

Бишбүләк районының Ҡаныҡай ауылында уҙғарылған “Балаҫтарҙа – йәйғор төҫө” фестиваленә күрше Миәкә, Дәүләкән, Әлшәйҙән дә оҫталар йыйылды.
Ҡаныҡай ауылы китапханасыһы Рима Нафиҡова “Башҡорт балаҫы йәшәһен! Бишбүләк районында балаҫ һуғыуҙы тергеҙеү” проекты буйынса Бөтә Рәсәй грантын отҡан. Был иһә ауылда балаҫ һуғыу менән ҡыҙыҡһыныусыларға яңы мөмкинлек асҡан.
Грант аҡсаһына дүрт станок, башҡа кәрәк-яраҡ алынған. Боронғо шөғөл серҙәрен өйрәтеү өсөн республикабыҙҙың балаҫ һуғыу оҫталарын саҡырып, дәрестәр ҙә уҙғарылған. Үҙҙәренең тәүге балаҫ өлгөләренең уңышлы килеп сығыуы менән дә ғорурлана ала Ҡаныҡай уңғандары.
– Өлкәндәр генә түгел, балалар араһында ла балаҫ һуғыу менән ҡыҙыҡһыныусылар бар. Ошо йүнәлештә артабан да һөнәребеҙҙе камиллаштырасаҡбыҙ, – тине Рима Ришат ҡыҙы.
Әйтергә кәрәк, был ауылда электән балаҫ һуғыусылар күп булған, өләсәйҙәребеҙҙең боронғо шөғөлөнә йән өргән, дауам иткән ҡаныҡайҙарға афарин!
(Был турала тулыраҡ гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡырһығыҙ).
- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Бишбүләк районы