

"Таң" гәзите хәбәр итеүенсә, Мораҙымда ҡатын-ҡыҙҙар деүләтеп кейеҙ баҫҡан. Халҡыбыҙҙың матур кәсептәренең береһе булған кейеҙ баҫыу серҙәрен йәш быуынға тапшырыу йәһәтенән ҙур эш башҡарыусы мораҙымдарға – афарин!
“Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы уңайынан "Кейеҙ баҫыу йолаһы" ойошторҙоҡ. Нәзирә Әхмәҙулла ҡыҙы Үтәбаева кейеҙ баҫыу нескәлектәрен йәштәргә матур итеп өйрәтте. Был сараны боронғо башҡорт халҡы кәсептәрен, беҙҙең әсәй-өләсәйҙәр башҡарған матур эштәрҙе йәштәргә өйрәтеү, еткереү маҡсатында ойошторҙоҡ.
Байназарҙан Әнисә апай, Зәминә ҡоҙағыйҙы алып килгән, Айгөл Фәйзрахман ҡыҙы, Сәриә Мансур ҡыҙы, Флюзә апайҙар көслө ҡулдары менән кейеҙ баҫтылар. Эш күпте һөйә шул. Рәхмәт барығыҙға ла. Белгәнен өйрәтеп йөрөүсе Нәзирә инәйгә оҙон ғүмер, һаулыҡ теләп ҡалабыҙ”, тип хәбәр итәләр Мораҙым ауыл китапханаһы төркөмөндә.
(Мораҙым ауыл китапханаһы төркөмөндәге мәғлүмәттәр һәм фотолар файҙаланылды).
Фото һәм текст сығанағы: "Таң" гәзите төркөмөнән (https://vk.com/tan_gazite)