Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Август 2022, 17:30

“Теге өсәү” дуҫтарын йыя

Стәрлетамаҡтың Ю. Гагарин исемендәге паркында “Беҙ бергә!” фестивале башланды.

“Теге өсәү” дуҫтарын йыя
“Теге өсәү” дуҫтарын йыя

“Башҡортостан” телерадиокомпанияһының “Юлдаш” радиоһы, “Галактика” күңел асыу үҙәктәре селтәре менән берлектә дүртенсе йыл инде сәхнәгә башҡорт һәм татар эстрада йондоҙҙарын йыя. Байрамға яҡын-тирә райондарҙан, ауылдарҙан, хатта Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән халыҡ ағыла.

Сараны “Юлдаш” радиоһынан һеҙгә яҡшы таныш “теге өсәү” алып бара. 30-ға яҡын республикаға билдәле эстрада артистары бөгөн 5 сәғәт буйы 87 популяр йырҙы башҡарасаҡ.

Һоҡланғыс парҙар – Вилли менән Гөлназ Асаева башлап ебәргән тамашаны РСФСР-ҙың, БР-ҙың һәм ТР-ҙың халыҡ артисы Фидан Ғафаров тамамлап ҡуясаҡ.  Ойоштороусылар әйтеүенсә, йондоҙҙарҙың репертуарында төрлө йәштәге тамашасының күңеленә хуш килерлек йырҙар ингән. Ретро-йырҙар менән бер рәттән заманса хиттар ҙа яңғыраясаҡ.

Байрамда бынан тыш башҡорт музыка ҡоралдарында уйнарға, милли кейемдәр тегергә өйрәтеүсе оҫталыҡ кластары ла ойошторола. Милли биҙәүестәр һатып алырға ла була.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына ойошторолған “Беҙ бергә!” фестивале халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығыта, кешеләргә бер-береһе менән аралашып, күңелдәрен, рухтарын байытырға мөмкинлек бирә.

“Теге өсәү” дуҫтарын йыя
“Теге өсәү” дуҫтарын йыя
Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: