

Гөлсирә Мирза ҡыҙы Ғиззәтуллина – яҙыусы, журналист, тәржемәсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты. 2008 йылда Мәхмүд Ҡашғариҙың тыуыуына мең йыл тулыуға арналған халыҡ-ара хикәйәләр конкурсының төбәк этабында беренсе урын алды. “Төшлөктәге төш” хикәйәһе конкурста еңгән әҫәрҙәр йыйынтығында төрөк телендә донъя күрҙе.
Мөхәббәттең мәңгелек доғаһын был донъяла кем ишеткән дә кем белгән? Гөлсирә Ғиззәтуллинаның әҫәрҙәрен уҡығандан һуң уның ошо изге доғаға эйә булғанына инанаһың. Юҡҡа ғына ул китаптарының береһенә “Был донъя һөйөүгә сарсаған. Барыһы ла һөйөүгә мохтаж, ләкин уны бик аҙҙар ғына бирә ала”, – тигән һүҙҙәрҙе эпиграф итеп ҡуймаған.
Гөлсирә – бәхетле, иркә бала. Оя төбө, төпсөк. “Фронттан ҡайтҡан, тормоштоң да, үлемдең дә нимә икәнен яҡшы аңлаған хәстәрлекле атай ҡыҙы мин. Һөйөү атай-әсәйемдән, туғандарымдан мул эләкте. Шуның менән уртаҡлашырға тейешмендер, тип уйлайым”, – ти ул.
“Үзбәкстандың Бохара өлкәһендәге Ҡаған ҡалаһында тыуғанмын. Атайым, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының разведка взводы командиры, һуғышта алған ҡаты яралары уңалмағанға күрә, табиптар кәңәше буйынса шунда барырға мәжбүр булған. Ҡағанда улар әсәйем Наилә Мирхәбиб ҡыҙы менән осрашҡан. Апайым Земфира менән ағайым Салауат, унан һуң мин шунда донъяға килгәнбеҙ. Атайым сит яҡтарҙа ерһенә алмаған һәм Ейәнсура районының Иҙәш ауылына ҡайтып, ата-олатаһы нигеҙендә төпләнергә хыялланған. Поезд менән Ырымбурға килеп төшкән көндө миңә бер йәш тулған, һәм мин шунда, вокзалда, атлап киткәнмен. Шуға күрәлер, бәлки, юл йөрөргә ныҡ яратам”, – тип йылмая әҙибә.
Гөлсирә Ғиззәтуллина Өфөләге 1-се интернат-мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый. 1979 йылдан “Совет Башҡортостаны” (хәҙер – “Башҡортостан”) гәзите редакцияһында башта хаттар, унан әҙәбиәт, сәнғәт һәм мәҙәниәт бүлегендә эшләй, артабан мәғлүмәт бүлеге мөдире була.
“Журналистикалағы, ә, бәлки, ғөмүмән ижад өлкәһендәге уңыштарымды башлыса ошо гәзиттә эшләй башлауым менән бәйләйем. Өлкә комитеттың органы булараҡ, гәзиттең ифрат абруйлы, халыҡ тормошона ныҡ йоғонтоло осоронда йөҙөп, кинәнеп эшләргә тура килде. Талап та ҙур ине, эшкә лә ныҡлы өйрәтә торғайнылар, – тип хәтерләй яҙыусы. – Редакцияға хаттар тоҡлап-тоҡлап килә, “Хат юлға саҡыра” рубрикаһы аҫтында сыҡҡан мәҡәләләр ғәйәт уҡымлы. Шуға күрә беҙҙе икешәр-өсәр хатты тикшереп ҡайтыр өсөн райондарға сығарып ебәрәләр. Ул ваҡытта 22-24 йәшлек кенә тал сыбығы һымаҡ ҡыҙыҡаймын. Хеҙмәтсәндәрҙең ялыуын тотоп, олпат-олпат түрәләрҙең кабинетына барып инәһең, ҡайһы береһе һинең менән һөйләшергә лә теләмәй. Шуға күрә һәр командировка алдынан Дәүләт Мәһәҙиев, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Сабир Шәрипов, Аҫылғужа Баһуманов, Хәсән Назаров һымаҡ танылған хеҙмәттәштәремдең һәр береһенән төпсөрләп, кәңәштәр алып сығып китә торғайным. Ныҡ мауыҡтырғыс ваҡыттар!.. Эшкә илата-илата өйрәткән кешеләремә ғүмер буйы рәхмәт уҡыйым. Гәзит, ысынлап та, ижадсы өсөн ҙур мәктәп. Тик унан ваҡытында китә белергә кәрәк”. Шулай итеп, яратҡан гәзитендә 18 йыл эшләгәндән һуң, Гөлсирә Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенә күсә. Унда балалар әҙәбиәте секторын етәкләй, шунан нәфис әҙәбиәт редакцияһы мөдире урынбаҫары була. 2002 йылдан – “Башҡортостан ҡыҙы” журналында яуаплы секретарь, унан һуң “Ватандаш” журналында бүлек мөдире вазифаһын башҡара.
Гөлсирә – бик ҡыҙыҡлы әңгәмәсе. Уның күңеле – төпһөҙ, иңләп етмәҫлек даръя. Бик мәғлүмәтле, фекерле кеше ул. “Талантлы яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның прозаһы, хикәйәләре, улар буйынса ҡуйылған сәхнә әҫәрҙәре халыҡсан, мауыҡтырғыс. Әҙәбиәт һөйөүселәр уның яңы ижад емештәрен һағынып көтөп ала. Әҙибәнең һүрәтләү маһирлығы, сюжет ҡороу оҫталығы, донъяға киң офоҡтар аша баға белеүе әҫәрҙәрен уҡымлы, танһыҡ итә. Нескә, һиҙгер күңелле ижадсы булараҡ, ул донъяны, унда барған ваҡиғаларҙы бик тәрән тоя. Ошо тәрәнлек прозаһының йөҙөн билдәләй. Ул үҙе лә тормошто ситтән ҡарап түгел, уның уртаһында ҡайнап өйрәнә”, – ти шағирә, ғалимә Гөлназ Ҡотоева.
Гөлсирә Ғиззәтуллина 1998 йылдан алып Библияны тәржемә итеү буйынса халыҡ-ара проектта тәржемәсе булып эшләй һәм махсус грант буйынса Голландияла, Амстердамдың Ирекле университетында оҫталығын камиллаштыра, боронғо йәһүд теле буйынса белемен тәрәнәйтә. Университетта уҡыу инглиз телендә барғанға, уны нығыраҡ үҙләштерер өсөн тик шул телдә генә гәзит-журналдар, китаптар уҡырға, фильмдар ҡарарға, башҡа кешеләр менән аралашырға тура килә. “Иҫке Ғәһед”те (“Ветхий Завет”) тәржемә иткәндә әҙәм балаһының булмышы меңәр йылдар дауамында ла үҙгәрмәгәненә иғтибар итә. Яратыу һәм яратылыуға ынтылыу, фиҙакәрлек һәм мәкер, ҡомһоҙлоҡ, көнсөллөк… Уның фекеренсә, Библия – донъя әҙәбиәтенә һәм сәнғәтенә иҫ киткес ҙур йоғонто яһаған изге китап.
Яҙыусының әҫәр яҙғанда магик реализм алымына мөрәжәғәт итеүе билдәле. Ҡайһы бер хикәйәләрендә, бигерәк тә “Алма”ла мистик элементтар бар. Быны әҙибә ошолай аңлата: “Дин – ул ышаныу, инаныу. 22 йыл буйы халыҡ-ара Библияны тәржемә итеү проектында эшләгән сағымда Аллаға тәрән ышанған төрлө дин вәкилдәре менән дуҫлаштым. Улар менән яҡындан аралашҡанға, иман арҡаһында тормоштарында булған мөғжизәле ваҡиғаларға шаһит булырға тура килде. Кеше ныҡ ышанып, ихлас доға ҡылғанда теләктәре тормошҡа аша, доғаһы ҡабул була.
“Алма” хикәйәһен яҙыу тарихы ошолай булды. Гайдарҙың шок терапияһынан һуңғы ризыҡҡа ҡытлыҡ дәүер. Эштән һуң ауыр уйҙарҙан күңел иҙелеп, шыҡырайып өшөп, оҙон һары автобуста ҡайтып килгәндә йоҡлап киткәнмен. Бер ваҡыт Иҙәштә төшөп ҡалдым, өйгә ҡайттым, әсәйемдәрҙе күрҙем, һөйләшеп ултырҙым. Улар барыбыҙ тураһында ла йотлоғоп һораша. Тормош үҙгәргәнен, ыҙалағанды һөйләйем. Шунан атайым сығып китте лә соланда эленеп торған башмаҡ ботон дөбөр-шатыр һөйрәп алып инде. “Алып кит, балам, бер ултырып туйғансы ашарһығыҙ”, – ти. “Мин белмәйем бында нисек килеп эләккәнемде, нисек ҡайтырымды ла белмәйем”, – тип яуаплайым. Шунда әсәйем алъяпҡыс кеҫәһенән аласыҡ янында үҫкән ҙур ҡышҡы алманың емешен сығарҙы, һөрттө лә миңә һондо. Һөрткәнендә алмала соҡайып сыҡҡан һоро ғына бер ороһон абайлап ҡалдым.
