

18-28 августа Мәскәүҙең "Зарядье" паркында Рус география йәмғиәтенең фестивале үтә.
Рәсәй халыҡтары мәҙәниәте байлығы саралағы төп темаларҙың береһе буласаҡ. Фестивалдә илебеҙҙең 50-нән ашыу төбәге ҡатнашасаҡ. Парктың төп сәхнәһендә фольклор коллективтары сығыш яһай, лекторийҙа балалар һәм өлкәндәр өсөн халыҡ ижады буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола, ә Кремль диуарҙары эргәһендә башҡорт тирмәһе урынлаша. Шунда уҡ уҡ тарихи кәрәк-яраҡ өлгөләре, көнкүреш әйберҙәре, халыҡ ҡулланма-биҙәү сәнғәте оҫталарының ҡул эштәре урынлаштырыласаҡ. Шулай итеп, баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары Башҡортостандың милли ғөрөф-ғәҙәттәре һәм мәҙәниәте менән таныша аласаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итә.
Фестивалде асҡан көндә төп сәхнәлә "Арғымаҡ" төркөмө сығыш яһай. Сара барышында, атап әйткәндә, 26 августа, Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көнө билдәләнә. Был көндө фестивалдең ҡунаҡтарын "Һабантуй" спорт-уйын программаһы көтә. Байрам республикабыҙҙың һәм Мәскәү ҡалаһының сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында ҙур концерт менән аралашып барасаҡ.
Мәскәүҙә йәшәгән яҡташтарға, баш ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына иң ҙур бүләк – Башҡортостан Республикаһы сәнғәт оҫталарының ҙур байрам концерты. Әйтәйек, фестивалдең төп сәхнәһендә "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары, популяр башҡарыусы, күп төрлө музыка ҡоралдарында уйнаусы Заһир Зәйнетдинов ("Зәйнетдин" шоу-проекты) һәм Башҡортостандағы тик ҡыҙҙарҙан ғына торған берҙән-бер этно-төркөм – "Хазина" сығыш яһай. "Бишбармаҡ" оркестрының сағыу сығышы ла тамашасыларҙа онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырыр. Рус фольклорын "Узорица" төркөмө башҡарып ишеттерә.
Бынан тыш, "Торатау" геопаркы тураһындағы комикстар буйынса йәнһүрәт күрһәтеләсәк. Ойоштороусылар шулай уҡ тамашасылар менән интерактив викторина ла үткәрергә йыйына. Унда "Торатау" геопаркының ҡиммәтле приздары уйнатыла.
Мәғлүмәт: pravitelstvorb.ru
Фото:mirasufa.ru