

Ошо көндәрҙә күптән көтөлгән яңылыҡ билдәле булды: Ауырғазы районының Талбазы ауылы мәктәптәренең береһенә башҡорт әҙәбиәтенең сағыу вәкиле, шағир, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Рәшит Назаровтың исеме бирелде. Ауырғазылар күренекле яҡташын һәр саҡ хөрмәтләп иҫкә ала һәм уның исемен мәктәпкә биреп мәңгеләштереү йәһәтенән ҙур аҙым булып тора.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова был уңайҙан түбәндәгеләрҙе билдәләне:
– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы был мәсьәләне күп йылдар дауамында күтәрә килде, Рәшит Назаровтың исемен уның тыуған төйәгендәге мәктәп йөрөтөүен юллауҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Ғөмүмән, милләттәштәребеҙ тыуған республикабыҙҙың мәҙәниәтен һәм тарихын үҫтереүгә, башҡорт халҡының рухи үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхестәрҙең исемен белергә тейеш.
Был ваҡиғаның Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылында тормошҡа ашыуы беҙҙең өсөн айырыуса әһәмиәтле, сөнки башҡорт шиғриәте классигы Рәшит Назаров үҙенең ижады менән башҡорт әҙәбиәтенә генә түгел, донъя әҙәбиәтенең үҫешенә лә тос өлөш индергән. Уның шиғри юлдары – башҡорт теленең бар матурлығын күрһәткән, халҡыбыҙҙың рухиәтен сағылдырған юғары сәнғәт өлгөһө. Беҙ артабан да ошо мәктәпкә ярҙам итәсәкбеҙ, шулай уҡ Рәшит Назаровтың исемен мәңгеләштереүгә бәйле сараларға әҙерләнеүҙә булышлыҡ күрһәтмәксебеҙ.
Һүҙ Талбазы башҡорт гимназияһы хаҡында бара. Ул 1999 йылдың сентябрендә асылған. 2008 йылда гимназияла төҙөкләндереү үткәрелгән, мәктәптең өсөнсө ҡаты төҙөлгән, интернат һәм спорт залы яңыртылған. Быйыл гимназия директоры итеп Светлана Юлмөхәмәтова тәғәйенләнгән. Яңы уҡыу йылында 180 бала партаға ултырасаҡ, уларға 18 педагог һәм өс тәрбиәсе белем бирәсәк. Интернатта Ауырғазы районының 29 ауылынан 51 тәрбиәләнеүсе йәшәй.
Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов ваҡиға тураһында ентекләберәк һөйләне.
– Райондың тап ошо уҡыу йорто хәҙер яҡташыбыҙ, ҡәләм оҫтаһы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Назаровтың исемен йөрөтәсәк.
Быға тиклем район хакимиәтенә, гимназияға шағир Рәшит Назаровтың исемен биреүҙе һорап, байтаҡ мөрәжәғәт килде. Был исемлектә гимназияның уҡытыусылар коллективы ла, әүҙемселәр ҙә бар. Башланғысты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов хупланы. Артабан беҙ Хөкүмәттән дә ыңғай яуап алдыҡ һәм был, һис шикһеҙ, мәшһүр шағирҙың яҡташтарын ҡыуандыра.
Минеңсә, был ҡарар – дөрөҫ тә, ваҡытлы ла. Беҙ шағирыбыҙ хаҡында хәтерҙе һаҡлау өсөн ихлас күңелдән янып-көйгән Ауырғазы халҡына рәхмәт әйтәбеҙ. Беҙҙең бурыс – күренекле яҡташыбыҙҙың яҡты иҫтәлеген һаҡлау, уны киләсәк быуындарға тапшырыу. Белем биреү тармағын үҫтереп һәм балаларыбыҙҙың киләсәге өсөн төрлө яҡтан хәстәрлек күреп, күренекле яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. Уҡыусылар мәктәпкә килгәс, мотлаҡ уның шиғырҙарын уҡыр, шағирҙың ижады менән танышырға теләктәре артыр, тигән ышаныстамын, – тине Арыҫлан Нәзир улы.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар, шағирҙың замандашы булараҡ, үҙ фекерен еткерҙе.
– Рәшит Назаров менән бер дәүерҙә ижад итә башланыҡ. Ул армия сафында ине, ә мин, хеҙмәтемде тултырып, Бөрйән районы гәзитендә эшләй башлағайным. Тап ошо ваҡытта беҙ хат алыштыҡ, улар әле лә миндә ҡәҙерләп һаҡлана. Рәшит Өфөлә дауаханала ятҡанда ла эргәһенә барып йөрөнөм. Һәр саҡ дуҫтарса аралаштыҡ, рухташтар, фекерҙәштәр, ҡәләмдәштәр булдыҡ.
Шағир Риф Мифтахов уның ижадын, тормош юлын тулыһынса өйрәнде, материалдарҙы туплап, бер нисә томлыҡ китап сығарҙы. Ошо баҫманың береһендә Рәшит Назаровтың миңә яҙған хаты ла бар.
Ғөмүмән, яҡташтарының мәшһүр замандашыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштереп, мәктәпкә уның исемен биреүенә бик шатмын. Бигерәк тә уларҙың шағирҙың рухи мираҫын хөрмәтләй белеүе, иҫтәлеген тергеҙеүе ҡыуандыра, миңә ҡалһа, был күңел юғарылығын, рухи бейеклекте дәлилләй, – ти Хәсән Назар.
Ысынлап та, Рәшит Назаровтың ижады – шиғри оҫталыҡ өлгөһө ул. Шағир 1944 йылдың 1 ноябрендә Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң колхозда эшләгән. 1963–1966 йылдарҙа Совет армияһы сафында хеҙмәт иткән.
Билдәле булыуынса, ул бәләкәйҙән шиғыр яҙа башлаған. Шиғырҙары һәм хикәйәләре республика матбуғатында 1961 йылдан алып баҫыла башлаған. 1965 йылда уның “Таңды ҡаршылау” тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы, 1970 йылда икенсеһе – “Ҡояш юлы буйлап” китабы донъя күргән. 1991 йылда Башҡортостан “Китап” нәшриәте Рәшит Назаровтың “Йөрәгемде һеҙгә илтәм” (төҙөүсеһе – Әсхәл Әхмәтҡужин) исемле китабын нәшерләп сығара. Уға киң билдәле шиғырҙар, әле бер ҡайҙа ла баҫылмаған әҫәрҙәр ингән. 1994 йылда Риф Мифтахов мөхәррирлегендә шағирҙың “Йәшен” исемле сираттағы китабы донъя күрә.
18 йәшендә үк Рәшит Назаров башҡорт әҙәбиәтендә үҙенсәлекле күренеш тип танылған. Уның тәүге шиғри китаптары милли шиғриәттә, яңы быуын шағирҙарында эстетик зауыҡ тәрбиәләүҙә мөһим ваҡиға булараҡ билдәләнгән. Рәшит Назаров ижадында традицион образдар үҫеше, уларҙың заманса “аранжировкаһының” айырыуса сағыу миҫалдары айырым урын биләй. Әҫәрҙәренә ялҡынлы темперамент, донъяға ҡараштың яңылығы, шиғриәттең юғары рухы һәм таланты хас. Уларҙа үткән һәм хәҙерге заман ғәжәйеп рәүештә үрелеп бара. Традицион образдар яңы ритмдар менән тулылана, шиғри фекерләүҙең пульсы һәм киңлеге үҙгәрә, тип яҙа белгестәр.
Бында уның ижадын һәр яҡлап тәрән өйрәнгән шағир Риф Мифтаховҡа рәхмәт белдерергә кәрәк. Тап Риф Фәйзрахман улы ярҙамында әҙиптең бөтә китаптары донъя күргән.
1996 йылда Рәшит Назаров Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге әҙәби премия лауреаты була. 2004 йылда шағирға “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан һайланма әҫәрҙәренең беренсе китабы өсөн С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә. Рәшит Сәйетбаттал улы 2006 йылда вафат була, тыуған ауылында ерләнгән.
Рәшит Назаровтың әҫәрҙәре республиканың урта һәм юғары уҡыу йорттары программаларына индерелгән. Йыл һайын шағирҙың тыуған көнөндә “Назаров уҡыуҙары” шиғри, әҙәби, музыкаль саралар циклын уҙғарыу йолаға әүерелгән.
- Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА