Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
26 Август 2022, 12:51

Дим буйы биҙәктәре юғалмаһын

Ҡаныҡайҙар балаҫ һуғыу оҫталығын арттыра.

Ҡаныҡайҙар боронғо шөғөлдө тергеҙә.Ҡаныҡайҙар боронғо шөғөлдө тергеҙә.
Ҡаныҡайҙар боронғо шөғөлдө тергеҙә.

Бишбүләк районының Ҡаныҡай ауылында элек-электән балаҫ һуғыу оҫталары күп булған. Бына ошо матур йоланы тергеҙеү, дауам итеү теләге менән яна был төбәктең гүзәл заттары һәм күптән түгел был хыялдары тормошҡа аша.

Ауыл китапханасыһы Рима На­фиҡова “Башҡорт балаҫы йә­шәһен! Бишбүләк районында балаҫ һуғыу­ҙы тергеҙеү” проекты буйынса Бөтә Рәсәй грантын ота һәм балаҫ оҫта­ла­рына яңы мөм­кинлек асыла. Грант аҡсаһына дүрт станок, башҡа кә­рәк-яраҡ алалар. Республика­быҙ­ҙың балаҫ һуғыу оҫталарын са­ҡырып, дәрестәр уҙғарыу ҙа бо­рон­ғо шөғөл серҙәрен өйрәнергә мөм­кинлек бирә. Тәүге башҡарған ҡул эштәре уңышлы килеп сыға, артабан да дәртләнеп тотоналар.

Ошо көндәрҙә Ҡаныҡайҙа уҙға­рылған “Балаҫтарҙа – йәйғор төҫө” исемле район фестивален беҙ ҙә барып күрҙек. Унда күрше Миәкә, Дәүләкән, Әлшәйҙән дә оҫталар йыйылды.

Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары – ауыл хужа­лығы идаралығы начальнигы Артур Ғәлиев, байрамға килеүсе­ләрҙе тәбрикләп, балаҫтың борондан тормош-көнкүрешебеҙ биҙәге булыуын билдәләне.

– Борондан балаҫ башҡорт өйө­нөң ҡото, йәме булған, балаҫһыҙ өй ярлы һаналған. Һәр балаҫтың үҙ биҙәге, тарихы, оҫта кеше үҙе­некен йөҙ эш араһында ла таный, айыра алған. Халҡыбыҙҙың борон­ғо шөғөлдәренең бөгөн модаға инә барыуы ҡыуаныслы, был байрам да уларҙы тергеҙеүгә булышлыҡ итә. Ҡаныҡай ауылы халҡына рәх­мәт. Дәррәү, берҙәм булмаһалар, бындай ҙур сараны ойоштора ал­маҫ инек. Минең теләк – башҡорт балаҫы юғалмаһын, был һөнәргә йәштәрҙе лә өйрәтәйек, – тине ул.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары ошо проектта ҡатнаш­ҡан, халҡыбыҙ кәсептәрен һаҡлауға ҙур өлөш индергән бер төркөм ҡа­тын-ҡыҙға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Уға лайыҡ булыусыларҙың береһе Ҡа­ны­ҡай ауылы ағинәйҙәре ойош­ма­һы етәксеһе Әминә Абдрахманова проектта ҡатнашыу тарихы менән дә таныштырып үтте.

– ­Былтыр йәй Стәрлетамаҡ ра­йо­нының Күсәрбай ауылында ба­лаҫ фестивалендә булып ҡайт­тыҡ. Шундағы ҡул эштәрен ҡарап йөрө­гәндә, ауылыбыҙҙа ошо шөғөл­дөң онотолоп ҡалыуына күңел әсенде. Ә бит заманында балаҫ Ҡаныҡай ҡатын-ҡыҙҙарының төп кәсептәре­нең береһе булған. Был эште тер­ге­ҙергә кәрәк, тигән ныҡлы ниәт ме­нән ҡайттыҡ. Китапхана­сы­быҙ Рима Ришат ҡыҙы менән кә­ңәш­лә­шеп, ошондай проектта ҡатна­шырға ҡарар иттек, ул бик уңышлы килеп сыҡты. Проект аҡса­һына станоктар, кәрәк-яраҡ һатып алып эште башлап ебәрҙек. Әл­биттә, ул еңел генә барманы, сөнки беҙҙең ауылда балаҫ оҫта­лары әлеге көндә юҡ кимәлдә. Әлшәй районынан оҫта саҡырып, дәрестәр уҙға­рылды. Хәҙер эш көйгә һалын­ды, әле дүрт станокта дүрт төрлө балаҫ һуғабыҙ, уларҙа – төрлө аҫалар. Теләгем – йортта­рыбыҙҙы балаҫ­тар биҙәһен, элекке һымаҡ ҡыҙҙа­рыбыҙға ла бирнәгә балаҫ әҙер­ләйек, – тине ул.  

