Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
30 Август 2022, 16:20

Интернет-шиғриәт ни өсөн популяр?

Һуңғы йылдарҙа социаль селтәрҙәрҙә бихисап ижади төркөмдәр барлыҡҡа килде. Бында һүҙ профессиональ әҙиптәр тураһында бармай. Һүҙ – һәүәҫкәр ижадсылар тураһында. Кемдәр улар – халыҡтың һөйөүен яулаған интернет-шағирҙар? Интернет-шиғриәт беҙ китаптарҙан уҡыған, дәреслектәрҙән өйрәнгән классик шиғриәттән нимәһе менән айырыла? Ни өсөн уларҙың әҫәрҙәре бөгөн бик популяр? Шул һорауҙарға яуап табырға тырыштым бөгөн ошо мәҡәләмдә.

 

Заман башҡа – заң башҡа

 

Беҙгә, һикһәненсе йылдарҙа әҙәбиәткә килгән бер төркөм шағирға, халыҡҡа үҙ әҫәребеҙҙе күрһәтеү ҡыйынғараҡ төштө. Район гәзитенән тыш, республиканың “Ленинсы” (урыҫсанан тәржемә), “Совет Башҡортостаны”, “Башҡортостан пионеры” гәзиттәре һәм дә “Пионер”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Ағиҙел” журналдарында баҫылдыҡ. Сират ҙур, йәштәрҙән тыш, оло быуын ижадсылары ла байтаҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, кешеләр әҙиптәрҙе танып-белә ине, сөнки гәзит-журналды ҡулдан-ҡулға йөрөтөп, йотлоғоп уҡый торғайнылар. Әҫәрҙәргә лә талап редакциялар тарафынан ныҡ көслө булды. Баҫыр алдынан энә күҙәүенән үткәрәләр. Тапалған фекерҙәр, һүҙҙәр юҡмы, урлашыу ғәләмәте тойолмаймы һ.б. Цензураның да көслө сағы. Шундай ҡаты талаптар беҙҙә һүҙгә ихтирам, эшкә яуаплылыҡ тәрбиәләне. Үҙ ижадыңа талапсанлыҡ йәшләй ҡаныбыҙға һеңде.

Әле лә башҡорт шиғриәте үҫә, Рәсәй һәм төрки халыҡтары әҙәбиә­тендә юғары кимәлде һаҡлап килә. Шиғриәт асманында йылдан-йыл яңы исемдәр асыла. Ҡайһы берҙәре ялтлап ҡабынып, балҡып китә, ҡайһылары бер аҙҙан һүнеп, юҡҡа сыға...

Бөгөнгө көндә интернет-шағирә­ләрҙең иң билдәлеһе – Фирүзә Абдуллина. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә уның “Ғәжәп донъя” тип исемләнгән төркөмөнә 14 689 кеше теркәлгән! Нимә менән үҙенә ылыҡтыра уның әҫәрҙәре?

Нисек итеп кенә өйрәнәйем

Һалҡын ҡанлы, тыныс булырға?

Кеше һүҙҙәренә бошонмайса,

Битарафлыҡ менән тулырға?

Нахаҡ менән кемдер аяҡ салһа,

Яуап бирмәй нисек түҙергә?

Ғәҙелһеҙлек хаким иткән ерҙә

Йәшәүҙәрҙән мөмкин биҙергә...

Юғарынан эре генә ҡарап,

Кеше ҡайғыһына бошонмай,

Нисек өйрәнәйем тыныс ҡалып,

Шатлыҡтарҙан хатта осонмай?!

Беләм, самаһыҙ был яныу-көйөү,

Үҙ-үҙемде бушҡа яндырам.

Кемдер хатта бошонмаған ерҙә

Минең йөрәк ҡала ҡанһырап...

Тынысланыр әле ул да бер саҡ,

Һәр нәмәнең була бер сиге.

Булмышым шул икән –

ни эшләйһең,

Бар донъяға булмай үсегеп...

Күлдәй тыныс булһын әйҙә йөҙөм,

Диңгеҙ тулаһа ла күңелдә,

Тимәк, мин теремен, мин йәшәйем,

Үҙ диңгеҙең – насар түгел дә?!

