Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
26 Август 2022, 13:00

Гүзәл Уразованың иң ҙур хыялы тормошҡа ашҡан

"Бөгөндән үҙ брендым аҫтында «GUZEL URAZOVA» кейем кибете эшләй башланы..."   

Гүзәл Уразованың иң ҙур хыялы тормошҡа ашҡанГүзәл Уразованың иң ҙур хыялы тормошҡа ашҡан
Гүзәл Уразованың иң ҙур хыялы тормошҡа ашҡан

Башҡортостанда ла, Татарстанда ла берҙәй популяр йырсы Гүзәл Уразованың күптәнге хыялы тормошҡа ашҡан. Йырсының белдереүенсә, был уның күптәнге хыялы булған, ул уға бер йылға яҡын әҙерләнгән.

"Ҡаршы алығыҙ! Беҙ асылдыҡ! Була бит бик ҙур хыял. Һин уның менән ятаһың, уның менән уянаһың.

Бер йыл буйы әҙерләндем: бер яһаным, бер һыҙҙым. Туҡымаларҙы һайлап, барығыҙға ла килешле булһын тиеп, энәһенән ебенә хәтлем етәкләп, был эштең аҙағына сыҡтыҡ. Ниһайәт, килеп сыҡты кеүек. Беренсе коллекциямды һеҙгә тәҡдим итәм. Бөгөндән үҙ брендым аҫтында «GUZEL URAZOVA» кейем кибете эшләй башланы. 42-се үлсәмдән  52-гә тиклем бар. Үҙебеҙ тектек, рәхәтләнеп кейеп һөйөнөгөҙ", -тигән йырсы телеграм-каналында.

Яңы кейемдәрен Гүзәл Уразова һәм ҡыҙы Эллари үҙҙәре тәҡдим иткән.

Шулай ҙа... йырсының социаль селтәрҙәге дуҫтары коллекцияның артыҡ ҡиммәт булыуын яҙған. "Кейемдәре матур, хаҡтары бер аҙ "тешләшә"", "Барыһы ла бик матур. Ҡыҙғаныс, барыһы ла бик ҡиммәт", "Космик хаҡтар", -тип яҙыусылар ҙа бар. 

Хәйер, кейемде алыу-алмау һәр кемдең үҙенән тора. Әммә дүрт бала тәрбиәләгән йырсының 20 йыллыҡ концерт программаһына әҙерләнеүҙән тыш йәнә ҙур эшкә, шәхси брендлы кейемдәр тегеп, уларҙы һата башлауы оло баһаға лайыҡ. Артабан да ижадың һәм яңы шөғөлөң сәскә атһын!

Фото: "Интертат" сайтынан.

Гүзәл Уразованың иң ҙур хыялы тормошҡа ашҡан
Гүзәл Уразованың иң ҙур хыялы тормошҡа ашҡан
Автор:Карима Усманова
Читайте нас