

Иртәгә Бүздәк районында "Бәлешфест-2022" үтә. Ул 2018 йылдан алып ойошторола һәм республикабыҙҙың туристик брендына әйләнеп бара.
Байрам Бүздәк ауылының Спорт һәм ял паркында уҙғарыла, Президент фонды гранты булышлығы менән ойошторола. Фестивалдә Башҡортостан халыҡтары башҡорт, татар, рус, сыуаш, мари, мордва, удмурттарҙың милли аш-һыуын күрергә мөмкин.
Бында кулинариянан оҫталыҡ дәрестәре лә үткәреү ҡаралған. Уларҙа ҡатнашып, төрлө халыҡтарға хас ризыҡтарҙы әҙерләргә өйрәнеп була. Традицион кәсептәргә арналған оҫталыҡ һабаҡтары ла бирелә.
Фестивалдең төп майҙанында аш-һыу парады, милли ризыҡ булған бәлеш бешереү буйынса конкурс була. Баһалама ағзалары иң шәп аш-һыу оҫтаһын билдәләп, онотола төшкән милли ризыҡты тергеҙеүгә индерелгән өлөштө айырым билдәләп китәсәк.
Бер ниндәй байрам да йыр-моңһоҙ үтмәй. "Бәлешфест" та ижади коллективтар, популяр артистар сығышы менән биҙәлә, ә сараның иң сағыу мәле – Бүздәктә бәлешкә арналған арт-объект асылыуы. Шулай уҡ ҡыҙыҡлы флешмоб та иғлан ителә – теләгән кеше ниндәйҙер үҙенсәлекле йәки боронғо рецепт буйынса әҙерләгән ризығын тәҡдим итә ала.
Фестивалдә милли аш-һыу оҫталары, кәсепселәр, ижади коллективтар, солистар, эшҡыуарҙар ҡатнаша ала.
Байрам шәмбе көнө, 20 августа, көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.
Фестиваль тураһында мәғлүмәтте vk.com/baleshfest төркөмөнә инеп ҡарарға, ә тәҡдимдәр, һорауҙарҙы baleshfest@mail.ru электрон адресына яҙып ебәрергә мөмкин.
Фото riabir.ru