

Халҡыбыҙҙың йолалары шул ҡәҙәре матур! “Бәйләнештә”ге бер йылы видеояҙма иғтибарҙы йәлеп итте – унда килен һөйөү йолаһы атҡарыла. Баймаҡ районынан Венера Ҡасҡынова сәхифәһендә ине ул. “Килен һөйөү туйҙың икенсе көнөндә үткәрелә. Киленде уртаға ултырғысҡа ултырталар. Иң тәүҙә ҡәйнәһе килендең иңенә шәл яба ла, арҡаһынан һөйөп, изге теләктәрен әйтә. Шунан кейәү яғынан туйға килгән бөтә ҡоҙағыйҙар киленгә яулыҡ ябып, бүләктәрен һалып, һөйөп, теләк теләй. “Ҡәйнәң менән ирешмә, апһындарға бирешмә” тигән шаян теләктәр ҙә әйтәләр. Мин дә, йолаға ярашлы, киленемде шартына килтереп һөйҙөм әле!” – тип яҙа ул.
Килен төшөрөп ҡыуанған милләттәшебеҙгә шылтыраттыҡ.
– Өлкән улым Ильясты башлы-күҙле итеп ҡыуандыҡ, – тине ул. - Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы һылыуы Нурзилә Усманова киленебеҙ булды. Халҡыбыҙҙың күркәм йолаларын үтәргә тырышабыҙ. Балаларыбыҙҙың йәшлек байрамы ла милли рух менән һуғарылып, милли биҙәлеш менән үрелеп барҙы.
Венера ханым – Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы. Әйткәндәй, улы Ильяс Ҡасҡынов беҙҙең өлкәлә, журналистикала эшләп, хәҙер – Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәре, ә кәләше Нурзилә һылыу “Юлдаш” радиоһында эшләй. Йәштәргә лә, ата-әсәләренә лә бәхеткә тулы имен тормош, һаулыҡ, үҙ-ара бөгөнгөләй татыулыҡ теләйбеҙ!