Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Август 2022, 11:41

Тауҙар ғына осрашмай... (Аҙағы)

– Арам, һин ни эшләп һуғыш бөткәс тә ҡайтманың?

Ир, нисек әйтергә икән, аңлар-мы, тип бик оҙаҡ уйланып барҙы.

– Беләһеңдер инде, һуғышта бөтә ғаиләмде юғалттым бит… Ауылыбыҙ ҙа ер менән тигеҙләнгәс, унда ни эшләйем, тип ҡайтырға үҙемдә көс тапманым... – Тауышы ҡалтыранды, хәтирәләре һаман күңелен өйкәй ине. – Бына ялым бөткәс, ауыл урынын булһа ла күреп китергә уйлайым.

Армен Арамдың һаман бер нимә белмәй йәшәп ятҡанына иҫе китте. Шулай ҙа ғәйепләмәне.

– Ауылдаш, беҙҙең ауыл әле лә бар бит. Һуғыш ваҡытында таштарына тиклем онталып бөткәйне шул. Бик ауыр йылдар булды, ләкин тергеҙҙек беҙ уны. Йәшәй ул!

– Ысынлапмы?! – Шатлыҡтан ҡысҡырып ебәргән Арам Армендың ҡулын ҡыҫып, оҙаҡ ебәрмәй торҙо. Тулҡынланыуынан хатта тыны ҡыҫылды.

– Булыр-булыр...  Донъя бик ныҡ алға киткән шул. –  Үҙенең моң­һоҙлоғонан уңайһыҙланып, башын түбән эйҙе.

Эскәмйәгә барып ултырҙылар.

– Эй, был һуғыш! Күпме яҙмыштарҙы аҙаштырҙы шул... –  тип ауыр көрһөндө Арам.

Армен бер аҙ ултырғас, тәрән итеп тын алды ла әйтеп һалды:

– Ә, беләһеңме, Арам... Һинең ҡатының да, балаларың да иҫән бит...

Донъяның әсеһен-сөсөһөн күргән Арам ғүмерҙә лә бындай хәбәр ишетермен тип уйламағайны. Шаңҡыны. Күкрәгенә һыймай тулаған йөрәген тотоп, ишеткәндәрен башына һыйҙырырға тырышып, хәтһеҙ ваҡыт тын ултырҙы.

– Ыһ! – Армендың күҙҙәренә аптыраулы ла, ғазаплы ла ҡарашын төбәне. Уның ғаиләһе иҫән ҡалған, ә ни эшләп уға бер кем дә әйтмәгән?.. Ә ниңә һуң үҙе эҙләп ҡараманы?! “Их, ни эшләп һуғыштан һуң ҡайтманым икән? Һөйөклө балаларым атайлы булған көйө етем үҫкән”, тигән үкенесле уйҙар йөрәген телде, күңелен айҡап сыҡты.

– Нисек?! Нисек тере ҡалһындар, ти?! Ҡайҙа?! Мин бит хат алдым. Бомба аҫтында ҡалғандар тип... – Асырғанып ыуаланды ир.

– Ҡуй инде, ул ваҡыттағы мәхшәрҙе һөйләп бөтөрөрлөк түгел, – тине Армен. – Белеүемсә, иң беренсе булып балаларҙы, йәш балалы ҡатындарҙы, яралыларҙы машинаға тейәп Нальчикка тылға оҙатҡандар, шулай итеп ҡотолоп ҡалғандар. Ә бына мин... ғаиләмде тапманым.

Һуғыштың башынан Берлинғаса еткән яугирҙәр хәтирәләргә бирелеп бик оҙаҡ ултырҙы. Ауылдаштарын барланы. Йәш саҡтарына байҡау яһаны. Ҡәһәрле һуғыш башланғансы ныҡ яратып йөрөп ауылдың иң сибәр ҡыҙына өй­ләнгәйне Арам, улына – биш, ҡыҙына өс кенә йәш булып ҡал­ғайны. “Уларҙы хәҙер танырмынмы, ҡатыным бер үҙеме, әллә тормош­ҡа сыҡҡанмы?” – Һорауҙары күп ине. Юҡҡамы ни ололар, аҙашһаң да, илең менән аҙаш, тимәгән инде, уйының осона сыға алманы.

Иртәгәһенә Арамды тағы ла бер шаҡ ҡатырғыс хәбәр көткән икән.

– Мин төнө буйы әйтергәме, юҡмы тип, уйланып яттым, – тине Армен. – Әлеге көндә мин Нинаңдың тормош иптәше булам. Һинән дә бит "хәбәрһеҙ юғалды" тигән хат килгән...

Арам был тиклемен көтмәгәйне. Һикереп торҙо.

– Нисек? Ни эшләп? – Йөрәге күкрәген аҡтарып алырҙай булып типте.

Армен талғын ғына дауам итте:

 – Ул бер нисә йыл көттө һине. Үлемеңә ышанманы. Аңлайһың инде, тереләргә тереклек итергә кәрәк. Шулай ике яралы яҙмыш ҡауышып, бер-беребеҙгә терәк булып йәшәп алып киттек. Уртаҡ  ҡыҙыбыҙ бар. Һинең балаларыңды ла ҡаҡмай-һуҡмай үҫтерҙем. Улар хәҙер бөтәһе лә башлы-күҙле, Пятигорскиҙа һәйбәт кенә йәшәп яталар.  Өс ейәнең бар.

Арам күңеленән Нинаһы менән бергә йәшәгән бәхетле мәлдәрен иҫкә төшөрөп моңайҙы.

– Ауылда Нинама тик һин генә тиң була алыр инең шул, Армен. Йәш саҡта икебеҙ ҙә үлә яҙып яратып йөрөнөк бит. Хәтереңдәме, бер 14-15 йәштәрҙә һыу ингән саҡта, Нинаның аяҡ-ҡулын ҡапыл көҙән йыйырып,  ағып киткәйне.  Тау йылғаһы шарлап аға. Икебеҙ ҙә бер юлы артынан сумдыҡ. Һин алданыраҡ барып етеп, тотоп алдың. Һалҡын һыуҙа өшөһәк тә,  кейемдәребеҙҙе биреп, йылытып алғайныҡ. Шунда һинең дә уға ғашиҡ икәнеңде аңлағайным. Ул мине һайланы.

– Асыуланмайым да, көнләшмә­йем дә. Яҙмыштыр инде, – тине.

– Ауылдаш, бер аҙнанан ялым бөтә. Улым... Һинең улың – Арсенийың килеп ала. Уйланым-уйланым да, һеҙҙе үҙемә алып ҡайтырға булдым. Әйҙә, ҡыҙҙарың менән бергә ҡунаҡ булып китегеҙ, – тине Армен. Арам ҡуш ҡуллап риза булды.

Был көндәр Арамға йәшәлгән ғүмеренән дә оҙонораҡ булып тойолдо. Ҡанатланып осоп китерҙәй булып минуттарын һананы. Төнөн йоҡо алманы. Ҡыҙы, был ҡыуаныслы яңылыҡтан һеңгәҙәгән атаһының йөрәге күтәрерме, тип хәүефләнеп, гел янында булырға тырышты.

...Аллаға шөкөр, эсер һыуы, ашар ризығы бөтмәгәс, бына сығып киткәненә 30 йыл тигәндә, тыуған ауылына ҡайтып бара. “Тормош – көрәш, ир кеше нисә йәштә булһа ла, ысын ир булып ҡалырға тейеш” тип Арам ныҡ торорға булды.

Машина килеп туҡтағас, рулдә ултырған үҙенең йәш сағына ҡойоп ҡуйғандай оҡшаған һыу һөлөгөндәй улына һоҡланып та, яратып та ҡарап-ҡарап алды. Ҡыҙы менән улының оҡшаш һыҙаттарын күреп, шатланып ҡуйҙы. Улым, йөрәк итем, тип ҡосаҡлап алһаң ине, тип йәшкәҙәгән күҙҙәрен һөрттө.

Машина эсендәге ниндәйҙер аңлайышһыҙ көсөргәнеш шофер егетте лә һағайтты. Ул юл буйы ҡайҙалыр күргәндәй тойолған Арамға, һеңлеһенә оҡшап торған йәш ҡатынға күҙ һала-һала килде. Атаһы ла үҙен сәйер тота, ауылдашымды осраттым, ҡунаҡҡа алып ҡайтам, тине лә башҡаса һүҙ ҡуйыртманы. Бында бер хикмәт барҙыр, тип уйланды. Ҡайҙа күрҙе һуң был ирҙе, ниңә йөрәге дарҫлап тибә башланы әле?..

Армен юл буйы һуғыш булған ерҙәрҙе, ер-һыу атамаларын иҫкә төшөрөп барҙы. Аҡ түбәле мөһабәт Кавказ тауҙары, меңйәшәр урманы, саф һауаһы танһыҡ ине Арамға – йоторҙай булып күҙәтте. Һөйләшеүгә Арсений ҙа ҡушылды.

– Тыуған яҡтарға күптән ҡайтҡанығыҙ юҡ инеме, Арам ағай?.. Беҙҙең атайҙың да исеме Арам ине. Ул һуғышта һәләк булған шул. Ҡайтманы. Әсәйем менән йыш ҡына иҫкә алабыҙ. Май шәме ҡуябыҙ.