Матур әйтелгән бит? Фирүзәнең күңелендә диңгеҙ тиклем диңгеҙ тулағанда ла, яттарға эске кисерештәрен һиҙҙермәй, йөҙө күлдәй тыныс ҡала бирә. Үҙ диңгеҙе барҙа ул үҙен тере тоя, даръялай алҡынған эске донъяһы уның тормошон йәмләй.

Артабанғы иң популяр журналист-шағирәбеҙ – Гөлнур Ҡыуатова. Фирүзә Абдуллинаның да, Гөлнурҙың да шиғырҙарына байтаҡ матур йырҙар яҙылған, улар көн дә халыҡтың күңелен дауалай, тормошҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләй. Гөлнур һеңленең “Гөл һағышы – нурлы күңел” исемле ижади төркөмөнә 10 110 кеше яҙылған. “Был төркөмгә мин күңелемдәге хистәрҙе, шиғыр юлдарына һалып, һеҙгә тәҡдим итәм, уҡыусым!” тип өндәшә ул кешеләргә. Хәҙер инде был шағирәнең популярлыҡ серенә төшөнәйек. Беренсенән, ул шәп фотограф Зиннур Боҫҡонов менән хеҙмәттәшлек итә. Ҡайһы саҡ аңлап та булмай – фотоға ҡарап шиғыр яҙылғанмы, әллә шиғырға яраҡлашып фото төшөрөлгәнме?! Һәр хәлдә, матур ғына союз барлыҡҡа килгән һәм бик уңышлы эшләп килә. Иң мөһиме, Гөлнурҙың шиғырҙары еңел уҡыла, шыма яҙылған, уҡыусының күңел донъяһына тап килә.

Кеше үҙенең ҡайғы-хәсрәте, яуапһыҙмы, бәхетһеҙме, бәхетлеме мөхәббәте тураһында йыш уйлана. Шул уйҙарына яуапты шағирәнең шиғырҙарында таба һәм мөкиббән бирелеп уҡый, үҙенә күсереп ала.

Ысын шиғриәт – ул тапалмаған һүҙҙәр, фәлсәфә, үҙенсәлекле тос фекер, аһ итерлек сағыштырыуҙар-оҡша­тыуҙар, сағыу образдар, шыҡылдап торған ритм һәм һоҡландырғыс, көтөл­мәгән рифмалар. Бына шул йәмләй шәп шиғырҙы. Мин матур шиғырҙарҙы Кремль стенаһы буйында, Ленин мавзолейы янында торған ыҫпай, һәр аҙымы аныҡ, тигеҙ булған ҡарауыл­дағы һалдаттарға оҡшатам. Аҙымда­рын дөп-дөрөҫ итеп баҫыу өсөн, ҡоралдары менән оҫта мөғәмәлә итер өсөн һалдаттар көнөн-төнөн шөғөл­ләнә, сөнки үҙ хеҙмәтенә яуаплы ҡарай.

 

Күңел моңо

 

Әйткәндәй, социаль селтәрҙәрҙә өгөт-нәсихәт, атай, әсәй, апай, һеңле, ҡусты һәм башҡа туған-ырыуға атап яҙылған әҫәрҙәр бик яратып уҡыла. Был осраҡта Светлана Сөләймә­нованың йырҙары һәм шиғырҙары иғтибарға лайыҡ. “Әсәйҙәргә” тигән шиғырҙан өҙөк килтерәм:

...Был тиклем дә йылылыҡты

Ҡайҙан алаһың, әсәй?

Һин донъяла йәшәйһеңме,

Донъямы һиндә йәшәй?!

Ғүмеркәйең китап кеүек,

Хазина – әйткән һүҙең.

Доғаларың уҡығанда

Нурланып китә йөҙөң.

Шулай ғына булып ҡалсы,

Ҡартайма бер ҙә, әсәй!

Һин – тормоштоң мәғәнәһе –

Мәғәнә бәхет өҫтәй!

