Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Август 2022, 05:00

Һауап ҡапсығыңды тултыр

Был донъяла Аллаһ Тәғәлә һәр кемгә һауап йыйыр өсөн “ҡапсыҡ” тапшыра.

Һауап ҡапсығыңды тултырҺауап ҡапсығыңды тултыр
Һауап ҡапсығыңды тултыр

Бер батша өс кешегә шундай эш ҡуша: “Һәр берегеҙ ҡапсыҡ алып, минең баҡсама керегеҙ ҙә, шунда үҫкән йәшелсә һәм еләк-емештәрҙән нимә теләйһегеҙ – шуны йыйығыҙ. Аҙаҡ тоҡтарҙы келәт һаҡсыһына тапшырырһығыҙ”, - тей.

Тегеләр ҡушҡанды үтәргә дип шаҡтай ҙур баҡсаға кереп китә. Береһе, ҡушылған эшкә бик яуаплы ҡарап, тоғон ниғмәттәр менән тултыра; икенсеһе яртылаш тултырғандан һуң: “Әй, ярамаған тағы”, - тиеп, ҡапсыҡтың икенсе өлөшөнә өйөлөп ятҡан сүп-сарҙы тыға; өсөнсөһө иһә бөтөнләй эшләгеһе килмәй: “Батша һынлы батша барыбер ҡарап-тикшереп йөрөмәҫ, нимәгә аҙапланып ваҡыт үткәрергә?” - тип, ҡапсығын тулыһынса таш һәм үләндәр менән тултыра ла бәйләп ҡуя.

Бер аҙҙан был кешеләр ҡапсыҡтарын һаҡсыға тапшыра. Ҡайтып китергә тип баҡсанан сығып барғанда, уларҙы ҡапыл туҡтаталар һәм әйтәләр: “Батшабыҙ һеҙҙе бер айға зинданға ябырға ҡушты. Шул ваҡыт дауамында һеҙ ҡапсыҡтарығыҙға йыйған ризыҡ менән туҡланырға тейешһегеҙ!”

Батша бойорғанды намыҫ менән үтәгән кеше: “Әлхәмдүлилләһ, ярай әле, тырышып, бер ай туҡланырлыҡ ризыҡ йыйҙым”, - тип һөйөнә. Ҡапсығын яртылаш ҡына тултырғаны: “Их, ниңә батша ҡушҡанды еренә еткереп үтәмәнем икән?” – дип үкенә, ә өсөнсөһө бик хафаланып, хәтта тетрәнеп ҡайғыға төшә...

Был донъяла Аллаһ Тәғәлә лә һәр кемгә һауап йыйыр өсөн “ҡапсыҡ” тапшыра. Кешеләр иһә әлеге хикәйәттәге кеүек өс төркөмгә бүленәләр. Ә һөҙөмтәһе – башҡарған ғәмәлдәргә ҡарап...

Текст сығанағы: Сәләм телеканалы

Фото: geophoto.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас