

Мәскәүҙең “Зарядье” паркында үткән Рәсәй география йәмғиәте фестивалендә Башҡортостан көндәре асылды. Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Илдар Бикбаев ҡунаҡтарҙы сәләмләп, фестивалде ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе.
“Башҡортостан абруйлы форумдың даими ҡатнашыусыһы иҫәпләнә, был - республикала туризмды үҫтереү өсөн яҡшы мөмкинлек, – тип билдәләне Илдар Бикбаев. – Проект менән киләсәктә уңышлы хеҙмәттәшлек итеүҙең ил эсендә туризмды үҫтереүгә килтереренә ышанам”.
Фестивалдә “Һабантуй” спорт-уйын програмаһы, үҙенсәлекле оҫталыҡ дәрестәре, республиканың туризм мөмкинлектәрен асҡан презентация, туризм буйынса лекциялар ойошторолдо.
– Бөгөн Мәскәү ҡалаһының үҙәгендә, Ҡыҙыл майҙан эргәһендә беҙ төбәгебеҙҙе презентациялайбыҙ, республиканың бай мәҙәни байлығын күрһәтәбеҙ. Парктың төп сәхнәһендә көн буйына Башҡортостан артистары сығыш яһаясаҡ, ә тирмә ҡуйылған этноихата эргәһендә бөгөн ҡунаҡтар бик күп, оҫталар маһирлыҡтарын күрһәтә,–тип һөйләне республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Мәскәүҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙ өсөн республика сәнғәте оҫталарының байрам программаһы ҙур бүләк буласаҡ.Фестиваль сәхнәһендә “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының солистары –Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Диана Ишниязова, Илнур Хәйруллин, халыҡ-ара конкурс лауреаттары Тимур Рамаҙанов, Илдар Абдуллин, Алиса Жумағәлиева, Әлфиә Ниғмәтуллина, “ZAINETDIN” шоу-проекты, “Хазина” этно-төркөмө ҡатнаша. ”Бишбармаҡ” оркестры сығыш яһаясаҡ.Шулай уҡ халыҡ-ара конкурстар лауреаттары ҡатнашлығындағы “UZORIТCA” төркөмө оҫталығын күрһәтәсәк.
– Ошондай саралар төбәгебеҙҙе үҫтерергә булышасаҡ, тип уйлайым, хатта Мәскәүҙә лә беҙҙең хаҡта аҙ беләләр. Бер майҙанда туриндустрия вәкилдәренең йыйылып аралашыуы файҙалы. Презентация менән танышҡандан һуң, күптәр ялдарын беҙҙә үткәрергә теләй,– тине Башҡортостан туриндустрияһы һәм ҡунаҡсыллығы ойошмалары союзы рәйесе Илдар Биккужин.
Фото:”Башинформ”