Баянан бирле үҙен ҡулда тоторға тырышып килгән Арамдың түҙер әмәле ҡалманы.

– Улым, туҡтат әле машинаңды. – Арсенийҙың иңенә ҡағылды. – Тыным ҡыҫыла.

Бөтәһе лә машинанан сыҡты.

– Арсенийым, улым һин минең!.. Мин иҫәнмен! Балаҡайым минең, һеҙ ҙә иҫән икән дә!  Ниндәй бәхет! – Арам улын матҡып тотоп ҡосаҡлап алды ла күҙ йәштәренә ирек бирҙе.

– Осрашҡас та йөҙөң таныш һымаҡ  тип ҡарап килдем шул... – Арсений ныҡ ҡаушаны, ҡапылдан ни эшләргә лә белмәне.

– Кисер мине, улым! Һеҙҙе үлгән тип хат алғайным. Берүк ғәфү ит!

Саҡ тынысланып, юлды дауам иттеләр.

Бына тыуған ауылы. Тау итә­ген­дә һыйынып ул­тырған төҙөк ауыл элекке­һенә һис тә оҡшамаған: бейек-бейек өйҙәр, ҙур мәҙәниәт йорто, мәк­тәп, ялтырап ятҡан асфальт юл... Бер үҙе килһә, билләһи, танымайынса, кире боролор ине. Бына улар виноград ботаҡтары менән ҡапланған өй янында туҡтаны. Арменды ҡаршыларға бөтә балалары йыйылған, ихата эсенә оҙон өҫтәлгә һый әҙерләнгән. Сыр-сыу килделәр.

– Ҡатын, бына шифаханала ауылдашты осраттым да ҡунаҡ күрһәткем килде. Арам, үтегеҙ!

Өҫтәлде рәтләп торған Нина:

– Ҡалай һәйбәт булған, атаһы. Әйҙүк, үтегеҙ-үт, – тине йылмайып.

Ә Арам Нинаға ҡараған да, иҫен йыя алмай, ҡатып ҡалды. Ҡатыны һаман төҫ ташламаған, шулай уҡ сая ҡарашлы, тура кәүҙәле, тик бер аҙ тулыланған. Нина был үтә­нән-үтә тишеп ҡараған иргә тәү­ҙә бик ныҡ ғәжәпләнде. Уңай­һыҙ­лан­ды. Берсә – иренә, берсә ҡунаҡҡа текләп торғас, ҡысҡырып ебәрҙе:

– Уа-а-а-й, уа-а-а-й!!! Арам!!!  Һинме ул?!  Йә, Хоҙай, иҫән! Күрер көнөм бар икән! – Йүгереп килеп ике ҡуллап ирҙең битен ҡыҫып тотоп, күҙҙәренә ҡараны, ағарған сәсенән һыйпаны.

– Һиҙә инем тере икәнеңде. Һиҙә инем! Ҡайҙа булдың? Ни эш­ләп бер ҙә хәбәр итмәнең? Нисәмә йылдар һине иҫләп, май шәме яндырҙым, һүнә лә ҡуя ине! Терелер, тинем.

Улар бер-береһенән бик оҙаҡ күҙҙәрен алманы. Гүйә, араларында ҡот осҡос һуғыш та, әллә күпме ғүмер ҙә уҙмаған.

Арам яңынан улы, ҡыҙы менән танышты, ейәндәрен һөйөп туя алманы. Шундай ғибрәтле мәхшәрҙә иҫән ҡалған ҡатынынан ниндәй фиҙакәрлек талап ителгәнен аңлай ине. Ҡатыны алдында баш эйҙе, рәхмәтле булып ҡулдарынан үпте.

– Бөтәгеҙгә лә рәхмәт! Нина, һиңә шундай ауыр йылдарҙа балаларҙы һаҡлап алып ҡалға­ныңа, яҡшы кеше итеп үҫтер­гәнеңә… Армен, һиңә лә оло рәхмәтемде белдерәм... Кисерегеҙ мине, балаларым! Мөмкин булһа, кисерегеҙ мине!..

Ул һулҡылдап-һулҡылдап иланы. Барыһының да күҙҙәренән әсе йәштәр аҡты. Ни эшләйһең, һәр замандың үҙ көйө: бөтә ил менән ҡот осҡос һуғыш афәттәрен күргән, яҙмыш һынауҙарын үткәргән ололар сабыр булырға тырышты, бер-береһен ғәйепләмәне. Балалары ла үҙ-ара дуҫлашты, туғанлыҡ ептәрен нығытты.

Был осрашыу Арамға бер нисә йыл бәхетле ғүмер бүләк итте...

 

-  Гөлназ НАФИҠОВА-ҒӘБИТОВА

Читайте нас