

Форум 27 авгусҡа ҡәҙәр дауам итә. Бөтә Рәсәйҙән мең ярымлап һәләтле бала оҫталыҡ дәрестәрендә, оҫтаханаларҙа һәм лекцияларҙа ҡатнаша.
Йыйында Башҡортостан делегацияһы ла бар, унда һигеҙ талантлы бала йәлеп ителгән. Бөтәһе лә – Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстары лауреаттары, ижади форумдар һәм фестивалдәрҙә ҡатнашыусылар.
Ника Мартюченко, Милена Кулик, Сәлимә Хәмитова, Алан Шамёнов, Илана Садиҡова, Фатима Сынбулатова, Зарина Юнысова, Арсений Ғәйнуллин балалар ирекмәнлеге, кинолағы кастингтар, заманса киң мәғлүмәт саралары, башҡарыу мәктәбе традициялары, шулай уҡ театр, башҡарыу сәнғәте һәм музыкаль сәнғәт тураһында ҡыҙыҡлы дәлилдәр тураһында файҙалы мәғлүмәттәр ала.
Форумда күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре Сергей Безруков, Игорь Бутман, Елена Гагарина, Юлияна Слащева, Николай Цискаридзе ҡатнаша.