

Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы павильонында “Саня, газуй!” фильмын төшөрәләр. Уның серияларының береһендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Шәһитулла Хамматов ҡатнаша.
Күп сериялы комедиялы фильмды режисер-ҡуйыусы Филипп Абрютин төшөрә.
- Күптән Мәскәү командаһы менән эшләргә теләгәйнем, һәм бына хыялым тормошҡа ашты. Миңә эште ике ойоштороу мәле – тәртип һәм эшкә ҡараш оҡшаны. Бында һәр кем үҙ эше менән мәшғүл. Мәҫәлән, шәхсән үҙем төп маҡсатым – съемкалар майҙансығындағы уйын тураһында ғына уйлайым. Ҡалғандарҙы ассистент хәстәрләй. Башта актерҙар мине үҙ итеп ҡабул итмәне тип уйлаһам, аҙаҡтан иһә барыһы ла ҡосаҡлай, таныша башланы, - тип белдергән Шәһитулла Хамматов республиканың Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенә.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, актер Сәрхәт исемле тормошто яратыусан, шаян автослесарь ролен уйнай.
- Үҙемде уйнаған кеүекмен, тик тағы ла ышандырырлыҡ булһын өсөн, минең ипотекам юҡ, тип уйланым, һөҙөмтәлә күңеллерәк күренә башланым, - ти актер. – Кастингтан үттем. Машинаны нисек йөрөтөүем тураһында видео ебәрергә кәрәк ине. Нимәнелер йырлағанымды иҫләйем. Тап нөктәһенә баҫтың, тип әйттеләр.
Фильм төшөрөү араһында актер мәскәүҙәрҙе башҡорт мәҙәниәте менән таныштыра. Улар беҙҙең ҡоротто, башҡорт балын тәмләп ҡараған да инде. Актер шулай уҡ уларҙы М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының бер спектакленә саҡырған.
Фото: culture.bashkortostan.ru