

“Бөйөк дала” рокерҙарҙы 2011 йылда “Рух” рок-төркөмөнөң 20 йыллығына йыйғайны. Хәҙер инде меңәрләгән тамашасы уны көтөп ала. Унда республиканан, Рәсәй төбәктәренән, Ҡаҙағстандан рок-музыканттар ҡатнаша.
Аҡъяр ауылының мәҙәниәт һәм ял паркында барған быйылғы фестивалдә “АҡЯР”, “Рух”, “Бөркөт”, “Дәрүиш-хан” рок-төркөмдәре ҡатнаша. “Бөркөт” Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбендә быйыл ҡыш ҡына барлыҡҡа килгән. Байрас Әминев етәкселегендәге рок-төркөм кесе (10 - 12 йәшлектәр) һәм өлкән (13 – 18 йәшлектәр) йәш музыканттарҙы берләштерә. “АҡЯР” төркөмө 2005 йылда төҙөлгән (етәксеһе – Тимур Күлбаев). 2006 йылда “Урал моңо” Халыҡ-ара конкурсында дипломант булған.
Рок-хәрәкәтен республикала башлап ебәреүсе “Рух” төркөмө 90-сы йылдарҙа йәштәрҙең рухын нығытыусы, милли үҙаңын үҫтереүсе көс булды. Шул осорҙа “Дәрүиш”, “Рух”, “Ант”, “Каруанһарай” һ.б. төркөмдәрҙең йөкмәткеле йырҙары кешеләрҙә киләсәккә өмөт уятты, ҡанатландырҙы.
Хәйбулла районы Маҡан ауылында барлыҡҡа килгән “Дәрүиш-хан” төркөмөнә талантлы лидер-гитарист һәм музыкалар авторы Альберт Ғәббәсов нигеҙ һалды. Йырҙарға һүҙҙе Дим Мәннән яҙҙы.
Рок-концерт аҙағында йәштәр өсөн күңелле дискотека буласаҡ.