Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Август 2022, 09:10

Башҡортостандар мәскәүҙәргә байрам кәйефен бүләк итте

Башҡортостан Республикаһы көнө сиктәрендә мәскәүҙәр һәм ҡунаҡтар өсөн беҙҙең сәнғәт оҫталарының сығышы ҙур байрамға әүерелде.

Башҡортостандар мәскәүҙәргә байрам кәйефен бүләк иттеБашҡортостандар мәскәүҙәргә байрам кәйефен бүләк итте
Башҡортостандар мәскәүҙәргә байрам кәйефен бүләк итте

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был сара Рәсәй география йәмғиәтенең V Бөтә Рәсәй фестивалендә булды. Байрамдың төп сәхнәһендә "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, Х. Әхмәтов Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары - Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Дияна Ишниязова, Илнур Хәйруллин (ҡурай, ҡумыҙ), халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Тимур Рамаҙанов, Илдар Абдуллин, Алиса Жумагалиева, Әлфиә Ниғмәтуллина, "Хазина" этно-төркөмө сығыш яһаны."Бишбармаҡ" оркестры сығышы сағыу һәм онотолмаҫлыҡ булды.

- Бөгөн Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында беҙ Башҡортостан Республикаһының бай мәҙәни мираҫы күрһәтәбеҙ, халыҡты беҙҙең төбәгебеҙ менән таныштырабыҙ. Көн дауамында "Зарядье" паркының төп сәхнәһендә башҡорт артистары сығыш яһаясаҡ, башҡорт тирмәһе ҡороласаҡ, бөгөн һәр төбәктән килгән ҡунаҡтар һәм оҫталар үҙҙәренең сәнғәтен күрһәтә, - тип һөйләне Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Фото:Башинформ.

Башҡортостандар мәскәүҙәргә байрам кәйефен бүләк итте
Башҡортостандар мәскәүҙәргә байрам кәйефен бүләк итте
Башҡортостандар мәскәүҙәргә байрам кәйефен бүләк итте
Башҡортостандар мәскәүҙәргә байрам кәйефен бүләк итте
Башҡортостандар мәскәүҙәргә байрам кәйефен бүләк итте
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас