

Был турала матбуғат конференцияһында Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итте.
Республиканың Милли симфоник оркестры сентябрь баштарында Мәскәүҙә концерт ҡуя. Музыканттар Мәскәү дәүләт консерваторияһының Ҙур залында Илдар Абдразаҡовтың V юбилей фестивален асыу тантанаһында һәм икенсе көнөнә Мәскәү дәүләт академия филармонияһының П. Чайковский исемендәге концерт залы сәхнәһендә донъяға билдәле пианист Денис Мацуев менән бергә сығыш яһай.
Ә 30 августа республиканың дәүләт оркестры тыңлаусыларын Өфө сәнғәт училищеһының Концерт залында йыя. Симфоник көйҙәрҙе үҙ итеүселәргә был, һис шикһеҙ, матур бүләк булыр.
Иң көтөлгән ваҡиғаларҙың береһе – ул, әлбиттә, республика театрҙарында яңы миҙгелде асыу. Әле актерҙар йәйге ялдан сығып, яңы спектаклдәр өҫтөндә эш башлаған да инде.
Сентябрҙең икенсе йомаһында, 9-ы көнөндә, сираттағы Милли кейем көнө уҙғарыла. Ә 1 октябрҙә билдәле яҙыусы Сергей Аксаковҡа арналған Аксаков байрамы гөрләйәсәк.
11 октябрь – Башҡортостан Республикаһы көнө. Уға арналған байрамдар теҙмәһендә “Геройҙар дәүере” тип аталған Беренсе Бөтә Рәсәй патриотик йырҙар фестиваленең гала-концерты ла бар. Унда Рәсәйҙең халыҡ артисы Олег Газманов ҡатнаша. Легендар комдив, Рәсәй Геройы М. Шайморатовҡа һәйкәл асыу тантанаһы ошо көнгә билдәләнгән. Гала-концертты ла яңыртылған Совет майҙанында ҡарарға мөмкин була. Был көндө республика сәнғәт оҫталарының “Үлемһеҙ батырлыҡ өсөн тыуғандар” тип аталған концерты күҙаллана.