Грант отоп, ауылдаштарына яңы һөнәр үҙләштереүгә мөмкинлек асҡан ауыл китапханасыһы Рима Нафиҡова менән дә һөйләшеү форсаты тейҙе. 

– Өлкәндәр генә түгел, балалар араһында ла балаҫ һуғыу менән ҡыҙыҡһынғандар бар.Ошо йүнә­лештә артабан да һөнәребеҙҙе камиллаштырасаҡбыҙ, – тине ул.

Был сараға райондың Аҙнай, Ҡасҡын, Дүсән ауылдарынан тыш, күрше-тирә райондарҙан делегациялар килеүе лә башҡорт бала­ҫының, йолаларыбыҙҙың мәртәбә­һен күтәрҙе.

Миәкә районының Боғҙан ауылынан “Димкәй” этнофольклор төркөмөндә шөғөлләнеүселәр ба­лаҫ һуғыуҙан тыш, Дим буйына, үҙҙәренең ауылына хас булған йырҙарҙы, уйындарҙы башҡарыу­ҙары менән үҙенсәлекле. Оло йәш­тәгеләрҙән ауыҙ-тел ижадын өйрә­неп, уларға яңы һулыш биргән­дәр. Балаҫ һуғыу оҫталары был ауылда ла тарала бара. 

– Беҙҙең ауылда электән балаҫ һуғыусылар бар, шуға өйрәтер кешене ситтән эҙләп йөрөмәнек. Ғилмихан Сөләймәнова, Тәнзимә Төхвәтуллина апайҙар килеп йә­ше­рәктәргә был шөғөл нескәлек­тәрен асты. Боронғо станок табып, тәүҙә шунда эшләп ҡараныҡ. Бер нисә йыл эсендә үҙем дә алты балаҫ һуҡтым. Фирүзә Әһлетди­нова, Әнфисә Латипованың эштәре айырыуса уңышлы килеп сыға. Үҙе­беҙҙең яҡтағы биҙәктәрҙе өйрә­нәбеҙ, баҙыян, ҡатмарлы баҙыян, бөтөй аҫа – улар балаҫ­тарыбыҙҙы йәмләй. “Самауыр табаны” тигән биҙәкте лә эшләп ҡарағы килә. Ҡаныҡайҙа был һүрәтте ҡулла­на­лар, уның өлгөһөн ҡарап, өйрәнеп ҡайтырға килдек, – тип һөйләне “Димкәй” төркөмө етәксеһе Зәлифә Янышева.

Миәкәләр байрам күргәҙмәһенә балаҫтарҙың төрлөһөн килтергән. Уларҙың һәр береһенә оҫталарҙың күҙ нуры түгелгән.Ҡул эштәрен күрһәтергә генә килмәгәндәр, бик һирәк осраған “Балаҫ йыуыу йо­лаһын” да улар бик матур итеп башҡарҙы.

“Димкәй” фольклор төркөмөнә әлеге көндә 10 кеше йөрөй. Улар­ҙың республика кимәлендә лә уңыштары бар. Мәҫәлән, быйыл Дәүләкәндә уҙғарылған фестивалдә фольклор коллективтары араһын­дағы ансамбль төбәккә хас булған йырҙар башҡарып, йола күрһәтеп, беренсе урынды яулаған. Быйыл коллективтың халыҡ исеменә лайыҡ булыуы киләсәктә тағы ла дәртләнеберәк эшләүгә көс бирә.

Йыр-моң менән үрелгән бик матур байрам килеп сыҡты. Бер көнлөк кенә булып ҡалмауы менән дә әһәмиәтле ине ул.

Бикҡол ауыл биләмәһе хаки­миәте башлығы Ришат Әхмәтшин­дың ауылдаштарына, райондаштарына әйткән һүҙҙәрендә лә ошондай теләктәр яңғыраны:

– Был фестиваль ҡаныҡайҙарға ғына түгел, башҡа ауыл оҫта­лары өсөн дә кәрәкле, сөнки ошондай сарала улар бер-береһе­нең оҫта­лығын байыта. Бөгөнгө осрашыу балаҫ һуғыуға этәргес бирһен, дәрт-сәм уятһын.

Байрам үтер ҙә китер, ә алған тәжрибә оҫталыҡты арттырыуға юл асыр. Ҡасандыр өләсәйҙәребеҙ үҙ иткән һөнәргә йән өрөүҙәре менән ҡәҙерле булды Бишбүләктә үткән был фестиваль. Оҫтаны эше күтәрә. Киләсәктә “Ҡаныҡай бала­ҫы” тигән исем тирә-яҡта үҙенең матурлығы, сифаты менән дан алһын ине.

-  Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Бишбүләк районы

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Ғәлиев Рәхмәт хаты тапшыра.
Миәкәләр йыр-моңға ла, балаҫ эшенә лә маһир.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Ғәлиев Рәхмәт хаты тапшыра.
Читайте нас