Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Сентябрь 2022, 10:53

Балалар китаптарын биҙәүҙең үҙ ҡанундары

Рәссам быны яҡшы тоя.

Бала сағыбыҙҙа уҡып сыҡҡан китаптар, яратҡан геройҙарыбыҙ иҫтә ҡалырлыҡ йоғонто яһай. Йылдар үткәс тә, тәүге уҡыған китабым – Зәйнәб Биишеваның “Йәнле хәрефтәре” – һаман күҙ алдында. Бигерәк тә көҙгө алдында сәсен тарап торған ҡыҙыҡай һыны. Ләкин хәҙер һүрәттәр төшөрөлгән яҡшы китапты һайлауы ауырыраҡ. Магазинға ингәс, юғалып ҡалабыҙ, иң ағыулы төҫтәр менән саҡырып торған китаптарға иғтибар итәбеҙ һәм балаға шундайҙы алабыҙ.

Ә нисек һайларға һуң? Әлбиттә, һәр кем үҙ зауығынан сығып эш итә. Камил иллюстрацияның универсаль талаптары юҡ.  Шулай ҙа түбәндәге өс ҡағиҙә рәс­самдарға балалар китаптарын мауыҡтырғыс һүрәттәр менән биҙәргә мөмкинлек бирә.

  1. Балалар китабындағы һүрәт ил­люстрацияһы контраст булырға тейеш. Шулай булмаһа, балаға нимәгәлер айырып ҡына иғтибар итеүе ауыр. Уларҙы иң тәүҙә төҫтәр һәм предметтарҙың рәүеше, һыҙатланышы йәлеп итә, шуға күрә балалар рәсеме өсөн был айырыуса мөһим.
  2. Композицияның аныҡ, яҡшы уйла­нылған булыуы зарур. Бөтә иғтибар картина эсенә тупланһа, яҡшыраҡ.
  3. Уҡыусылар геройҙарҙа үҙҙәрен танырға тейеш. Мәҫәлән, персонаждар балаларҙың йәшенә, кәүҙә пропорцияһына тап килһә, бик һәйбәт.

Хәҙер Сальвадор Дали һүрәттәре кеүек табышмаҡ һүрәттәргә күсеп китеү ҙә күҙәтелә – йәнәһе, заманса.

Күп өлкәндәр, айырыуса өләсәйҙәр балалар китаптарында хайуандар ысынбар­лыҡтағыса һүрәтләнергә тейеш тип иҫәпләй, тигән тәнҡит һүҙҙәре лә ишетелә. Эйе, мин тап шундай өләсәймен, шуға күрә иң кесе йәштәгеләр өсөн яҙылған  “Мин донъяны өйрәнәм”, “Ана килә бәпәй” тигән китаптарыма Хаят Йәрмөхәмәтованы саҡырырға ниәт иттем дә. Ул, әлбиттә, һүрәттәрен ҡәҙимге ысулдар менән түгел, ә компьютерҙа төшөрҙө һәм минең тәҡдимдәргә ҡолаҡ һалып эшләне.

Компьютер һүрәттәрен өнәмәүселәр ҙә бар, ә ул бары ҡорал ғына. Был, кемдер уйлағанса, процесты тиҙләтеүҙән түгел, ә бөтөнләй икенсе мөмкинлектәр асҡандан. Тағы ла компьютер рәссамға һүрәтте эшкәртергә, үҙгәрештәр индерергә, эшләп бөтөрөргә форсат бирә, шуға күрә Хаят минең тәҡдимдәр буйынса фонды ла, композицияны ла, персонаждарҙың һындарын да үҙгәрткеләне. Мәҫәлән, үгеҙ быҙауҙың тап һөҙөшөргә килгәнен күрһәтеүҙе  һораным.

Рәссамдың телде белеүе лә мөһим. Бер китабымдағы һүрәттә түңәрәк урынына дүрткел әйбер эшләп ҡуйылғайны. Нисектер, үҙемдең дә күҙ арып китеп, күрмәй үткәнмен. Хаят иһә шиғырҙарҙың һәр юлын, персо­наж­дарҙың сифаттарын, тәбиғәт күренеш­тәрен һәм башҡа ваҡ-төйәк кеүек тойолған нескәлектәрҙе иҫәпкә алып ижад итте.

Тағы шуныһы ла мөһим: балалар китабында рәсемдәрҙең күплеге, артыҡ сыбарлыҡ кескәйҙәрҙең иғтибарын текстан ситкә йүнәлтә, һөҙөмтәлә улар материалдың йөкмәткеһен насар үҙләштерә. Хаят Йәрмөхәмәтованың һүрәттәрендә бар нәмә лә үҙ урынында, шиғырҙан ситкә сыҡҡан, үҙе бер башҡа донъя менән йәшәп ятҡан күренештәр юҡ. Мин  үтенгәнсә, хайуандар ҙа аныҡ һынланышлы, танылып тора, хатта уларҙың үҙ холҡо ла бар. Тап шундай ижады менән ул шиғырҙарымдың йөкмәткеһен асып, сағыулыҡ өҫтәне. Рәссамды был йәһәттән авторҙашым тип тә атарға була. Компьютер буяуҙары үҙенсәлекле, әлбиттә, әммә ул һүрәттәрен тәбиғи булмаған, ағыулы синтетик  төҫтәр ҡулланмай ижад итә.

Рәссам – ул китап донъяһына алып инеүсе. Ошо көндәрҙә матур юбилейын билдәләгән Хаят Йәрмөхәмәтоваға изге ижадында артабан да уңыштар, тағы ла ками­лыраҡ, балаларҙың зиһенен, зауығын үҫтерерлек әҫәрҙәр тыуҙырыуын теләйем.

- Гүзәл СИТДИҠОВА

Читайте нас