Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
26 Август 2022, 12:00

Форумдағы тәүге уңыш

Мәскәүҙә асылған беренсе Халыҡ-ара балалар форумында Башҡортостан вәкиленең проекты иң яҡшылар иҫәбенә ингән.

Форумдағы тәүге уңышФорумдағы тәүге уңыш
Форумдағы тәүге уңыш

Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ҡыуаныслы яңылыҡ менән уртаҡлашты.

"Телешко" телевизион мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Арсений Ғәйнуллинды ҡотлайым. Өфө уҡыусыһының проекты Мәскәүҙә барған беренсе Халыҡ-ара балалар форумындағы "Мәҙәниәт министры менән диалог" майҙансығында иң яҡшыһы тип танылды. Ул Рәсәй Мәҙәниәт министрлығынан финанс ярҙамы аласаҡ.

Арсенийҙың “Волга буйында эшләнергә тейешле 100 әйбер” проекты уникаль. Был идеяға ярашлы, беҙҙең округтың иҫтәлекле урындары тураһында балалар үҙҙәре башҡа балаларға һөйләй ала. Ольга Борисовна Любимова проектты хупланы. Беҙгә лә идея оҡшай.

Уңыштар!” – тип яҙҙы ул.

Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас