

Башҡортостан Башлығының мәҙәниәтте һәм йәштәр сәйәсәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Радик Юлъяҡшин үҙенең телеграм-каналында йәнә бер ҡыуаныслы ваҡиғаһы менән уртаҡлаша.
"Мәскәүҙә, "Татар мәҙәниәте көндәре" сараһында мин "Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы" тигән маҡтаулы исем менән бүләкләндем", - тип яҙған ул.
Яратҡан йырсыбыҙ шулай уҡ тиҙҙән "Эҙлә күңел" тип аталған йырының премьераһы буласағын да белдергән.
Беҙ ҙә Башҡортостан һәм Татарстан эстрадаһы йондоҙо Радик Юлъяҡшинды юғары исемгә лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ! Артабан да ижади уңыштар юлдаш булһын!
Фото: ufa.mk.ru