Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Сентябрь 2022, 07:29

“Ауыл тамашасыһын һағынам”

Кешелек донъяға сәнғәтсә бағып йәшәһен.

йырсының шәхси архивынан.йырсының шәхси архивынан.
Фото:йырсының шәхси архивынан.

Ғәзим Ильясов… Башҡорт халыҡ йырҙарын, ретро-йырҙарҙы яратыусыларға ғына түгел, үҙенең репертуарындағы “Болоттар ағыр инде”, “Кеше бәхетенә үрелмәгеҙ” йырҙары менән киң тамашасыға таныш йырсы. Хеҙмәтенә күрә баһаһы: моңло һәм көслө тауышлы башҡарыусының “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуына ла тиҫтә йыл самаһы. Ә бөгөн нисек ижад итә Ғәзим Ильясов, ниндәй йырҙар башҡара, нимәләр борсой уны? Әйткәндәй, бөгөн ул Башҡортостан сәнғәтенә йырсы булараҡ ҡына хеҙмәт итмәй. “Йома ҡунағы” сифатында йырсы үҙе барыһына ла асыҡлыҡ индерҙе.

 

– Ғәзим Ғәлим улы, һеҙ бөтә социаль селтәрҙәрҙә һәр аҙы­мығыҙҙы ғәм халыҡ алдына сығарып, реклама артынан ҡыуып, көндәлек алып барған йырсы түгел, юғалтҡандар ҙа барҙыр һеҙҙе, шуға һүҙҙе бөгөнгө ижадығыҙ, эшмәкәрлегегеҙҙән башлайыҡ әле.

– Бөгөн Ишембай ҡалаһында йәшәп ижад итәм. Инде өс йыл Ишембай районының мәҙәниәт һарайын етәкләйем, директор булып эшләйем. Ҡул аҫтындағы 60 кеше менән бергә район мәҙәниәте һәм сәнғәте өсөн хеҙмәт итәбеҙ. Район, республика кимәлендәге төрлө саралар, концерттар һәм башҡа тамашалар үткәрәбеҙ. Мәҙә­ниәт һарайында Артур Мөхәмәт­йәнов етәкселегендә “Берҡамыт” бейеү ансамбле, Розалиә Әхмәт­йәнова етәкселегендә халыҡ театры эшләп килә. “Рябинушка” ансамбленә Татьяна Яровая етәкселек итә, ветерандар хорын 86 йәшлек (!) Тамара Попова алып бара. Бынан тыш балалар коллективы, башҡа ансамблдәр эшләй.

Кәңәшмә үткәрәм дә сәхнәгә сығам, тигәндәй, ижадты ла алып барам. Мәҫәлән, әле 55 йәшлек юбилейым айҡанлы ижадташ дуҫтарым менән республика буйлап концерт турын дауам итәбеҙ. Шулай уҡ Ишембай районы ауылдарында ла концерттар үтеп тора.

Ҡайҙа ғына, ниндәй ҡала һәм тө­бәктә сығыш яһаманым, әммә һәр саҡ ауыл тамашасыһы күңе­лемә яҡын булып ҡала, һәр саҡ уны һағынам. Шуға концерттар ойошторғанда мотлаҡ рәүештә ауылдарҙы күҙ уңында тотабыҙ. Ойоштороу яғынан ҡарағанда, йыраҡ ауылға барыу, яғыулыҡ һәм  башҡа сығым буйынса, бәлки, бигүк аҡланмайҙыр ҙа, әммә һәр саҡ табыш хаҡында ғына уйлап йәшәү килешкән ғәмәл түгел.

 

– Ауыл тигәндән, ижадығыҙ­ҙың шишмә башына ла туҡталып китһәк ине...

– Олатайым Исмәғлим Сәйфел­мөлөк улы  – Бөйөк Ватан һуғышын Миңлеғәле Шайморатов етәкселе­гендә данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында үткән батыр яугир, йырға, бейеүгә лә оҫта ине. Әсәйем Разия Исмәғлим ҡыҙы ла моңло итеп йырланы, шуға күрә һәләт быуындан-быуынға күсәлер, тип уйлайым. Әммә барыбер, ми­неңсә, талант – тәү сиратта Хоҙай тарафынан бирелгән бүләк. Әлбит­тә, бер процент талант, уңыштың ҡалғаны – тырышлыҡ, тик шул бер процентың булмаһа, күпме генә тырышма, бер нимә  лә килеп сыҡмаясаҡ!

Быуын тигәндән, шуныһына үкенәм: йәшлек бит, уйланмаған, олатайым йырлаған йырҙарҙы яҙҙырып йәки отоп ҡалмағанмын. Ул йырҙарҙы башҡа ерҙә хәҙер ишеткән дә юҡ. Халҡыбыҙҙың бихисап ижади ҡомартҡыһы отоп, яҙҙырып алынған, шул уҡ ваҡытта, үкенескә ҡаршы, күпме рухи хазина быуындан-быуынға тапшырылмай ҡалған…

Һәләтте үҫтереүҙең туҡһан туғыҙ процентына әйләнеп ҡайтҡанда, бала саҡтан йырлап үҫтем. Элек тә был хаҡта әйткән булды: мунса инергә иң һуңынан китә торғайным. Инәм дә, ташҡа бер аҙ эҫе һыу һалып, пар ебәрәм дә, эләүкәгә ултырып, ҡулыма тимер тәрән түңәрәк тас алып, шуның эсенә бөтә белгән халыҡ һәм ретро йырҙарҙы йырлай торғайным. Шунан һуң ғына йыуынып сыға инем.

 

– Һеҙ бала саҡтан халыҡсан йырҙарҙы яратҡанһығыҙ, ә бына бөгөнгө йәштәр йырлаймы уларҙы?

– Әлбиттә. Мәҙәниәт һарайында, мәҫәлән, халыҡ йырҙарын башҡар­ған көслө тауышлы артистарҙы туп­ланыҡ: Хәйҙәр Нәҙершин, Айбулат Ишморатов, Рәфис Ишбаев, Регина Төхвәтуллина уңышлы эшләп йөрөй. Уларға һәр саҡ әйтә киләм: ҡурайға, баянға ҡушылып йырлағыҙ, тим. Хатта был, етәксе булараҡ, талабым да. Шул саҡта ғына һеҙ халыҡ йөрәген яулая­саҡһығыҙ, тим. Был тәңгәлдә беҙҙең Ишембай мәҙәниәт һарайы киләсәктә уңыштарға өлгәшер, тип ышанам, әлеге көндә лә халыҡ араһынан сыҡҡан таланттарҙы туп­лау буйынса ла, маҡтанып әйтмәйем, үҙенсәлеккә эйә ул.

Ысын сәнғәт, минеңсә, матур аранжировкалы көйҙәргә йырлау, шоу яһау ғына түгел, ә халыҡтың нәҡ ана шул эске, күңел төбөндә һаҡланған ихтыяжды ҡәнәғәтлән­дереү нигеҙендә лә булырға тейеш. Ә был, әйтергә кәрәк, бөгөн көнүҙәк мәсьәлә. Хәҙер йыр сәнғәтендә ниндәй генә йүнәлеш-алымдар юҡ. Әммә ябай итеп, тик үҙ моңоң һәм тауышың менән әсир итеп йырлау – һирәк күренеш, үкенескә ҡаршы.

Шуныһы ҡыуаныслы: әйтелгән­дәр буйынса һуңғы йылдарҙа республикала алға китеш бар: төбәк етәкселеге хәҙерге заман шарттарында халыҡтың рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү буйынса шаҡтай эш алып бара, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова шәхсән үҙҙәренең ҡыҙыҡһыныуы менән ҙур өмөттәр уята. Быны үҙебеҙҙең Ишембай районы нигеҙендә лә күрергә була: мәҫәлән, “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса байтаҡ ауыл мәҙәниәт йорттары яңыра, беҙҙең мәҙәниәт һарайына музыка ҡоралдары һатып алдыҡ, заманса ҡорамалдар алып ҡайттыҡ. Район башлығы Азат Ишемғолов, мәҙә­ниәткә ихтирам менән ҡараған етәксе булараҡ, даими ярҙам итеп тора.

Әйтелгәндәргә өҫтәп, йырҙың сифатына ла иғтибар итһен ине башҡарыусылар. Юҡһа, “мин һине яратам”, “әйҙәгеҙ, бейергә” тигән һүҙҙәрҙән уҙа алмай бит ҡайһы бер йырсыларҙың репертуары. Үҙемә килгәндә, күбеһенсә компо­зиторҙар Рәмил Ғимрани, Муса Смаҡов менән эшләйем. Улар, үҙҙәрен рекламалап, пиар менән шөғөлләнеп йөрөгән ижадсылар түгел, әммә йырҙары үҙҙәренән күпкә билдәлерәк, халыҡ йырҙары һымаҡ. Мәҫәлән, “Йәшлегем тирәк­тәре”, “Көҙгө һағыш”, “Шишмә”, “Күтәрәйек гәлсәр бокалдарҙы”, “Кеше бәхетенә үрелмәгеҙ” йырҙа­рын яратып башҡарабыҙ. Ә компо­зиторҙарын беләбеҙме? Ошо йәһәттән сәнғәтте үҫтереүҙә әлегеләй ябай, халыҡ араһынан сыҡҡан композиторҙар ҙа иғтибар­ҙан ситтә ҡалмаһын ине. Бәлки, ниндәйҙер грант нигеҙендә ярҙам булһынмы йә исемен күтәреүме – төрлө яҡтан уйларға кәрәк.

Ғөмүмән, нисек кенә булмаһын, халыҡсан итеп йырлаусылар, ижад итеүселәр бар әле, тип ҡыуанам. Улар – бөгөн тракторсы йәки мал ҡараусы, әммә иртәгә сәхнә йондоҙо булып китеүе бар. Үҙем дә ҡасандыр хеҙмәт юлын ябай шофер булып башланым. Быға һис тә оялмайым да, үкенмәйем дә. Киреһенсә, хеҙмәт юлының нес­кәлектәрен күреп үҫтем, нығындым, артабан мәҙәниәт бүлегенә күсеп, белгес булып киттем. Шуға мәҙә­ниәт өлкәһендә эшләгән коллегаларыма, етәксе­ләргә әйтә киләм: таланттар конкурсында, смотр­ҙарҙа, халыҡ театрында кешеләргә ябай һөнәр эйәһе, ябай кеше тип ҡарамағыҙ. Рулгә һәр кемде тиерлек ултыртып була, мал кө­төргә лә тиҙ өйрәнеп  була, ә бына йырлау, ҡурайҙа уйнау, әйтәйек, талантың булмаһа, ба­шың­ды ташҡа ярһаң да, килеп сыҡмай.

 

– Һәр кешене хыялы йәшәтә, ижад  иттерә, батырлыҡҡа әйҙәй, сабырлыҡҡа өндәй. Ә һеҙҙең ниндәй хыялығыҙ бар?

– Хәтерләйһегеҙҙер, үткән быуат­тың 80 – 90-сы йылдарында ялан эштәрендә,  табындарҙа ретро-йырҙар башҡара инек. Былтыр ошо йылдарҙы иҫкә алып тигәндәй, ҙур конкурс ойошторҙоҡ. “Ретро-шлягер” конкурсы тип аталды сара. Башланғысты ул саҡта районы­быҙҙың етәксеһе, хәҙерге көндә Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов хуп­лап ҡабул итте һәм киң даирәлә үткәрергә ярҙам итте. Конкурсҡа тауыштарын һынап ҡарарға Ишембай районының моң эйәләре генә түгел, хатта башҡа өлкәләрҙән дә килгәйнеләр. Таланттарҙы Баш­ҡорт­остандың халыҡ артистары Фидан Ғафаров, Рәсүл Ҡара­булатов, Азамат Тимеров, Фәрүәз Урманшин, Альберт Шаһиев, Салауат ордены кавалеры Мәрйәм Солтанова баһаланы.

Ошо конкурсты ил, хатта халыҡ-ара кимәлгә сығарып, элекке йыр­ҙарыбыҙҙы тергеҙеү, күберәк таланттар асыу хаҡында хыялланам. Әлбиттә, башҡа ҙурыраҡ та, яба­йыраҡ та хыялдар бар – барыбыҙ ҙа имен булып, ил күге тыныс булһын ине! Кешелек, сәнғәт тигән төшөнсәне аңлап, донъяға ла шулай сәнғәтсә бағып йәшәһен.

 

-  Рәмил МАНСУРОВ

Ишембай районы

Читайте нас