Йылы, ихлас, эскерһеҙ яҙма. Әсәй­ҙәргә күпме рәхмәт һүҙҙәрен еткерһәң дә, аҙ һымаҡ. Светлана йөрәк йылыһын наҙға, һоҡланыуға, хатта ғорурланыу хисенә төрөп бирә, сөнки үҙе лә әсәй һәм әсәнең донъяла тотҡан урынын яҡшы белә. “Һин донъяла йәшәйһеңме, донъямы һиндә йәшәй?” – ти ул. Тормоштоң мәғәнәһен дә әсәлә күрә.

Социаль селтәрҙәрҙе гиҙгәндә шиғырҙар араһында Наилә Хәмбә­лиеваның әҫәрҙәре аҫылташ булып ялтырай. Бына уларҙың береһе:

Йылмаяйым әле. Ҡашын төйөп,

Ташын тейәп килгән әҙәмгә.

Яҙылыр ҙа, бәлки, сәсеп китер

Ҡуйын тулы ташын сиҙәмгә.

Ҡул һонайым әле. Аяҡ салып,

“Ау, ят” тигән уҫал кешегә.

Кәре ҡайтып, яры емерелһә,

Уҫалдар ҙа бөлә, күшегә.

Онотайым әле. Ойоп торған,

Быуып торған йәнһеҙ хәлдәрҙе.

Ипкендәре һалҡын. Күрмәй ҡалам

Ихлас ҡына йылы мәлдәрҙе.

Хәҙер инде Бөрйән районында билдәле шағирә Таңһылыу Баһаует­динованың “Күңел моңом” исемле ижади төркөмөнә күҙ һалайыҡ.

Өмөт шәмдәлемде һүндерәйем –

Хыялдар бит күптән

көйрәп бөттө.

Йөрәк серҙәремде күҙ йәштәре

Мендәремә инде һөйләп бөттө.

Буп-буш ҡына ҡалды күңел күге –

Йымылдашмай серле йондоҙҙары.

Яҙмышымды, ахыры, биләп алды

Һағыштарҙың иң-иң ҡомһоҙҙары.

Буп-буш донъям – ҡояшы ла һүнде,

Хатта айы ҡасты, аһ, күгемдән.

Бер нәмә юҡ. Ҡалай өшәнес һуң.

Тик көл ҡала һүнгән ут-күмерҙән...

…Тик кешеләр һиҙеп ҡуймаһындар

Минең көсһөҙлөктө.

Йәште һөртәм.

Япраҡ ҡойған хыял урманында

Яҙ ҡайтмаған бәхет ҡошон

көтәм…

Бына был ысын шиғриәт өлгөһө! Тәрән фәлсәфә, көслө драматизм менән һуғарылған әҫәр тетрәндерә, уйландыра. Лирик героиняның күңел кисерештәрен үҙеңдә тойоп, йөрәк һыҙлап киткәндәй.

Алтын хаким булған саҡта,

Башың алтын булһа ла,

Ҡулыңда алтын булмаһа,

Һинең баһаң юғала.

Байлыҡ көсө, ажарланып,

Заман ишкәген ишә.

Алтын хаҡы артҡан һайын

Аҡыл баһаһы төшә…

Тормош тәжрибәһен туплаған шағирә тос фекерле, үҙенсәлекле шиғырҙар яҙа. Таңһылыу – бик талантлы ҡыҙ. Халыҡ араһында әҫәрҙәре менән йышыраҡ күренһен, күберәк яҙһын ине – бына шул минең теләк.

 

Йәнде имләр ижад

 

Әбйәлил районының Буранғол ауылында тыуған Нәркәс Ҡәйепҡолова “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнеш­тә” социаль селтәрендә үткәрелгән “Яҙғы моңдар” шиғриәт конкурсында өсөнсө урынды яулағайны. Шуныһы ҡыҙыҡлы, уның шағир олатаһы Әкрәм Ҡәйепҡолов конкурста беренсе урынға сыҡты. Шулай быуындан-быуынға ла күсә икән шиғри һәләт! Йәш шағирә Баш­ҡортостан дәүләт медицина уни­вер­ситетының 6-сы курсын тамам­лаған. Айгөл Ғәбитова ойошторған “Ҡыл” йәш шағирҙар хәрәкәте, Әбйәлил районында Фәнүзә Биктимерова етәкләгән “Йәйғор” шағирҙар ойошмалары ағзаһы.

