Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Август 2022, 13:23

Илһам бирер төйәк

Ҡатай йәштәре йыйыны 11-се тапҡыр ойошторолдо.

Белорет районының иң матур ауылдарының береһе Йөйәктә ҙур байрам – “Иҙел башы” этнофорумына ярашлы ун беренсе тапҡыр Ҡатай ырыуы йәштәре йыйыны үтте. Был ҙур сара Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылына ла арналды. Байрам иҫ китмәле матур ойошторолдо. Халыҡтың күплеге шатландырҙы. Күккә олғашҡан Өкө тауы эргәһендә, Инйәр йылғаһы буйында, ҡолас етмәҫлек тирәктәр үҫкән ерҙә үткән Ҡатай ырыуы йәштәре йыйынына һәм “Йөйәккәйем – илһам бирер төйәккәйем” исемле ҙур байрамға республикабыҙҙың Балаҡатай, Ҡыйғы, Белорет райондарынан, Межгорье, Нефтекама, Өфө ҡалаларынан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән ырыуҙаштар килде.

Райондың күпселек өлөшөн Ҡатай ырыуы вәкилдәре тәшкил иткәнлектән, ырыу йыйынында халыҡтың күп булыуына аптырарлыҡ түгел, әлбиттә. Йөйәк ауылы үҙе лә бик һәләтле, билдәле кешеләргә бай. Йыйында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республика­һының Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Хәлил Рәхмәтуллин, Белорет районының Өфөләге “Яҡташтар” ойошмаһы рәйесе Рәйес Исмәғилев, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәйзрахман Исмәғилев, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитов, Башҡортостан дәүләт концерт залы директоры урынбаҫары Хәлил Хәмзин, Йөйәк ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рифат Ғилманов, район Советы секретары Альберт Азаматов һәм Ҡатай ырыуынан сыҡҡан башҡа күренекле кешеләр ҡатнашты. Этнофорумды ойоштороуҙа Башҡортостан Мәҙәниәт, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, муниципаль район хакимиәте, Йөйәк ауыл советы, “Ҡатай ырыуы” социаль селтәрҙәр төркөмө ярҙам итте.

Эҫе ҡояш нурҙары ла ҡурҡытманы халыҡты. Төрлө конкурстарҙа, ярыш-бәйгеләрҙә ҡатнашыусылар күп булды. “Ҡатай батыры”, “Ҡатай һылыуы”, “Йәш ҡатай”, “Мәргән уҡсы” конкурстары мауыҡтырғыс һәм дәртле барҙы. Халыҡ иһә, бәйгеләрҙә ҡатнашҡан ҡатайҙарҙы дәртләндереп, алҡышлап торҙо. Ярыштар барған арала сәхнәлә артистар бер-береһен алмаштырып сығыш яһаны. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Йөйәк ауылы егете Искәндәр Ғәзизов, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Вилмир Әүбәкиров, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Мәжитов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Ғайсин, йырсы Нәркәс Сиражетдинова, Ранис Алтынбаевтың улы Рамазан менән башҡарған йырҙарҙы, Йөйәк, Асы, Ғәбдөк, Инйәр, Межгорье, Сермән, Ҡоҙғон-Әхмәр ауылдарының үҙешмәкәр артистарының, Архангел, Балаҡатай районынан килгән ҡунаҡтарҙың йырҙарын, бейеүҙәрен, нәфис һүҙ оҫталарының сығыштарын халыҡ яратып ҡараны.

Көноҙоно байрамды алып барған нәфис һүҙ оҫталары, үҙҙәре артистарҙан кәм булмаған Йөйәк ауылы һылыуы Әлиә Саматова, ошо ауылдан сыҡҡан тағы бер һәләтле бөркөт Алмас Хужин, байрамға иҫ китмәле милли кейемдәре менән нур бөрккән Йөйәк, Межгорье, Ғәбдөк, Инйәр, Уҫманғәле, Бирҙеғол, Манышты, Асы һәм башҡа ауыл ағинәйҙәренең матур, дәртле сығыштары барыһын да хайран итте.

Йөйәк ауылы ағинәйе, Иҙел башында билдәле милли кейемдәр, биҙәүестәр тегеү оҫтаһы Гөлсирә Салауатова ҡунаҡтарҙы Инйәр йылғаһы буйында, байрам барған ерҙә тирмә ҡороп ҡаршы алды. Һәр ҡунаҡҡа асыҡ йөҙ, тәмле һый. Тирмәнән тыш, байрам барған урында ла ҡунаҡтарҙы һыйлар өсөн өҫтәлдәр теҙелгән. Шыжлап торған самауырҙарҙан ҡунаҡтар тәмле сәй эсте, ҡаҙандарҙа бешкән ҡайнар аштарҙан ауыҙ итте. Йөйәк ауылының уңған ағинәйҙәре менән берлектә ауылдың “Инйәрем” фольклор ансамбле ағзалары, ҡулға-ҡул тотоноп, арыу-талыу белмәй көноҙоно аш-һыу янында йүгерекләне. Бынан тыш, әллә нисә тапҡыр сәхнәнән сығыш яһарға ла өлгөрҙө.

Форум барышында йыйында ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттары тапшырылды, Ҡатай ырыуы вәкилдәре номинациялар менән билдәләнде, конкурс еңеүселәре дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанһа, Йөйәк ауылынан сыҡҡан арҙаҡлы ул-ҡыҙҙары ауылдаштарын матур бүләктәр менән ҙурланы.

Ун беренсе тапҡыр үткәрелгән Ҡатай ырыуы йыйыны, ырыуҙаштарын барлап, йәш ҡатайҙарға үҙ халҡының тарихын, уның арҙаҡлы шәхестәрен күрһәтте. Йыйындан матур тәьҫораттар, ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо менән таралышты халыҡ. Эҫе һауа торошо байрамға йәм генә өҫтәне. Сылтырап аҡҡан Инйәрҙең тулҡындары барыһын да үҙ ҡуйынына һыйындырҙы, хайран итер ғорур Өкө тауы үҙ итәгендә үҫкән балаларына ҡарап һөйөндө! Йөйәк ауылының ғорурлығы, йөҙйәшәр тирәк ботаҡтары шатлығынан әкрен генә иҫкән елгә бәүелде. Ауылға ҡатайҙар менән бергә дәрт, матурлыҡ, моң ҡайтты, ауылдаштарҙың, яҡташтарҙың күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары уйнаны. Йәшәһен ырыуҙар, йәшәһен Ҡатай халҡы, ерҙе йәмләгән, ауылдарҙы йәшәткән халыҡ!


Сатура МИНҺАЖИТДИНОВА

Читайте нас