙерлек 10 йыл буйы дауам итте. Таңғы сәғәт 4-тә тороп 7-гә ҡәҙәр ҡумыҙҙа уйнауҙы ғәҙәт иттем. Йәй көндәре тыуған яҡтарҙа, Әй буйҙарында ҡумыҙ яңғыраттым, башҡа ваҡытта  – өйҙә. Йортобоҙҙа бер ҡасан да ҡумыҙ моңо тынманы.  Бынан тыш, уҡытып та йөрөйөм, төрлө сара­ларҙа ҡатнашам, оҫталыҡ дәрес­тәре бирәм – бер һүҙ менән әйткән­дә, ҡумыҙ минең айырыл­ғыһыҙ юлдашыма әүерелде. Конкурста башҡорт ҡумыҙына тағы бер  һоҡландырырға, еңеп ҡайтырға тигән маҡсат ҡуйҙым.

Башҡортостандың сиген үтеү менән, һин – тотош халыҡтың, республиканың вәкиле! Һиңә ҡарап, Башҡортостан тураһында фекер йөрөтәсәктәр. Ошо уй ҡанатлан­дырҙы ла, оло яуаплылыҡ та өҫтәне. Ул саҡта бар оҫталығымды эшкә егеп, лайыҡлы сығыш яһа­ным, шөкөр. Әйткәнемсә, был ижади ярышта үҙ илдәрендә иң талантлы, иң көслө булып танылған ҡумыҙсылар ҡатнаша, шуға ла  еңер өсөн һин сығышыңда нимә менән­дер ғәжәпләндерергә, уйна­уыңды башҡаларҙан айырып тор­ған үҙенсәлекте күрһәтергә тейеш­һең. Һәм миңә уңыш йылмайҙы.

 

– Төрлө халыҡтарҙың ҡумы­ҙы бер-береһенән айырыламы? Айырылһа, нимәһе менән?

– Беҙҙең ҡумыҙ үҙенә башҡа бер көйлө, моңло, тиер инем. Беҙ ниндәйҙер тәбиғәт тауыштарына оҡшатыу, имитация менән генә булышмайбыҙ, ә көй уйнайбыҙ, шуға ла башҡорт ҡумыҙын һәр төрлө халыҡ вәкилдәре яратып тыңлай, оҙаҡ алҡыштарға күмә. Беҙҙең ҡумыҙҙа халыҡ көйҙәрен дә башҡарырға була.

Эшләнгән рәүешенә ҡарап та төрлө халыҡтың музыка ҡоралы айырыла, әлбиттә. Һәр ҡайһы­һы­ның үҙ формаһы, үҙ материалы, тиергә мөмкин. Унан, ҡумыҙ сиртеү техникаһы ла ныҡ айырыла. Мәҫә­лән, яҡуттар уны ҡул суғы менән уйнай. Ә беҙ алты төрлө итеп сиртә алабыҙ: бер, ике, өс, дүрт бармаҡ менән, ҡул суғы ярҙамында һәм тирбәлдереп уйнау бар. Хатта ҡумыҙҙы нисек итеп тотоу ысулдары ла башҡаса.

 

– Быйылғы конкурсҡа ла беҙҙең ҡумыҙсылар барҙы, шулай бит?

– Эйе. Башҡортостандың атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Ғайсаров, ул сәнғәт институтында ҡурай дәрестәрен алып бара; филармониябыҙ солисы, Башҡор­тостандың атҡаҙанған артисы Илнур Хәйруллин һәм Күгәрсен районынан музыкант Рәсих Садиҡов. Өсөһө лә – быға хәтлем дә төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, уңышҡа ирешкән егеттәр, махсус музыка белеменә эйә артистар. Артур мәртәбәле конкурстың финалына сығыуға иреште. Был – егеттәрҙең донъя кимәлендәге ҙур уңыш­тарының башы, тип ышанам.

 

– Яратҡан музыка ҡоралы­ғыҙға бәйле тағы ниндәй хыя­лығыҙ бар, Миңлеғәфүр Миңләх­мәт улы?

– Яҡутстандағы сираттағы халыҡ-ара конкурс барышында үҙенсәлекле флешмоб ойошторолдо: ҙур майҙанда 350 ҡумыҙсы бергә сығыш яһаны. Ә 2011 йылда, мин ҡатнашҡанда, рекорд ҡуйыл­ды: 1344 кеше бергә уйнаны! Беҙ­ҙең алдағы маҡсат – ошо рекордтан арттырырға. Шөкөр, ҡумыҙ­сыларыбыҙ хәҙер етәрлек, халҡы­быҙҙың үҙенсәлекле музыка ҡора­лы менән ҡыҙыҡһынғандар арта бара.

 

– Милли сәнғәтебеҙҙе күтәреү кеүек мөһим ғәмәлдә һеҙгә ғаилә ағзаларығыҙ ҙа фекерҙәш, эйе бит?

– Тап шулай. Ҡатыным Гөлгөнә һәм  өс балабыҙ менән “Республика” исемле ғаилә ансамблен төҙөнөк. Башҡортостанда, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә уңышлы сығыш яһап киләбеҙ.

 

– Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн рәхмәт! Маҡсатығыҙға ирешергә яҙһын, уңыштар һеҙгә!

-  Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА

Читайте нас