Һүнергә ҡурҡам

Яныуҙың тәмен белмәйенсә,

Ҡапыл...

Яҡтырмаһам, тик Ай нурын

Сағылдырыр көҙгө ялтыр.

 

Сағылдырылған яҡтылыҡ

Йылы бирә алыр микән?

Ай ҙа ҡояштан нур ала,

Болот ҡаплауы бар иртән...

 

Һүнергә ҡурҡам,

Яндырғас

Күптән һүнгән өмөттәрҙе,

Ҡабат юғалһа ышаныс,

Кем терелтер йөрәктәрҙе?

 

Һүнһәм, үҙемдең дә йөрәк

Ташҡа әүерелер кеүек...

Утын өҫтәүсе булғанда

Ялҡындарым әле бейек...

Нәркәс Ҡәйепҡолованың “утын өҫтәү­се”һе булһа ла, булмаһа ла яҡҡан усағының “ялҡындары бейек”, сөнки уның күңел торошо яҙ миҙгеленән генә тора. Яҙлы һылыуға яҡты шиғри яҙмыш теләйек.

“Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Күҙҙәр күрмәгән яҡтылыҡ” исемле ижади шиғри төркөмгә барып юлыҡ­тым.   48 544 кеше яҙылған етди төркөм. Был төркөмдө ойоштороусыларға мең рәхмәт! Күңел ҡапҡаларын асып инерлек йөкмәткеле шиғырҙар һалып, кеше күңелен имләй бит улар.

Таратмағыҙ ата-әсә нигеҙен,

Бүлешмәгеҙ малын, һатмағыҙ.

Тыуып үҫкән ғәзиз оябыҙҙың

Һәр бер аҙым ерен һаҡлағыҙ.

 

Һағынырбыҙ бер саҡ тыуған яҡты,

Атай ҡәберен килер күрәһе.

Йыйыр унда беҙҙе тыуған нигеҙ,

Шаулап торор уның тирәһе.

 

Атай булып ҡаршы алыр беҙҙе

Ул ултыртҡан иҫке ҡоймалар.

Өйгә кергәс, сәләм булып килер

Әсәй уҡыған изге доғалар.

 

Атай-әсәй төҫө булып, саҡырып

Торһон беҙҙе тыуған оябыҙ.

Таратмағыҙ ата-әсә нигеҙен,

Бүлешмәгеҙ малын, һатмағыҙ,

Һәр бер аҙым ерен һаҡлағыҙ!

Зәлиә Нуриәхмәтованың ошо ихлас һүҙҙәре һәр кешегә кәңәш булып яңғы­рай. Был төркөмдә күңел торошона тап килгән йөкмәткеле шиғырҙар табып, уҡып, йыуанырға була. Яҡшы шиғырҙар аҫылташтар һымаҡ баҙлап, балҡып китә. Авторҙар бихисап. Һәр береһенең үҙ йөҙө, үҙ моңо бар.

Интернет-шиғриәтендә ҡатын-ҡыҙҙар күберәк яҙыша. Донъя көтөп, балалар тәрбиәләп, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эшен атҡарып та, йөрәге ҡушҡанды теркәп ҡалырға тырыша улар. Әммә һуңғы осор ир-егеттәр ҙә әүҙемләште. Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов исемле автор ҙа интернет селтәрендә йыш күренә башланы. Уның ижады башлыса тыуған яҡҡа һөйөү, бала саҡты һағыныу, йәшлекте юҡһыныуға ҡайтып ҡала.

Йәйәү ҡайттым ауылыма бөгөн,

Төшөп ҡалып заман атынан.

Көнө лә һуң ниндәй матур әле,

Ел оҙатып килде артымдан.

Нороҡ түбәһенән ҡарап торҙом

Тыуған яҡтың күркәм ҡырҙарын.

Ҡабат-ҡабат һанап был түбәнең

Юлдар булып ятҡан һырҙарын.

Хәйсәр йылғаһында ҡулым сайҙым,

Һыйпай-һыйпай йоморо таштарын.

Йөрәк һыҙып хәтеремә төштө

Ат эсергән малай саҡтарым.

Әхмәр йылғаһына сәләм бирҙем,

Ишеткәндер Байҙаҡ кисеүе.

Сәләмемде ҡабатлаған кеүек

Талғын елдәремдең иҫеүе.

…Ауылыма ҡайтып еттем бына,

Һалмаҡ ҡына атлап, йәйәүләп.

Хәтер йомғағымды һүтә-йыя,

Йәшлек менән йәнәш – икәүләп.

Хәким Алсынбаев үҙенең әҫәрендә көнүҙәк проблемаларҙы күтәрә. “Беҙ, туғандар, заман зимагуры, Беҙ, туған­дар, гастарбайтерҙар” ти ул, әсенеп.

Мин генәме заман тарафынан

Ояһынан ситкә тибелгән?

Күпме башҡорт тотош

 Рәсәй буйлап

Төрлө тарафтарға һибелгән!

Ситтә ирҙәр. Тороп ҡалған ерҙәр.

Иламһырап ята ҡара ер.

Әллә ерҙе, әллә ирҙе уйлап,

Ҡараймаҫтан йөҙөң ҡарайыр.

Еркәйенең хәлен аңлай ҙа бит,

Әйтеү кәрәк бында тураһын:

Балаларҙы ашатырға кәрәк,

Кемдән бына ярҙам һорайһың?!

Шуға күрә лә ул башҡорт атлы,

Йөрөмәҫ ул һис тә һоранып.

Башын баҫып эш эшләүен белер,

Эстән генә көйләп оранын.

Юҡ, йөрөмәҫ башҡорт һоранып!

Драматизм менән һуғарылған был әҫәрҙә, ысынлап та, балаларының үҫкәнен күрмәгән, кәләштәрен һөйөп туя алмаған ир-егеттәребеҙҙең эске ораны ишетелгәндәй.

Марсель Хамматовтың һөйгәненә оло мөхәббәте һоҡландыра. Ғәфү иткәндә лә ул түбәнселеккә төшмәй, йөрәге янъял ҡуптарғанда аҡылына таяна. Хистәрен үлсәүҙәрҙән алмай.

Күҙ йәштәрен түктем

сәсрәп-илап,

Күңелемә төйөн тулғанда,

Тырыштым мин барын оноторға,

Һин янымда баҫып торғанда.

Хыянатты ғәфү итеп булмай,

Һөйөүемде минең тапаның,

Күккә ҡарап ерҙә тыпырсындың,

Минән яҡшырағын тапманың...

Йөрәк һине ғәфү итмәһә лә,

Уйҙарымда һине яҡланым,

Бер ҡайтырһың, тиеп

өмөтләнәм –

Күңел ҡапҡаларын япманым...

Һүҙемде түңәрәкләп, шундай һы­ғым­та яһайым. Әлбиттә, һәр шағир­ҙың – үҙ уҡыусыһы, үҙ аудиторияһы. Һәр кем үҙенсә “лайк”ҡа лайыҡ, әммә шиғриәт ҡанундарына тоғро ҡалыу зарур. Таҡмаҡтарҙа ла, йырҙарҙа ла ритм һәм рифма борон-борондан һаҡланған һәм башҡорт халҡының юғары зауығын билдәләгән. Һәр бер халыҡ ижады өлгөһөн алып, өйрәнергә була. Улар быуаттар буйына телдән-телгә күсеп йөрөп шымарған. Көслө шағирҙарҙың әҫәрҙәре лә етерлек. Уҡырға, эҙләнергә, тағы ла өйрәнергә кәрәк. Өйрәнергә һәм өйрәнергә. Йөрәгегеҙ ҡушҡан икән, ҡулығыҙға ҡәләм тотторған икән, бушҡа түгел, ҡәләмдәштәр!


Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА

Читайте нас