Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Август 2022, 13:25

Их, һылыу шул ҡатай ҡыҙҙары

Отҡорлоҡта, зыялылыҡта, инсафлыҡта һынаштылар.

“Иҙел башы” этнофорумына ярашлы ун беренсе тапҡыр үткәрелгән Ҡатай ырыуы йәштәре йыйынында быйыл да “Ҡатай һылыуы” конкурсы үтте. Был конкурста ҡатай һылыуҙары һәр саҡ әүҙемлек күрһәтә.

“Ҡатай һылыуы” конкурсында ҡатнашҡан гүзәлкәйҙәр белемдәрен, хыялдарын, тормошҡа ҡарашын, шулай уҡ нәфис һүҙгә, йыр-моңға, бейеүгә оҫталыҡтарын күрһәтергә тейеш ине. Сибәрлек йөҙҙә генә түгел, тыйнаҡлыҡта, аҡылда, тәрбиәлелектә, иманда һәм нәфислектә, нәзәкәтлектә, шулай уҡ эшһөйәрлектә тип тә әйтергә кәрәктер. Бер-бер артлы сәхнә түренә теҙелгән нәзәкәтле һылыуҙар иң алда үҙҙәре менән таныштырҙы. Уҫманғәле ауылынан Зөлфиә Салауатова, Инйәрҙән Айгүзәл Валаманова, Сермәндән Диана Вәхи­това, Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Айгөл Мөхәмәтшина, Балаҡатай районының Түбәнге Үтәш ауылынан Эмилия Ниғәмәтйәнова һылыулыҡта һәм һәләтлектә ярышты.

Баһалау комиссия­һына иң абруйлы ҡатай вәкилдәре һайлап ҡу­йыл­ды. Рәсәй Феде­рацияһының атҡа­ҙанған, Башҡорт­ос­тандың халыҡ артисы, Башҡортос­тан­дың Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрын ойоштор­ған Рәмил Ғәйзул­лин, бейеүсе, балетмейстер, Башҡорт­остан Республика­һының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитов, Баш­ҡортостан дәүләт концерт залы директоры урын­баҫары, йәмәғәтсе Хәлил Хәмзин, һылыуҡайҙарға тейешле мәрәй ҡуйып, үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысҡа бик етди ҡараны.

Һылыуҙар өйгә бирелгән эште лә еренә еткереп үтәгән. “Милли аш-һыу оҫтаһы” конкурсында ҡыҙҙар үҙҙәре бешергән башҡорт милли ризыҡтарын баһалау комиссияһына тәҡдим итте. Баһалау комиссияһындағы етди, мәртәбәле ағайҙар һылыуҙарға Ҡатай ырыуы, уның арҙаҡлы шәхестәре, билдәле кешеләрҙең ниндәй наградаларға эйә булыуы тураһында ла һорауҙар бирҙе. Ҡатай һылыуҙары үҙҙәренең моңло ла, дәртле лә булыуын, йырға маһир, бейеүгә оҫта икәнлеген дә күрһәтте.

Бына отҡорлоҡто, зыялылыҡты, инсафлыҡты, гүзәллекте күрһәтеүҙә ярышҡан һылыуҙарҙың бәйгеһе лә аҙағына яҡынлашты. Баһалау комиссияһы ағзалары иңенә иң ауыр бурыс ятты, береһенән-береһе һылыу ҡыҙҙарға баһа биреү еңелдән түгел шул.

Эмилия Ниғәмәтйәнова, Айгүзәл Валаманова өсөнсө урынды яуланы, Айгөл Мөхәмәтшина, Зөлфиә Салауатова икенсе урынға лайыҡ булды, Диана Вәхитоваға беренсе урын тапшырылды. Бәйгенең иң тулҡынлан­дырғыс мәле килеп етте. Гран-при кемгә бирелеүен инде барыһы ла белә ине, сөнки сәх­нәлә бер һылыу ғына тороп ҡалды. Гран-при тантаналы һәм көслө алҡышлауҙар оҙаты­уында Береш ауылы сибәре Элина Фәхретди­новаға тапшырылды. Ул Ҡатай ырыуы йәш­тәренең “Ҡатай һылыуы” конкурсы тажына һәм еңеүсе таҫ­маһына лайыҡ булды. Һылыу­ҡай­ҙарға этнофорум бағыусы­лары­нан бүләктәр, дипломдар, Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас