

Иртәгә, 1 сентябрҙә "Ашҡаҙар" радиоһы яңы миҙгелен башлай.
«Көҙҙөң беренсе көнөндә иртәнге эфир "Урал батыр" эпосынан өҙөк уҡыу менән асыла. Яңы миҙгелдә эпосты көн һайын иртәнге һәм киске сәғәт 6-ла тыңларға мөмкин. Уны күренекле актер Хөрмәтулла Үтәшев уҡый. Башҡортостанда киләһе йылдарҙың береһе “Урал батыр” эпосы йылы" тип иғлан ителер, тип өмөтләнәбеҙ. Уникаль хазинабыҙҙы тәрәнерәк өйрәнер һәм пропагандалар өсөн яңы мөмкинлектәр асылыр", – ти "Ашҡаҙар"ҙың баш мөхәррире Гәүһәр Батталова.
Хәҙерге заман программаларҙы эшләүҙә яңы формалар һәм үҙенсәлекле форматтар талап итә. Мәҫәлән, көнүҙәк темаларға арналған "Беҙҙең донъя" программаһы, тура эфирҙа сығыу менән бергә, социаль селтәрҙәрҙә видеоформатта ла көн күрә башлай.
"Ашҡаҙар" радиоһы "Самрау" фонды менән берлектә башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарған иң яҡшы һәүәҫкәр йырсыларҙы асыҡлау буйынса "Ашҡаҙар мондары" беренсе республика конкурсы” проекты менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын яулағайны. "Ашҡаҙар мондаштары" исемле яңы программала ҙур конкурстың финалсылары тураһында тыңларға мөмкин. Был проектта профессиональ вокаль белеме булмаған халыҡ йырҙарын башҡарыусылар ҡатнаша. Һөҙөмтәләрҙе барлау сараһын ошо көҙҙә, аныҡлабыраҡ әйткәндә, 29 октябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙғарыу планлаштырыла.
Республиканың халыҡ оҫталары тураһында "Иң шәп кәсеп!" тигән проект та тыңлаусыларын табыр, моғайын. Радиола программалар араһында ҡуйылыр яңы заставкалар ҙа әҙерләй.
Был миҙгелдә лә радио үҙ принциптарына тоғро ҡала. Эфирҙа, һәр саҡтағыса, ваҡыт һынауын үткән сифатлы музыка, юғары кимәлдәге яңы хиттар яңғырауы көтөлә.