Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Август 2022, 03:45

83 йәшлек инәй Ирәндек тауына күтәрелеп ...йыр һуҙҙы!

 Афарин, Баймаҡ ағинәйе!

83 йәшлек инәй Ирәндек тауына күтәрелеп ...йыр һуҙҙы!83 йәшлек инәй Ирәндек тауына күтәрелеп ...йыр һуҙҙы!
83 йәшлек инәй Ирәндек тауына күтәрелеп ...йыр һуҙҙы!

Сибай ҡалаһында йәшәгән Асия Дилмөхәмәтованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә бер инәйҙең йырлағанын төшөргән видеяҙма күптәрҙең иғтибарын йәлеп иткәндер, моғайын. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Ирәндек тауына күтәрелеп, "Ирәндеккәй тауы..." тип моңло итеп йыр һуҙыуына хайран ҡалырлыҡ! Кем һуң был йырсы ағинәй?

Баҡтиһәң, ул Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылынан Рәйсә Сафа ҡыҙы Вәлиәхмәтова (Баимова) икән. Бөйөк дин әһеле, мәғрифәтсе Байым ишандың бүләсәре булып сыҡты. Асия Дилмөхәмәтова әйтеүенсә, йырға маһир, күңеленә оҡшаған йыр булһа, бер тыңлауҙан отоп ала.

"Иҫ белгәндән алып йырлайым, ҡайғымды ла йыр баҫа, шатлығымды ла йыр бүлешә", - ти инәйем. Боронғо башҡорт халыҡ йырҙарын бик күп белә, яратып башҡара. Инәйемә 83 йәш, шуға ҡарамаҫтан дәрте, моңо ташып тора. Әле һаман еләген дә, бәшмәген дә йыя, тәбиғәт ҡосағына ял итергә лә йөрөй. Әлеге видеояҙманы Баймаҡ районындағы Ирәндек тауының түбәһендә ҡыҙы Мәүлиҙә яҙҙырған.
Инәйемдең 6 ҡыҙы, 14 ейән-ейәнсәре, 17 бүләһе бар".

Афарин, Баймаҡ ағинәйе! Ирәндек тауындай һаулыҡ теләйбеҙ!

Видеояҙма: Асия Дилмөхәмәтова.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас