

Рәсәй – төрлө халыҡтарҙың изге Ватаны, шуға күрә илебеҙ мәҙәниәте лә ифрат бай һәм үҙенсәлекле. Быйыл, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылында, илдең һәр төбәгендә башҡа халыҡтарҙың рухиәте менән дә танышырға була. Әйтәйек, Дағстан халҡының ҡабатланмаҫ милли байлығы менән танышҡыһы килгән Өфө халҡы, ҡунаҡтар ошо республиканың художестволы кәсептәре күргәҙмәһен күрергә килә ала.
“Башҡортостандың мәҙәни донъяһы” порталы мәғлүмәтенә ярашлы, бөгөн “Урал” халыҡ ижады галереяһында “Дағстан оҫталары. Ата-бабалар бүләге” тип аталған экспозиция асыла. Күргәҙмәгә сәнғәт өлгөләре, биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәре, шул иҫәптән боронғо, XVIII быуатта эшләнгәндәре, ҡуйыла.
Экспонаттар Башҡортостандағы Дағстан милли мәҙәниәте ойошмаһы рәйесе Магомедхабиб Солтанмагомедовтың шәхси коллекцияһынан алынған. Улар 100-гә яҡын. Күргәҙмәне республикабыҙҙың Халыҡтар дуҫлығы йорто, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, Дағстан милли мәҙәниәте ойошмаһы ойоштора.
“Был – 600 дананан торған ҙур коллекцияның бәләкәй генә өлөшө. Уларҙы 15 йыл элек йыя башланым. Дағстан оҫталарынан да, баҙарҙа ла һатып алам, дуҫтарым да бүләк итә. Иң ҡиммәтле экспонат – көмөш менән ялатылған көршәк, ул 500-ҙән ашыу йыл элек эшләнгән! Ә күптән түгел генә алған әйберҙәремдән учталанды билдәләр инем. Дағстан халыҡтарының көнкүрешендәге был мөһим әйбер һауыт-һаба ҡуйыр өсөн ҡулланылған. Тау йортонда был артефакт йорт культына бәйле изге мәғәнәгә лә эйә булған. Учталан, башҡа күп кенә әйбер кеүек үк, тәүге тапҡыр күргәҙмәгә ҡуйыла”, – ти Башҡортостандағы Дағстан милли мәҙәниәте ойошмаһы рәйесе Магомедхабиб Солтанмагомедов.
Күргәҙмә бөгөн асылып, ай аҙағына ҡәҙәр – 29 авгусҡаса дауам итә. Кавказ халыҡтарының үҙенсәлекле мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынғандар өсөн уны килеп күрергә ваҡыт етерлек!
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА