

Әстрханда “Волга беҙҙе мәңгелеккә берләштерҙе” тигән Бөтә Рәсәй этнофестивале уҙған. Бында илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән ғалимдар, фольклорсылар, халыҡ оҫталары, артистар йыйылған.
Үҙенсәлекле фестиваль барышында “Этностиль” халыҡ кейемдәре конкурсы ла булған. Мәртәбәле сарала республикабыҙ вәкиле – танылған башҡорт милли кейеме оҫтаһы, беренсе “Тамға” халыҡ-ара конкурсының төп еңеүсеһе, “Мәргән уҡсы” ойошмаһының етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Юлай Ғәлиуллин да ҡатнашҡан. Ул өс төрлө – “Йорт старшинаһы”, “Һунарсы” һәм “Күскенсе” кейемдәрен күрһәтеп, “Этнографик костюм” номинацияһында өсөнсө урынға лайыҡ булған.