Уянып китһәм, автобус туҡтаған, кешеләр сыға башлаған. Пальтомдың тумпайып сыҡҡан кеҫәһенә ҡулымды тыҡҡайным, теге алма килеп сыҡты. Хатта соҡайған төйөрсөгө лә бар! Ул алманың нисек кеҫәгә инеп ятҡанын һаман белмәйем...”
“Әгәр мин Африканың ике иленә – Буркина-Фасо менән Тогоға – Амстердам университетында бергә уҡыған һабаҡташтарыма ҡунаҡҡа бармаһам, ауылға йәшәргә ҡайтырға уйымда ла булмаҫ ине, – ти әҙибә. – Ташландыҡ балаларҙың приюты эргәһендә әсәләре ас булғанлыҡтан имә лә алмаҫлыҡ, һөлдә хәлендә тыуған балаларҙың дауаханаһы бар ине, аҙна тирәһеләй шунда эшләгән ирекмән ҡыҙҙар менән йәшәнем.
Буркина-Фасо – иң ҡоро төбәктәрҙең береһе, халыҡ хәйерселек сигендә көн итә. Был күренеш мине ныҡ тетрәндерҙе. Беҙ әлеге мәлдә сеймал һатып йәшәйбеҙ. Ер байлыҡтары мәңгелек түгел. Ейәндәребеҙҙең дә ошо көнгә ҡалыуы ихтимал тигән ҡурҡыу арҡаһында, Африканан ракета яғыулығы алған кеүек ҡайттым. Ауылды күтәрәйек, тип тәүҙә икмәкхана асырға булдым. Халыҡҡа эш булыр. Ауыл тулы һарыҡ, йөн, икмәк һатҡан аҡсаға артынса кейеҙ цехы асырбыҙ, йәнәһе. Голландияла нисек сыр әҙерләгәндәрен ҡарағайным. Беҙҙә һөт йылға булып ағырлыҡ бит. Сыр эшләрбеҙ, баҡсалар ултыртып, улар емеш бирә башлағас, повидло заводы асырбыҙ, тим.
Хәҙер ул саҡтарҙы уйлаһам, үҙемдең бер ҡатлылығыма иҫем китә! Әлбиттә, ул матур хыялдарҙы тормошҡа ашырыр өсөн бүтәнсәрәк һәләттәр, башҡаса булмыш кәрәк булыр ине. Иҫ киткес ауыр булды, уның ҡарауы күпме тәжрибә тупланды, тормошҡа, кешеләргә ҡарата мөнәсәбәтем үҙгәрҙе, офоҡтарым киңәйҙе, фекер йөрөтөү кимәлем тәрәнәйҙе, иң мөһиме, мин, ниһайәт, үҙем өсөн йәнтөйәгемдең ни тиклем ғәзиз икәнлеген аңланым”.
Гөлсирә Ғиззәтуллина бөгөн: “Нисек мин Иҙәшһеҙ, ошо тауҙарһыҙ йәшәнем икән?!” – тип ғүмер итә. Һөт кәзәләре үҫтерә, ҡош-ҡорт ҡарай, емеш ағастары ултыртҡан, йәшелсә сәсә. Шул мәшәҡәттәр араһында ижад итеп тә өлгөрә. Быйыл “Ағиҙел” журналында сыҡҡан “Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем...” хикәйәһе уҡыусыларҙы ныҡ тетрәндерҙе.
Хикәйәлә изгелек менән яуызлыҡ, яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡ ярыш килә, берсә таң ата, берсә донъяны шомло ҡараңғылыҡ ҡаплай кеүек. Әммә әҫәрҙең үҙәгендә – был тормошҡа, кешеләргә ҡайнар мөхәббәт. 82 йәшлек Фәрхинурҙың, һөйгәненә “яратам” тип әйтеп тә өлгөрмәгән кешенең, Германияға барып, иренең ҡәберен күреүе – мөхәббәттең иң юғары өлгөһө. “Яратам”, – тип әйтеп өлгөрөгөҙ! Мөхәббәттең мәңгелек доғаһы ул – “яратам” тигән һүҙ! Һуңлай күрмәгеҙ! Үкенескә ҡалмаһын. Донъялыҡты, кешелекте йәшәткән дә – мөхәббәт. Мөхәббәт булмаған ерҙә яуызлыҡ моронлай, ә ул донъяны вайран итеү көсөнә эйә.
Гөлсирә Ғиззәтуллинаның “Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем...” хикәйәһе бөгөн айырыуса көнүҙәк. Ғөмүмән, яҙыусының бөтә әҫәрҙәре лә кешенең күңел күҙен асырға һәләтле. Әҙибәне, гәзитебеҙҙең элекке уңған хеҙмәткәрен, ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Яҡындарының, халҡының оло мөхәббәтен, ихтирамын тойоп, яңынан-яңы шәп әҫәрҙәр ижад итеүен теләйбеҙ!
- Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА