Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Август 2022, 17:10

Алма байрамы булды

"Был байрам – борондан килгән йола, Рәсәйҙә элек-электән билдәләнгән".

Алма байрамы булдыАлма байрамы булды
Алма байрамы булды

Өфөнөң "Элемтәсе" лагерында урынлашҡан ваҡытлыса йәшәү үҙәгендә Донецк һәм Луганскиҙан күсеп килеүселәр өсөн православие динендәгеләрҙең халыҡ байрамы – көҙ етеү һәм уңыш йыйыу айҡанлы билдәләнгән "Яблочный спас" үткәрелде. Сараны Башҡортостан рустары соборы ойошторҙо.

Унда "Башҡортостан рустары соборы"ның башҡарма директоры, Өфө ҡала советы депутаты Павел Васильев, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, "Башҡортостан рустары соборы"ның Президиумы ағзаһы Елена Родина, Башҡортостан Республикаһы Башлығы идаралығы кәңәшсеһе Светлана Ибәтуллиналар ҡатнашты.

Сарала бер нисә майҙансыҡ ойошторолғайны: концерт программаһы, республиканың халыҡ кәсептәре оҫталарынан һабаҡтар, уйындар һәм ярыштар, клоундар, һабын ҡыуығы шоуҙары. Ҡатнашыусылар бүләкһеҙ ҡалманы.

"Был байрам – борондан килгән йола, Рәсәйҙә элек-электән билдәләнгән. Был сараны ваҡытлыса күскенселәргә ярҙам итеү, уларҙың бында яңғыҙ түгелен, бер ҡасан да бәлә килгәндә яңғыҙ ҡалдырмаҫыбыҙҙы белдереү теләге менән үткәрҙек. Барыһы ла бик ихлас, дуҫтарса һәм йылы мөхиттә барҙы", – тине Павел Васильев.

Мәғлүмәт, фото: Башҡортостан рустары соборының матбуғат хеҙмәте.

 

Алма байрамы булды
Алма байрамы булды
Алма байрамы булды
Алма байрамы булды
Алма байрамы булды
Алма байрамы булды
Алма байрамы булды
Алма байрамы булды
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас