Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Август 2022, 12:00

"Теге өсәү" саҡыра!

Дүртенсе йыл рәттән «Юлдаш» радиоһы менән «Галактика» йәмғиәте берлектә башҡорт эстрада йондоҙҙарын бер сәхнәгә йыя.

"Теге өсәү" саҡыра!"Теге өсәү" саҡыра!
"Теге өсәү" саҡыра!

20 августа Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ю. Гагарин исемендәге паркы йәнә “Беҙ бергә!» башҡорт һәм татар эстрадаһы фестивале  үҙәгенә әйләнәсәк.  Дүртенсе йыл рәттән «Юлдаш» радиоһы менән «Галактика» йәмғиәте берлектә башҡорт эстрада йондоҙҙарын бер сәхнәгә йыя.

Йыр фестивале парктың визит карточкаһына әүерелде, бында яҡын-тирәләге райондарҙан ғына түгел, илдең башҡа төбәктәренән дә  йөҙәрләгән тамашасы килә.  Быйыл проект Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ фонды ярҙамы менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы халҡын һәм ҡунаҡтарҙы бай программа, күңелле уйындар, яҡшы бүләктәр көтә. Программала 30-ға яҡын йырсы ҡатнаша, улар үҙҙәренең бай репертуарынан хиттарҙы ғына башҡарасаҡ.  Фестиваль барышында милли музыка ҡоралдары, кейеме, биҙәүестәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Милли биҙәүестәрҙән торған күргәҙмә һәм уларҙы һатыу ҙа ойошторола. Фестивалде “Теге өсәү” алып бара.

“Беҙ бергә!” халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығыта, шулай уҡ милли радионың Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы йылында республиканың бай мәҙәниәтенә индергән өлөшө лә булып тора.

20 августа Стәрлетамаҡтағы Ю. Гагарин исемендәге паркта үтә торған дуҫлыҡ һәм сәнғәт байрамына рәхим итегеҙ!  Концерт көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана.

"Теге өсәү" саҡыра!
"Теге өсәү" саҡыра!
"Теге өсәү" саҡыра!
"Теге өсәү" саҡыра!
"Теге өсәү" саҡыра!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас