

“Йөйәккәйем – илһам бирер төйәккәйем” тип аталған байрамда районыбыҙҙың Ҡатай ырыуына ҡараған ауылдар ағинәйҙәренең йәмәғәт ойошмалары ла ихлас ҡатнашты. Һәр ауылдың ағинәйҙәре шул ерлеккә генә хас милли кейемдә матур сығыш яһаны.
Байрамды йәмләгән Йөйәк, Межгорье, Ғәбдөк, Инйәр, Уҫманғәле, Бирҙеғол, Манышты, Асы һәм башҡа ауылдар ағинәйҙәренең ипле, матур сығыштарын ҡарап, һәр кем һоҡланды. Уларҙың ҡумыҙҙа ла, ҡалаҡ һуғып та уйнауын, гармун, баян моңдарына ҡушылып, берсә дәртле, берсә моңло итеп йырлауын кинәнеп ҡараны халыҡ. Ике байрамдың да йәме булараҡ, ағинәйҙәр йәштәргә үрнәк күрһәтте, тәрбиә бирҙе. Ысынлап та, милли кейем үҙе үк тәрбиәгә, изгелеккә, матурлыҡҡа өндәй бит ул! Матур кейенгән өләсәй-инәйҙәрҙе күргән бала-саға ла, талир тәңкәләрен сылтыратып үткән ағинәйҙәргә һаулыҡ һорашып, шаярышып йөрөгән ерҙәренән туҡтап ҡалып, ололарға юл бирҙе, үҙҙәрен тәртипле тоторға тырышты.
Районда ғына түгел, республикала башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейем өлгөләрен, биҙәүестәрен тергеҙеүҙә иң тәүгеләрҙән булып башлаған, әлеге ваҡытта киң пропагандалаған Йөйәк ауылы ағинәйе Гөлсирә Салауатова ҡунаҡтарҙы үҙ тирмәһен ҡороп ҡаршы алды. Тирмәне Гөлсирә Исламетдин ҡыҙының иҫ киткес матур ҡул эштәре биҙәй, ә ағинәйҙәр әҙерләгән табын милли аш-һыу менән тулы. Ағинәйҙәр арыу-талыу белмәй көноҙоно аш-һыу янында йүгерекләне, ситтән килгән ағинәйҙәргә, ҡунаҡтарға ҡунаҡсыллыҡ, йәш ҡыҙҙарға, килендәргә үрнәк күрһәтте.
Ҡатай йыйынына килгән “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева, “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажитдинова йәмле Инйәр йылғаһы буйында “Ағинәйҙәрҙең йәш быуынды тәрбиәләүҙәге мөҡәддәс бурысы” тигән темаға әңгәмә үткәрҙе. Межгорье ағинәйҙәре Гөлсирә Исламетдин ҡыҙына үҙҙәренең ойошмалары исеменән бүләк тапшырҙы. Ағинәйҙәр бер-береһе менән фекер алышты, иҫтәлеккә бергәләп фотоға төштө. Йыйындың икенсе өлөшөндә Гөлсирә Салауатова ағинәйҙәргә үҙенең башҡорт өйөн күрһәтте. Унда үҙе теккән милли кейем өлгөләре, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәре, хәситә, яға-түшелдеректәр, селтәр, таҡыя, Ҡатай ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарының һаҡалы, ҡашмау, сарыҡ, балаҫтар, сергетыш, кеҫә телефондарын һалып йөрөргә милли биҙәктәр сигеп тегелгән янсыҡ-кисеттәр, башҡорт милли кейемендәге ҡурсаҡтар һәм башҡа һанап бөткөһөҙ әйберҙәр урынлаштырылған. Гөлсирә Исламетдин ҡыҙы (һүрәттә) башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының иң боронғо баш кейеме – кәләпүш тә теккән. Был ҙур һәм ауыр эш айҙан ашыу ваҡыт талап иткән. Күҙҙең яуын алып торған кәләпүш бик матур килеп сыҡҡан. Ағинәйҙәр, Гөлсирә Салауат ҡыҙының эштәренә хайран ҡалып, уға һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләне.
Рәмилә МУСИНА