

Бөгөн Мәскәүҙең “Зарядье” паркында Рус география йәмғиәтенең фестивале башланды, быйыл уның биш йыллығы билдәләнә. Саралағы төп темаларҙың береһе – Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтенең байлығы.
Фестивалдә илебеҙҙең 50-нән ашыу төбәге ҡатнаша, беҙҙең республика, әлбиттә, ситтә ҡалмай. Парктың төп сәхнәһендә фольклор коллективтары сығыш яһай, лекторийҙа балалар һәм өлкәндәр өсөн халыҡ ижады буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола, ә Кремль диуарҙары эргәһендә башҡорт тирмәһе урынлаша. Шунда уҡ тарихи кәрәк-яраҡ өлгөләре, көнкүреш әйберҙәре, халыҡ ҡулланма-биҙәү сәнғәте оҫталарының ҡул эштәре ҡуйыла. Шулай итеп, баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары Башҡортостандың милли ғөрөф-ғәҙәттәре һәм мәҙәниәте менән таныша ала. Мәскәүҙә йәшәгән яҡташтарға, баш ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына иң ҙур бүләк – Башҡортостан Республикаһы сәнғәт оҫталарының ҙур байрам концерты.
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА