

Башҡортостан һәм Татарстан эстрадаһы йондоҙо Радик Юлъяҡшин күптән түгел генә социаль селтәрҙәр аша мөрәжәғәт итеп, милли эстраданан китеүе тураһында хәбәр иткәйне. Ул Өфөнө ҡалдырып, йәшәргә Мәскәүгә күсеп китәм һәм рус телендә йырҙар сығара башлайым тигәйне.
Әле иһә “Радио России-Башкортостан” радиоһында сығыш яһаған һәм бының менән генә башҡорт тамашасаһы менән эш итеү бөтмәй тигән. Уның белдереүенсә, ул артабан да туған телендә ижад итәсәк.
– Мәскәүгә күсеп китеү – йырлауҙан туҡтайым тигән һүҙ түгел. Мин башҡорт телендә йырлауҙы дауам итәм, ә рус телендә күберәк ижад итәсәкмен, – тигән ул.
Шулай уҡ ул "Элвин Грей" тигән популяр проекты менән дә хушлашырға йыйынмай.
Ҡыҫҡаһы, ул артабан да беҙҙе үҙенең йырҙары менән ҡыуандырып торор.
Фото: социаль селтәрҙәр.